+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
19 Февраль 2019, 12:59

“Аҡбейектән ҡалҡа аҡ томан”

Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡытыусы-ветеран Вилдан Әйүп улы Шәриповтың “Аҡбейектән ҡалҡа аҡ томан” тип аталған сираттағы шиғырҙар китабын ҡулға алыу менән тышҡы биҙәлешенән үк һәр кемдең күңеленә яҡын тәбиғәт темаһы йәлеп итә. Шиғырҙары ла тыуған яҡ тәбиғәтен данлауға, заман ваҡиғалары тураһында уйланыуға, милләтебеҙ өсөн борсолоуға ҡоролған.

Ауылдаштарының һәм яҡташтарының тормошо, уй-фекерҙәре, хыял-ышаныстары асыҡ күренә уларҙа. Вилдан Әйүп улының “Аманат”, “Көҙгө балҡыш”, “Тауҙарҙа үтте йәшлегем”, “Ергә ереккән ғүмер”, балалар өсөн “Миҙаллы ҡайын”, “Ер һәм йылғалар моңо”, “Күңелемдә донъя яҙмышы” шиғырҙар йыйынтыҡтары, “Хәтирәләр”, “Көҙгө сәскәләр”, “Еңеү еңел булманы”, “Тамсылар тама әле” китаптары күптән уҡыусылар араһында лайыҡлы танылыу тапты. Был ижад емешенән дә һәр кем ауыҙ итеп, уның тормошто һөйөү, төптән тойомлау, атайсалын, кешеләрен, тәбиғәтен данлау тойғоһон үҙендә кисереп, илһамлы донъяла осор. Уның һәр шиғыры үҙе үк йырлап торған кеүек.

Ошо ерҙә тыуып үҫтем,

Тәбиғәт ҡуйынында,

Өшөмәнем һыуыҡта ла,

Тыуған ер йылыһында, - тип яҙа ул. Тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә
етерлек татыған ул, әммә һынмаған, һығылмаған. 96 йәшлек уҙамандың
шиғырҙары төрлө баҫмаларҙа донъя күреп тора. Гәзиттәргә лә мәҡәләләр
яҙа. Ике тиҫтәнән артыҡ китап авторы ла. Киләсәктә лә тормош иптәшегеҙ
Хәфиҙә Сәхәүетдин ҡыҙы менән ныҡлы һаулыҡта бәхетле ғүмер кисереп,
һеҙҙең тос ижад емештәрегеҙҙе һәр кем ауыҙ итеп, күңеленә яҡтылыҡ,
яҡшылыҡ орлоҡтары йыйһын, уңыштар һеҙгә!
Читайте нас: