-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
22 Февраль 2019, 12:47

Ил һаҡлаған ата-бабам Һәм һаҡлар уны балам

Балаларҙың ғәҙәттәре, хеҙмәткә һәм эргә-тирәләге кешеләргә мөнәсәбәте ололар үрнәгендә үҫешә. Атаһы, олатаһы, йә өлкән ағаһының яҡшы өлгөһөнән башҡа намыҫлы, көслө, ғәйрәтле ир бала тәрбиәләү мөмкин түгел. Атай булыу бик етди һәм яуаплы вазифа. Бигерәк тә ир бала өсөн атай кеше – батырлыҡ идеалы, ғәйрәтлек өлгөһө. Ошо йәшәү мәғәнәһенең төп йөкмәткеһенә тап килгән ғаиләләрҙең береһе Бәшировтар - Нәүфилә Фәиз ҡыҙы һәм Марат Зиннәт улы тураһында яҙмам.

Мараттың әсәһе Фәриҙә апай һәм атаһы Зиннәт ағай күркәм холоҡло, егәрле, бөтә ғүмерен балалар тәрбиәләүгә бағышлаған абруйлы кешеләр ине. Зиннәт ағай Бөйөк Ватан һуғышы башланғас данлыҡлы 150-се Идрица дивизияһында дошманға ҡаршы һуғыша. Еңеү яулап тыуған ауылына ҡайтҡас, ауылыбыҙҙың иң тыйнаҡ, егәрле, һылыу ҡыҙы Фәриҙә апай менән ғаилә ҡоралар. Һуғыштан һуңғы ауырлыҡтарҙан ҡурҡмай бер-бер артлы 8 бала тәрбиәләп үҫтереп, барыһын да уҡытып, һөнәр алыуҙа ла ярҙам итәләр. Балалары араһында уҡытыусылар, табиптар һәм техника өлкәһендә эшләүселәр бар.

Был мәҡәләлә һүҙ барған улдары Марат менән килендәре Нәүфилә лә ата-әсәһенән алған әхлаҡи сифаттар нигеҙендә йәшәйҙәр. Икеһе лә бик ныҡ егәрле, мал тотоп, хәләл донъя көтәләр. Ғаилә башлығы Марат – профессиональ шофер, оҫта гармунсы. 1984-1986 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итте. Колхозда алдынғы шоферҙарҙың береһе булды. Ауылда эш урыны бөтөүгә ҡарамаҫтан, атай нигеҙен, Бәшировтар төйәген ташлап ҡырҙа бәхет эҙләмәне, үҙенең тырышлығы менән мал үрсетеп, йәшелсә-емеш үҫтереп, бына тигән етеш тормошта йәшәйҙәр.

Нәүфилә - Ҡауарҙы урта мәктәбендә уҡытыусы. Тырыш, егәрле, ауылыбыҙҙа өлгөлө ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе. Татыу, мөхәббәт нигеҙендә ҡоролған ғаиләлә 3 бала үҫеп, һәр береһе атай-олатайҙарына, әсәй-өләсәйҙәренә оҡшап егәрле, булдыҡлы, кеселекле, тәртиплеләр.

Оло улдары Алмаз Өфөләге иҡтисад лицей-интернатын тамамлағандан һуң, БДУ-ның журналистика һәм филология факультетында белем алып, “Юлдаш” радиоһында эш башланы. Армия хеҙмәтен намыҫ менән үтәп, әле лә шул эшендә - яңылыҡтар хеҙмәте дикторы булып эшләй.

Илназ үҙебеҙҙең урта мәктәпте тамамлап, БДУ-ның физика факультетында инженер һөнәре алды. Ағаһы менән бер үк осорҙа Илназ да армия сафында хеҙмәт итте. Бөгөнгө көндә ул Өфө моторҙар етештереү берекмәһендә үҙ һөнәре бу-йынса эшләп йөрөй. Мараттың ике улы ла олатаһы, атаһы юлын дауам итеп, Тыуған ил алдындағы изге бурыстарын намыҫлы үтәнеләр. Командирҙарының Рәхмәт хаттары, отличник билдәләре егеттәрҙең намыҫлы хеҙмәтенә дәлил булып тора.

Ҡыҙҙары Гөлназ да үҙебеҙҙә урта мәктәпте тамамлағас, БДУ-ла инженер-технолог һөнәренә уҡып йөрөй. Ул уҡыу алдынғыһы булыу менән бер рәттән, ал бирмәҫ шахматсы ла. Әйткәндәй, ғаиләлә уҡыуға ыңғай ҡараш менән бер рәттән физкультура һәм спортҡа, физик хеҙмәткә, сәнғәткә һөйөү бәләкәйҙән тәрбиәләнә.

Зиннәт ағай мәрхүмдең балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәренә ваҡыттың ҡәҙерен белеү, ниндәй генә эш булмаһын, барыһы бергә йүгереп йөрөп, тырышып башҡарыу хас. Эштең, егәрлелектең бәхет сығанағы икәнлеге аңдарына һеңгән. Шуныһы өлгөлө: Марат Зиннәт улы һәм Нәүфилә Фәиз ҡыҙы апай-ағайҙарын йылына бер нисә тапҡыр йыйып, туғанлыҡ ебен нығытып торалар. Уларҙың күмәкләшеп атай-әсәй ҡәберенә зыярат ҡылыуҙары - рәхмәтле һәм маҡтаулы сара. Ауылыбыҙҙың үткәнен, бөгөнгөһөн һәм киләсәген ошондай ир-егеттәр, уларҙың ғаиләләре тәшкил итә, йәшәтә.
Читайте нас: