-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
22 Февраль 2019, 11:57

Һөҙөмтәле идара итергә, һәр кешенең йәшәү сифатын яҡшыртырға

Хөрмәтле кәңәшмәлә ҡатнашыусылар! Бөгөн беҙ 2018 йылға йомғаҡ яһайбыҙ, ҡаҙаныш һәм уңыштарыбыҙҙы барлайбыҙ, етешһеҙлектәрҙе, проблемаларҙы анализлайбыҙ һәм киләсәккә бурыстар билдәләйбеҙ. Үҙ сығышымды мин намыҫ менән эшләүселәр, етештереү тармаҡтары һәм өлкәләрен үҫтереү менән шөғәлләнеүселәр, яңы эш урындары булдырыусылар, балаларҙы уҡытыусылар, кешеләрҙе дауалаусылар, хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеүселәр, әүҙем тормош позицияһында тороусылар һәм тыуған район хаҡына эш итеүселәр адресына рәхмәт һүҙҙәре менән башлайым.

Хөрмәтле кәңәшмәлә ҡатнашыусылар!

Бөгөн беҙ 2018 йылға йомғаҡ яһайбыҙ, ҡаҙаныш һәм уңыштарыбыҙҙы барлайбыҙ, етешһеҙлектәрҙе, проблемаларҙы анализлайбыҙ һәм киләсәккә бурыстар билдәләйбеҙ. Үҙ сығышымды мин намыҫ менән эшләүселәр, етештереү тармаҡтары һәм өлкәләрен үҫтереү менән шөғәлләнеүселәр, яңы эш урындары булдырыусылар, балаларҙы уҡытыусылар, кешеләрҙе дауалаусылар, хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеүселәр, әүҙем тормош позицияһында тороусылар һәм тыуған район хаҡына эш итеүселәр адресына рәхмәт һүҙҙәре менән башлайым.

2018 йыл һөҙөмтәләре буйынса Ғафури районы иҡтисадтың төп йүнәлештәре буйынса тотороҡло күрһәткестәргә эйә. Мәҫәлән, уртаса һәм эре ойошмалар буйынса әйләнеш 2018 йылда 2 миллиард 774 миллион һум тәшкил итте. Район предприятиелары һәм ойошмалары тарафынан 1 миллиард 174 миллион һумлыҡ үҙ продукциябыҙ етештерелгән һәм оҙатылған, эштәр башҡарылған, хеҙмәттәр күрһәтелгән. 2 млрд 674 млн һумлыҡ тулайым ауыл хужалығы продукцияһы етештерелгән. Эре һәм уртаса ойошмалар буйынса уртаса айлыҡ эш хаҡы һәйбәт үҫеште – 19,6 процентҡа – һәм ул 26510,6 һум тәшкил итте.

Район төп капиталға инвестициялар күләме буйынса үҙ позицияһын насарайтты. Был 2017 йылда Красноусолда социаль торлаҡ йорт (Торлаҡ төҙөлөшө фонды инвестицияһына), балалар баҡсаһы (Капиталь төҙөлөш идаралығы инвестицияһы) файҙаланыуға тапшырылыу менән бәйле, ә 2018 йылда ундай ҙур объекттар сафҡа инмәне. Шул уҡ ваҡытта әле районда бөтәһе 1,5 млрд һумдан ашыу суммаға 20 инвестиция проекты бойомға ашырыла, улар барыһы ла, ғәҙәттә, статистикала иҫәпкә алынмусы эшҡыуарлыҡ субъекттары. Тағы яҡынса 750 млн һум суммаға 12 инвестиция проектын бойомға ашырыу планда тора. Шуныһын да билдәләп үтәм: беҙ киләһе һәм артабанғы йылдарҙа ла был йүнәлештә әүҙем эшләргә ниәтләйбеҙ. Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Фәрит улы Хәбировтың Мөрәжәғәтнамәһендә лә муниципалитеттарға инвестициялар йәлеп итеүгә тейешле иғтибар бүленде. Беҙ ҙә районға инвестициялар йәлеп итәсәкбеҙ, яңы эш урындары асасаҡбыҙ. Ҡасандыр кешеләрҙе эшле иткән элекке производстволарҙы тергеҙергә кәрәк, туристик йүнәлеште үҫтереү өсөн дә ерлек бар.

Уҙып киткән йылда ике мөһим һайлау кампанияһы – ил Президентын һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлау үтте. Республика һәм район етәкселегендә лә кадрҙар алмашынды. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп Радий Фәрит улы Хәбировтың тәғәйенләнеүен әһәмиәтле ваҡиға булды тип иҫәпләйем. Төбәк етәксеһе посында эшләй башлауының тәүге айҙарында уҡ ул уғата мөһим проблемаларҙы айырып билдәләне һәм Башҡортостан үҫешенең яңы йүнәлешен күрһәтте. Күп йүнәлештәрҙә эш принцибы ҡайтанан ҡаралды. Төбәктәге барлыҡ процестар менән һөҙөмтәле идара итеү, мохтаждарға ярҙам итеү, һәр кемдең тормошон яҡшыртыу йәһәтенән бурыстар ҡуйылды. Үҙ эшмәкәрлегебеҙҙе кешеләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыуға ҡорорға тейешбеҙ.

Һис шикһеҙ, республиканың бөтә муниципалитеттарын инцидент-менеджментҡа тоташтырыу проблемаларҙы тиҙ үк асыҡлауҙа үҙенсәлекле ярҙамсы булып торҙо. Социаль селтәрҙәр аша мөрәжәғәттәргә килгәндә, ноябрҙән башлап бөтәһе 611 мөрәжәғәт килде, уларға мәғлүмәт хеҙмәте оператив яуап бирә барырға тырышты. Инцидент-менеджмент программаһы аша 116 һорау булды, уларҙын 82-һе хәл ителде, ҡалғандары буйынса эш бара. Нимәнелер урында уҡ хәл итеп булһа ла, юғарылағы бюджеттан финансланмай тороп тиҙ генә хәл итеп булмағандары ла бар, улар – газ үткәреү, юлдар, социаль-мәҙәни-көнкүреш объекттары төҙөлөшө.

Төҙөлөш, инфраструктура, төҙөкләндереү өлкәһендә районда 2018 йылдарҙа нимәләр башҡарылды? Бөтәһе 26 мең кв.м. торлаҡ сафҡа индерелде (2017 йылға ҡарата 104 %). Красноусолдың “Лубат” биҫтәһендә 42 фатирлы торлаҡ йорт файҙаланыуға тапшырылды, тап ошо йорттан авария хәлендәге йортта йәшәгән 14 ғаилә фатирҙар алды. 2018 йылда бөтәһе 41 миллион һумдан ашыу дәүләт ярҙамы алып, 58 ғаилә (йәғни 134 кеше) торлаҡ шарттарын яҡшыртты. Улар – Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарының тол ҡатындары, һуғышсан хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар, инвалидтар һәм инвалид балаһы булған ғаиләләр, етем балалар, йәш ғаиләләр. 4 ғаилә льготалы шарттарҙа йорт комплекттары һатып алды.

Социаль объекттарға килгәндә, Бурлы мәктәбендә капиталь ремонт тамамланды (финанслау күләме – 15 млн һум), бер нисә белем биреү учреждениеһына ағымдағы һәм капиталь ремонт уҙғарылды.

Мәҙәниәт учреждениеларында ярайһы ҙур күләмдә ремонт эштәре башҡарылды. Район мәҙәниәт һарайы “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Кесе Ватан мәҙәниәте” проекты сиктәрендә 3 млн һумдан ашыу суммаға финанс алды, уның бер өлөшө мәҙәниәт һарайы бинаһын ремонтлауға тотонолдо. Район бюджеты иҫәбенән (1 млн һумдан ашыу) мҙәниәт һарайының инеү урыны һәм күтәрмәһе йүнәтелде, пандус ҡороп ҡуйылды.

Ҡотлоғужа, Бурлы, Еҙем-Ҡаран, Имәндәш, Мораҡ, Ҡолҡан, Ҡурғашлы, Мәндем, Туғай ауыл клубтарына, Мәжит Ғафури музейына ағымдағы ремонт эшләнде.

“Ҡала мөхите” программаһы сиктәрендә Красноусолда күп фатирлы 7 йорттоң ихаталары төҙөкләндерелде, “Йәшлек” паркын, Красноусолда М.Ғафури майҙанын төҙөкләндереү йәһәтенән өҫтәмә эштәр башҡарылды. “Тепловодоснабжение” МУП-ы көсө менн Красноусолдың “Йәштәр” биҫтәһендә урамдағы һыу үткәргестәргә капиталь ремонт тамамланды (финанслау күләме – 5,7 млн һум). Башҡорт гимназия-интернаты эргәһендә күп функциялы спорт майҙансығы төҙөлдө, инвестиция күләме – 3,7 млн һум.

2018 йыл аҙағында бөтәһе 3 млн һумдан ашыуға Аҡкүл, Еҙем-Ҡаран, Сәйетбаба, Табын ауылдарында 936 яҡтыртҡыс урынлаштырылды. Красноуслда урындағы бюджет иҫәбенән 400 мең һумға 229 яҡтылыҡ-диодлы яҡтыртҡыстар ҡуйылды.

Эшебеҙҙә юл инфраструктураһын үҫтереү мөһим урын алып тора. 2018 йылда был йүнәлештә 120 млн һумдан ашыу үҙләштерелде. Урындағы әһәмиәтле юлдарҙы ремонтлауға 19 млн һумдан ашыу, тотоуға 7 миллин һум йүнәлтелде. Төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәтле юлдарҙы ремонтлпауға – 30,4 млн һум, тотоуға 46, 5 млн һум үҙләштерелде. Юлдарҙы хеҙмәтләндереүҙе яҡшыртыу маҡсатында 3,8 млн һумға яңы универсаль трактор һатып алып, уны “ККХ” МУП-ына тапшырҙыҡ. Шулай уҡ былтыр Ағиҙел йылғаһы күпере (12,9 млн һум) һәм Еҙем-Ҡаран – Ҡауарҙы автоюлында Еҙем йылғаһы күпере (6,3 млн һум) ремонтланды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Красноусолда Көгөш йылғаһы аша автомобиль-йәйәүлеләр күпере төҙөлөшө проект-смета документацияһын әҙерләүсе подрядсылар ғәйебе менән һаман һуҙыла, әле проект дәүләт экспертизаһы үтә.

Төҙөкләндереү, шул иҫәптән юлдарҙы рәтләү эштәрен райондың һәр ауылында планлаштырабыҙ. Ауылдарҙа “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, “Шәжәрә байрамы” кеүек сараларҙы даими үткәрәсәкбеҙ. Тораҡ пункттарыбыҙ ҡунаҡтарҙы йыйнаҡ, тәрбиәләнгән хәлдә ҡаршы алырға тейеш.

Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса 2018 йылда дөйөм 1,6 млн һумға ике ауыл советы проекттары бойомға ашырылды: Имәндәш һәм Яңғыҙҡайын ауыл советтары ҡар таҙартыу техникаһы һатып алды, был сумманың 1 млн һумы республика бюджетынан йәлеп ителде. Ауыл советтарын был йүнәлештә әүҙемерәк эшләргә саҡырам.

“Берҙәм Рәсәй” партияһы проекты сиктәрендә районға 2 млн 695 мең һум аҡса бүленеп, белем биреү һәм мәҙәниәт учреждениеларын ремонтлауға, балалар майҙансыҡтары йыһазлауға һәм башҡа эштәргә йүнәлтелде.

2019 йылда ла атап үтелгән прорграммаларҙа ла, яңыларында ла ҡатнашыуҙы дауам итәбеҙ. Уларҙың тәүгеһе – ихата биләмәләрен комплекслы төҙөкләндереү буйынса “Башҡорт ихатаһы” проекты. Уның буйынса дөйөм 7,5 млн һум суммаға район үҙәгендә күп фатирлы 6 йорттоң ихаталарын төҙөкләндерергә планлаштырабыҙ.

Икенсеһе – 2019-2024 йылдарға иҫәпләнгән урамдарҙы яҡтыртыуҙы яҡшыртыу программаһы. 2019 йылға алдан күҙалланған финанслау күләме 5,5 млн һум тәшкил итә.

Йәнә күп фатирлы йорт подъездарын комплекслы ремонтлау республика программаһы эшләй башлай. 2019 йылға күп фатирлы 3 йортта 12 подъезды (1 млн 554 мең һум суммаға) ремонтлау планлаштырылды.

“Ҡала мөхите” программаһын бойомға ашырыуға районға 12 млн һум бүленәсәк. Был аҡсаны беҙ 3 спорт майҙансығы (Табын, Аҡкүл, Красноусолда) һәм Үҙәк район дауаханаһы янында йәйәүлеләр зонаһы төҙөүгә йүнәлтмәксебеҙ.

Республика адреслы инвестиция проектына 2019 йылда “Красноусол ауылында янғын депоһын төҙөү” объекты буйынса проект-тикшереү эштәре уҙғарыу индерелде, төҙөлөш үҙе 2020 йылға планлаштырылды.

Тәү сираттағы бурыстарҙан Красноусолдың яңы биҫтәләренә, бүтән тораҡ пункттарҙа инженерлыҡ селтәрҙәре төҙөүҙе әйтергә була. Әлбиттә, бында республика ярҙамына иҫәп тотабыҙ. Әлегә быйылға адреслы инвестиция проекты сиктәрендә беҙгә Войновка (2,1 млн һум) һәм Ивановка (5,4 млн һум) ауылдарына газ үткәреүгә аҡса бүленде, 5 миллион һумдан ашыу коммуналь техника һатып алыуға бүленә.

Красноусолда электр тапшырғыс линиялар төҙөү эшен 2016 йылдан алып “ГИП-Энерго” ЯСЙ-е ғәмәлгә ашыра, былтыр ойошмаға район үҙәге электр селтәрҙәре лә ҡуртымға тапшырылды. 2018 йыл һуҙымында предприятие 8,6 км электр линияһы төҙөнө, инвестициялар күләме 11 млн һум тәшкил итте.

“Тепловодоснабжение” МУП-ы коллективы инженер селтәрҙәрен ремонтлау, төҙөү һәм хеҙмәтләндереү, күп фатирлы йорттарға (улар 19 йорт) идара итеү буйынса үҙен һәйбәт яҡтан күрһәтте.

“Красноусол коммуналь хужалығы” МУП-ының төп бурысы булып район үҙәген таҙалыҡта, тәртиптә тотоу: сүп сығарыу, юлдарҙы тотоу, төҙөкләндереү тора. Предприятие зыянға эшләмәҫ өсөн ағас материалдар етештереү менән дә шөғөлләнә, шулай уҡ Красноусол баҙарында һәм Курорт ауылындағы бәләкәй баҙарҙа, Изге шишмәләр янында сауҙа ойоштороу улар ҡарамағында.

Бөгөн көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе – ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһына күсеү. Был эштә һорауҙар күп, әлбиттә, әммә улар планлы рәүештә хәл ителәсәк. Беҙҙә иһә ауыл биләмәләрендә сүп контейнерҙары һатып алып урынлаштырыу өсөн район бюджетынан 3 млн һумдан ашыу аҡса бүленде.

Хөрмәтле коллегалар!

Белем биреү өлкәһе - иң өҫтөнлөклөләрҙең береһе. Бөгөн район мәғарифы йөҙөн 19 филиалы менән 19 дөйөм белем биреү мәктәбе билдәләй, уларҙа 4353 уҡыусы белем ала.

49 тораҡ пункттан уҡыусыларҙы ташыу ойошторолған, бының өсөн 24 мәктәп автобусы бар. 2018 йыл аҙағында - йәнә 2, быйыл 1 яңы автобус ҡайтты.

Быйылдан башлап беҙ “Йыл уҡытыусыһы” район конкурсында еңеүсе педагогтарға лайыҡлы матди бүләкләү булдырҙыҡ. Конкурс еңеүсеһе - 50 мең һум, призлы урын алыусылар 25-әр мең һум, лауреаттар 5-әр мең һум күләмендә премия ала. Ғафури уҡытыусыларының республика конкурстарында еңеүе өсөн был һәйбәт дәртләндереү булыр тип ышанам.

Белем биреү сифаты күрһәткестәренең береһе – уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй мәктәп олимпиадаларында ҡатнашыуы һәм еңеүе. 2018 йылда Красноусолдағы 2-се мәктәптән Александра Кузнецова һәм башҡорт гимназия-интернатынан Гөлнур Ибәтуллина республика этабы еңеүселәре булды. 6 уҡыусыбыҙ төрлө фәндәр буйынса призлы урын яуланы.

Мәктәпкәсә белем биреүгә килгәндә, районда 4 балалар баҡсаһы, 19 мәктәпкәсә төркөм эшләй. 1-ҙән алып 6 йәшкә тиклемге 2543 баланың 1920-һе (75 проценты), шулай уҡ 2 айҙан 3 йәшкә тиклемге 286 бала балалар баҡсаһына йөрөй, был республикалаға уртаса күрһәткестән юғарыраҡ.

Өҫтәмә белем биреү учреждениелары: Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, Балалар ижады үҙәге һәм “Еҙем” физкультура-һауыҡтырыу комплексы, мәҙәниәт бүлеге базаһында сәнғәт мәктәбе эшләп килә. Былтыр 5-тән 18 йәшкә тиклемге 4270 баланың 81,4 проценты өҫтәмә белемгә йәлеп ителгән. Шуны әйтеп үтке килә: ошо йыл башынан беҙ балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенә – 10, БИҮ-гә 7 өҫтәмә штат индерҙек.

Сәләмәтләндереү кампанияһына республика һәм район бюджетынан 6,6 млн һум бүленде. Райондан 3 бала Красноусол республика балалар шифаханаһында, 275 бала “Имәнкәй” һәм “Ҡояшлы” ял лагерҙарында ял итеп, сәләмәтлеген нығытты. Яҙғы каникул осоронда “Имәнкәй”ҙә ауыр тормош хәлендә ҡалған, күп балалалы, әҙ килемле ғаиләләрҙәге 49 бала өсөн смена ойошторолдо. Элекке йылдарҙағы һымаҡ, башҡа шуға оҡшаш ял төрҙәре лә ойошторолдо, 2 меңдән ашыу бала әҙ сығымлы ялға: экскурсия, походтарға йәлеп ителде.

Мәғариф өлкәһендә ағымдағы һәм киләһе йылдарға пландар тураһында – ҡыҫҡаса.

“Башҡортостан Республикаһында һанлы тиңлек” саралар комплексын үтәү маҡсатында мәғариф учреждениеларын юғары тиҙлекле Интернетҡа тоташыу мөмкинлеге, видеокүҙәтеү системалары, IP-телефония менән тәьмин итергә кәрәк. Әле Красноусол мәктәптәре һәм башҡорт гимназияһы ғына юғары тиҙлекле элемтә каналына тоташҡан, 10 белем биреү объекты ғына видеокүҙәтеү менән йыһазландырылған. Күп белем биреү учреждениеларына, шул иҫәптән “Красноусол” лагерының ике майҙансығына ла, ремонт талап ителә.

Уҡытыуҙы бер сменалыға күсереүҙе тамамларға кәрәк. Быйылдан, республика Башлығы указына ярашлы, бөтә мәктәптәр биш көнлөк уҡытыуға күсергә лә тейеш.

Иң өҫтөнлөклө мәсьәләләр иҫәбендә – Красноусолда 220 урынлыҡ яңы мәктәп, Табын урта мәктәбе бинаһына төкәтмә, Красноусолдағы 1-се һәм 3-сө мәктәптәргә төкәтмә-спорт залдары төҙөү. Өлкән класс уҡыусыларының мәктәп базаһында уҡ эшсе һөнәре алып сығыу йолаһын тергеҙергә лә теләк бар.

Хөрмәтле дуҫтар!

Әле районда 14-тән 30 йәшкәсә 5 меңдән ашыу йәш кеше бар. Йәштәр үҙ булмышын тапһын өсөн шарттар булдырыу, уларҙың социаль әүҙемлеген күтәреү, һәләтле йәштәргә ярҙам итеү, йәштәр араһында енәйәтселек, наркомания таралыуға ҡаршы тороу – хакимиәттең төп бурыстары иҫәбендә.

2018 йылда йәштәр өсөн 70 сара үтте. Яңы сара - “Еләҫ ел” йәштәр форумы йөҙләгән йәш кешене йыйҙы.

Ғаилә йылы айҡанлы күп саралар үтте. Әҙ килемле ғаиләләр, үҫмерҙәр менән эшкә “Ғаилә” район-ара үҙәгенең район бүлексәһе ҙур өлөш индереп, ғаилә институтын нығытыуға, ғаиләләргә тейешле ярҙам һәм иғтибар бүлеүгә арналған күп саралар, шул иҫәптән матур йолаға әйләнгән “Ғаилә ял көндәре”, үткәрҙе.

Йәштәр сәйәсәте бүлеге, йолаға ярашлы Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусы көнө, “Георгий таҫмаһы” патриотик акцияһы, “Йәгеҙ әле, егеттәр!” конкурстары үткәреп тора. “Үлемһеҙ полк”, “Еңеү сирене”, “Хәтер майшәме” кеүек акциялар ҙа ғафуриҙар күңеленә үтеп инде. 2018 йылда доброволецтар сафы ла артты.

Хөрмәтле коллегалар!

Сәләмәтлек. Райондың һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә Красноусол үҙәк район дауаханаһы, 5 ауыл табиплыҡ амбулаторияһы һәм 42 ФАП хеҙмәт итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 3 урында (Байымбәт, Баҡраҡ, Ташбүкән) ФАП-тар буш тора, уларҙа халыҡты күрше пункттарҙан килеп хеҙмәтләндерәләр. Һаулыҡ һаҡлау министрлығына модулле ФАП алыуға заявка бирелде. Яңынан алты фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөйһө һәм киләсәктә 4 модулле ФАП һатып алаһы бар.

Авария хәлендәге, иҫке медицина учреждениелары проблемаһын Радий Хәбиров үҙ Мөрәжәғәтнамәһендә лә әйтте. Беҙҙең үҙебеҙгә лә республиканан ярҙам алыу өсөн төрлө программаларға мөмкин тиклем әүҙемерәк ҡушылырға кәрәк. Ҡулдан килерлеген үҙебеҙ ҙә ярҙам итергә әҙербеҙ. Белеүегеҙсә, Үҙәк район дауаханаһына күсмә ФАП итеп эшләп алыу өсөн автомобиль бүленде, ул район буйлап йөрөй башланы ла инде.

Кадрҙар мәсьәләһе киҫкен булып ҡала. Әле 39 табип етмәй. Табиптарҙың 20 проценты самаһы – пенсионерҙар. Һәм былар - һуңғы йылдарҙа ғына дауаханаға “Земство докторы” программаһы буйынса 28 йәш белгес, “Земство фельдшеры” программаһы буйынса 3 фельдшер ҡабул ителеүгә ҡарамаҫтан.

Был мәсьәләне хәл итеүгә тәүге аҙым яһаныҡ, дауахана етәкселеге менән бергә БДМУ студенттары менән осрашып һөйләштек, эшкә ҡайтыусыларға торлаҡ мәсьәләһендә ярҙам буласағын әйттек. Беҙҙең планда – Курорт ауылындағы элекке балалар баҡсаһын медиктар өсөн торлаҡ итеп үҙгәртеү.

Ыңғай мәлдәрҙән 2018 йыл аҙағы – 2019 йыл башында ғына 3 “ашығыс ярҙам” автомобиле, еңел автомобиль, төрлө медицина ҡорамалдары (дөйөм 9 млн һумға) һатып алыуыбыҙҙы әйтер инем.

Демографик хәлдең борсолорлоҡ булыуын билдәләмәй булмай. Тәү йомғаҡтар буйынса 2018 йылда халыҡтың тәбиғи кәмеүе 133 кеше тәшкил иткән. Яман шеш, туберкулез менән сирләү артыуға бара. ВИЧ менән ауырыу күрһәткесе һуңғы өс йылда 1,5 тапҡырға артҡан.

Үҙәк район дауаханаһы етәкселегенән сирҙәрҙең алдынан алыу, яман шеш сирҙәрен иртә асыҡлау буйынса өҫтәмә саралар күреүҙе һорайым. Әйткәндәй, быйылдан республика кимәлендә яман шеш сирҙәрен иртә стадияла асыҡлаған поликлиника табиптарын дәртләндереү ҡаралған.

Районда эшкә һәләтле йәштәгеләрҙең, шул иҫәптән тышҡы сәбәптәрҙән, үлеү күрһәткесе лә юғары (уртаса республика күрһәткесенән күберәк). Һис шикһеҙ, күп үлемдәрҙең сәбәбе иҫерткестәр эсеүгә, айырыуса суррогат араҡыға әүәҫләнеүҙә. Урындарҙа был яуызды йыл аҙағынаса бөтөрөргә тигән бурыс ҡуям. Имен булмаған, эскән ғаиләләр күп. Уларға ҡарата урындағы власть, участка уполномоченныйҙары, социаль хеҙмәткәрҙәр, уҡытыусылар, йәмәғәтселек яғынан битарафлыҡ булырға тейеш түгел.

Сәләмәтлек хаҡында һүҙ барғанда шифаханаларыбыҙҙы телгә алмау мөмкин түгел.

“Красноусол” шифаханаһында 600-ҙән ашыу райондашыбыҙ эшләй, былтыр унда уртаса эш хаҡы 25239 һум тәшкил иткән, бөтә кимәлдәге бюджеттарға 96,3 млн һум һалым түләнгән, шуның 20,5 млн һумы – район бюджетына.

Предприятиеның алдағы йылға пландарынан бизнес-үҙәк төҙөлөшөн, модулле ҡаҙанлыҡ ҡороп ҡуйыуҙы, бер нисә корпуста ремонтты, шулай уҡ тағы ла ҡоласлыраҡ проекттарға проект-смета документацияһы әҙерләүҙе һанап үтергә була. Шифахананың үҙ аҡсаларына һәм республика бюджетынан аҡса йәлеп итеп, шифахананы киңәйтеү күҙҙә тотола, был эш һөҙөмтәһе булып тағы 600-ҙән ашыу эш урыны асылыу, һалым керемдәре артыуы торасаҡ.

Красноусол балалар шифаханаһында уҙған йылда 4119 кеше, шул иҫәптән районыбыҙҙан 114 бала һаулығын нығытҡан. Уртаса айлыҡ эш хаҡы 28693 һум – уртаса райондағынан 8,2 процентҡа күберәк булды. Бөтә кимәлдәге бюджеттарға 27,8 млн һум (район бюджетына – 7 млн һум) һалым түләнгән. Шифаханала 185 кеше эшләй.

“Красноусол” лагеры бүлексәһе булып тораған “Еҙем” физкультура-һауыҡтырыу комплексына йыл һуҙымында 27 меңдән ашыу кеше килгән. Бында райондың дөйөм белем биреү учреждениелары менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек яйға һалынған, аҙна һайын уҡыусылар графикка ярашлы бассейнға, тренажер залына йөрөй. ФОК базаһында даими рәүештә төрлө спорт саралары үтеп тора. Шулай ҙа күберәк кешене йәлеп итеү, түләүле хеҙмәттәр күрһәтеүҙән табыш алыуҙы арттырыу йәһәтенән ФОК етәкселегенә тырышаһы бар.

Кешеләр үлемен, сирләүен кәметеүгә йүнәлтелгән саралар араһында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау айырым урын алып тора. Бында бөтә спорт учреждениеларының мөмкинлеген тулыһынса файҙаланырға кәрәк. Районда республика кимәлендәге күп ярыш, турнирҙар үтеп тора. “Үҙебеҙҙеке” генә булған, матур йолаға әйләнгән ярыштарыбыҙ ҙа бар: башҡорт ҡоролтайы һәм “Табын” гәзите призына милли көрәш, Рәсәй Федерацияһы мәғариф алдынғыһы А.С.Чушкин иҫтәлегенә баскетбол турниры һ.б. Спортсыларыбыҙҙың уңыштары менән хаҡлы ғорурлана алабыҙ.

Районда спортты артабан да үҫтереү, күберәк кешене спорт менән шөғөлләнеүгә ылыҡтырыу маҡсатында беҙ 2019 һәм артабанғы йылдарға сәмле бурыстар ҡуябыҙ: райондың тораҡ пункттарында 33 спорт майҙансығы, 13 хоккей ҡумтаһы һәм, алда әйткәнемсә, район үҙәгендәге ике мәктәпкә төкәтмә-спорт залдары төҙөргә.

Социаль өлкә.

Район мәҙәниәте бөгөн – 65 объект: район мәҙәниәт һарайы, 18 ауыл мәҙәниәт йорто, 19 ауыл клубы, 3 музей, Балалар сәнғәт мәктәбе, китапханалар селтәре. 2018 йыл аҙағында - 7 һәм ошо йыл башында 1 ауыл китапханаһы филиалы астыҡ. Яугилде башланғыс мәктәбе базаһында ауыл клубы асылды. Йыл һуҙымында 9 меңдән ашыу күмәк мәҙәни сара уҙғарылды. Уларҙың иң ҡыҙыҡлыларынан “Милли ғаиләләр парады”н, “Ғаилә ултырмалары” фольклор байрамын, Оло йәштәгеләр көнөнә арналған “Иң өлкәне” шоуын атарға була. Октябрҙә Өфөлә республика ойошторолоуҙың 100 йыллығына арналған “Ғафури – торналар төйәге” тигән районды танытыу сара юғары кимәлдә үтте.

Башҡортостандың төрлө яҡтарынан иң оҫта уҡ атыусыларҙы йыйған “Мәргән уҡсы” сараһы райондың бренд сараһына әйләнде, 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан ата-бабаларыбыҙ иҫтәлегенә бер-нисә сара уҙғарылды. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәребеҙ күп кенә республика, халыҡ-ара, төбәк-ара конкурс-фестивалдәрҙә ҡатнашып, тиҫтәләрсә наградалар яулап ҡайтты.

Матди яҡҡа килгәндә, районыбыҙ “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Кесе Ватан мәҙәниәте” проектында йәнә еңеп сығып, 4,2 млн һум финанс сараларын Сәйетбаба ауыл мәҙәниәт йорто базаһында күп функциялы мәҙәни үҙәк булдырыуға тотонасаҡбыҙ. Ҡауарҙы ауылында яңы клуб төҙөүгә проект-смета документацияһы әҙерләйәсәкбеҙ.

Яҡын йылдарҙа иһә ауыл мәҙәниәт йорттары базаһында бөтәһе 7 күп функциялы мәҙәни үҙәк асырға, Табында һәм Яңы Бурлыла (быйыл йыл башында янып киткәне урынына) мәҙәниәт йорттары төҙөргә, район мәҙәниәт һарайы базаһында “Умникум” мәҙәни-белем биреү үҙәге асырға планлаштырабыҙ.

Хөрмәтле ултырышта ҡатнашыусылар!

Районда ауыл хужалығы иҡтисадтың нигеҙен тәшкил иткән тармаҡ булып тора. 2018 йылда бөтә категория хужалыҡтар буйынса тулайым ауыл хужалығы продукцияһы, унан алдағы йылға ҡарата 103,5 процент үҫеш темпы менән, 2 млрд 674 млн һум тәшкил итте. Ауыл хужалығы предприятиелары инвестицияһы күләме 103 млн һум булды. Барлыҡ хужалыҡтар ҙа йылды рентабелле тамамланы.

17,5 мең гектар майҙандан 38,4 мең тонна иген йыйып алынды, уртаса уңыш гектарынан 22 центнер (уртаса республика буйынса - 18,9 ц/га) тәшкил итте. Иген культураларынан иң күп уңыш “Восход-СТ” аграр предприятиеһы ЯСЙ-ендә (323,3 ц/га), Р.В.Мөьминов КФХ-һы һәм Ленин исемендәге колхоз һөҙөмтәһе - 28,2 ц/га, Г.М.Тахтаров КФХ-һы баҫыуҙарының гектарынан 26,1 ц йыйып алынды.

3066 гектар майҙанда шәкәр сөгөлдөрө йыйып алынып, шәкәр заводтарына 114,0 мең тонна сөгөлдөр оҙатылды. Республикала уртаса уңыш гектарынан 310 ц булғанда районда ул 401,3 центнерға етте, районыбыҙ сираттағы тапҡыр республиканың алдынғы өс районы иҫәбенә инде. Шәкәр сөгөлдөрө эшкәртеүҙә “Сатурн” крәҫтиән хужалығы сөгөлдөрсөләре иң яҡшы һөҙөмтәгә өлгәште, унда уңыш гектарынан 734 центнер, тулайым йыйым 33 мең тонна тәшкил итте. Г.М.Тахтаров КФХ-һы (тулайым йыйым 17,6 мең тонна, уңыш 463 ц/га), “Восход-СТ” АП ЯСЙ-е лә (42 мең тонна, 340 ц/га) дөйөм уңышҡа тос өлөш индерҙе.

Ғафури аграрийҙары башҡа культуралар буйынса ла һәйбәт һөҙөмтәләргә өлгәште.

Быйыл беҙгә республика кимәлендәге ҙур сара – “Баҫыу көнөн” үткәрәһе бар.

Бөтә категория хужалыҡтар буйынса йыл башынан 29 мең 682 тонна (2017 йыл кимәлендә) һөт етештерелде. Ауыл хужалығы предприятиеларында 1 һыйырҙан уртаса һауым 41323 кг, йәғни 2017 йылға ҡарата 102,7 процент тәшкил итте. Был тармаҡта “Урожай” КХ ЯСЙ-е лидер булып тора.

Бөтәһе 4,8 мең тонна ит етештерелде (2017 йылға ҡарата 98,5 процент).

Хужалыҡтарыбыҙ тарафынан дөйөм 98 млн һумлыҡ яңы техника һатып алынды. 2018 йылда 3 крәҫтиән (фермер) хужалығы “Яңы эш башлаусы фермерҙарға ярҙам” һәм “Ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү” программалары буйынса дөйөм 7,9 млн һум грант алды.

Райондың ауыл биләмәләрендә 11 инициатив төркөм булдырылды, 6 ауыл хужалығы кооперативы асылды, шуларҙың 3-һе: “Ғафури һөтө”, “Ҡояшҡай” һәм “Хәләл Еҙем” республика конкурсында еңеүселәр рәтенә инеп, дөйөм 7,2 млн һум грант алды.

Алынған грантҡа һәм кооперативтарҙың үҙ аҡсаларына мал һуйыу һәм ит эшкәртеү, ит ярымфабрикаттары, колбаса ризыҡтары, сырҙар сығарыу цехтары төҙөләсәк. Үҙ Мөрәжәғәтнамәһендә Радий Хәбиров әйткәнсә: “Үҙебеҙҙә тәрән эшкәртеүҙе йәйелдереү – агросәнәғәтебеҙ алдында торған тәү сираттағы бурыс бына ошо”.

2018 йылда Республика Хөкүмәте яғынан ауыл хужалығы прордукцияһы етештереүселәргә субсидиялар рәүешендә 48,9 млн һум (2017 йылда 35,7 млн һум булғайны) ярҙам бүленде. “БР ауылында кадрҙар потенциалына ярҙам” программаһы буйынса райондың 2 йәш белгесе 500 мең һум суммаға грант алды.

Муниципаль программалар сиктәрендә район да ярҙам күрһәтә. Мәҫәлән, һуңғы өс йылда эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам программаһы буйынса 11 КФХ-ға дөйөм 2 млн 128 мең һум субсидиялар бүленде, ауыл хужалығын үҫтереү муниципаль программаһы сиктәрендә 4 КФХ һәм ШЭ-ға 1 млн 470 мең һум күләмендә ярҙам күрһәтелде. Һөҙөмтәле эш күрһәткәндәргә беҙ артабан да ярҙам итәсәкбеҙ.

Тотош ауыл хужалығы предприятиеларын һәм айырым эшсәндәрҙе уңышлы эшкә дәртләндереү маҡсатында 2018 йылда минең тарафтан ауыл хужалығын үҫтереү муниципаль программаһына үҙгәреш индерелеп, 2019 йылдан башлап юғары күрһәткестәргә өлгәшкән өсөн дәртләндереү саралары ҡараласаҡ. Бүләк – “Нива-Шевроле” автомобиле һатып алыуға грант булып, ул ауыл хужалығы йылы йомғаҡтары буйынса иң яҡшы эшсәнгә биреләсәк.

Ауыл хужалығын үҫтереүҙәге өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе беҙ кооперацияларҙы үҫтереүҙә, ауыл хужалығы продукцияһын тәрән эшкәртеүҙе ойоштороуҙа күрәбеҙ.

Хөрмәтле коллегалар!

Район иҡтисадында бизнестың үҫә барған ролен билдәләмәй булмай. Район буйынса бәләкәй предприятиелар әйләнеше 1 млрд 798 мең һум тәшкил итте, 2017 йылға ҡарата үҫеш - 2,4 процент.

2018 йыл һөҙөмтәләре буйынса районда 553 эшҡыуарлыҡ субъекты теркәлгән, бәләкәй бизнеста 3 мең самаһы, йәки иҡтисадта мәшғүл халыҡтың 45,9 проценты эшләй. Ғафуриҙарҙың яртыһы тиерлек бизнес субъекттарында эшләүен иҫәпкә алып, эшҡыуарҙарға үҙ эшселәренә лайыҡлы эш хаҡы түләүҙәрен, социаль пакет булдырыуҙы һорар инем. Юғиһә “һоро” эш хаҡы менән булашыусылар ҙа етерлек. Һис шикһеҙ, социаль яуаплылыҡ тойоусылар, ярҙамсылдар ҙа күп, улар мохтаждарға, төрлө район сараларында ярҙам итә.

Ҡулдан килгәнсә беҙ ҙә эшҡыуарҙарға ярҙам итәбеҙ. Былтыр 7 бизнес субъекты ярҙам алды.

Хөрмәтле кәңәшмәлә ҡатнашыусылар!

Уңайлы тормош, сәләмәт йәшәү рәүеше тураһында һүҙ барғанда хоҡуҡ боҙоуҙар менән көрәш, профилактикалауҙың һөҙөмтәле системаһын булдырыу ҙа мөһим. Районда криминоген хәл теркәлгән енәйәттәр һанының 2017 йылға ҡарата 11,8 процентҡа кәмеүе менән билдәләнә: ауыр енәйәттәр, урлашыу, кеҫә телефондары урлау, ҡазаланыуға килтергән юл фажиғәләре, йәмәғәт урындарында, урамдарҙа, эскән килеш ҡылынған енәйәттәр кәмегән. Шул уҡ ваҡытта кеше үлтереү, кеше ғүмеренә аңлы рәүештә ҙур зыян килтереп, уның үлеменә сәбәп булған, бәлиғ булмағандар тарафынан ҡылынған, келәт, магазиндарға төшөү кеүек енәйәттәр күбәйгән. Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше менән бәйле – 6, законһыҙ ҡорал әйләнешенә ҡағылышлы 10 енәйәт асылған. 2018 йылда районда 31 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 49 кеше төрлө кимәлдәге йәрәхәт алған, 4 кеше үлгән.

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге йүнәлешендә 6 меңдән ашыу административ хоҡуҡ боҙоу асыҡланған, шуларҙан 2016-һы – эскән килеш транспортҡа идара иткән өсөн. 7 млн һумдан ашыулыҡ штрафтар һалынған.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, районда 50 янғын булған, был 2017 йылдағынан 5-кә күберәк. Янғындарҙа 8 кеше һәләк булды (2017 йылда 4 ине). Утта 20 торлаҡ йорт, 22 ихата ҡаралтыһы, 1 магазин, 3 автомобиль юҡ ителгән йәки зарарланған. Иң күп янғындар Аҡкүл (14), Красноусол (11), Табын (9) ауыл биләмәләрендә. Буруновка, Ташбүкән, Яңғыҙҡайын, Ташлы ауыл биләмәләрендә иһә булмаған.

Уҙған йылда социаль йәһәттән хәүефле хәлдәге ғаиләләр йәшәгән йорттарға 577 янғын сигнализаторы урынлаштырылды, быйыл әлегә 207 сигнализатор ҡуйып сығылды.

Хөрмәтле коллегалар!

Ветерандар, ишле ғаиләләр, етем балалар айырым контроль үҙәгендә тора. Ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләр, инвалидтар, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, әҙ килемлеләр – бөтәһе 3400 кеше дөйөм 31 млн һумдан ашыу суммаға социаль яҡлау йүнәлеше буйынса төрлө түләү алды. 2018 йылда 73 күп балалы ғаилә ер участкаһы алды.

Бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияла 126 бала тәрбиәләнгән 48 ғаилә иҫәптә тора. 2018 йылда социаль приютҡа 46 бәлиғ булмаған үҫмер, дауахананың балалар бүлегенә 18 бала урынлаштырылды. Айырым профилактика эше үткәргәндән һуң 56 бала үҙ ғаиләһенә ҡайтарылды, 15 бла сабыйҙар йортона урынлаштырылды.

Опека һәм попечителлек бүлегендә иҫәптә етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған 171 бала иҫәптә тора. Уларҙың 50-һе генә үкһеҙ етем, ҡалғандары - ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгәндәрҙең балалары. 64 ғаиләлә опекала (попечителлектә) 77 бала йәшәй, ҡабул итеп алған 55 ғаиләлә 95 бала тәрбиәләнә. 2018 йылда “етем” категорияһына ҡараған 14 кешегә уңайлыҡтары булған торлаҡ бирелде.

Айырым иғтибар – ветерандарыбыҙға. Район ветерандар ойошмаһында 10356 ветеран һәм пенсионер иҫәпләнә, улар 51 беренсел ойошмаға инә. Шуларҙан 8 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 96 яугир ҡатыны, 253 тыл эшсәне, 3287 хеҙмәт ветераны. Инде 6 йыл һуҙымында Ғафури ветерандарының тормош-көнкүреше, хәстәрлектәре менән янып йәшәүсе район ветерандар советы рәйесе Эльвира Әнүәр ҡыҙы Мөлөковаға ҙур рәхмәт белдерәм.

Ветерандар ойошмаһы “Изгелек шишмәһе” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге менән тығыҙ бәйләнештә эшләй.Үҙәк хеҙмәтләндереүендә 670 өлкән граждан, шулай уҡ инвалидтар, инвалид балалар тора. Яҡын киләсәктә төрлө сәбәптәр менән ябылған Өлкән йәштәгеләр пансионаты эшен тергеҙергә мөмкин булыр тип ышанам. “Шишмә” ЯСЙ-е етәксеһе Р.Рахманғолова ошо хаҡта инициатива менән сыҡты.

Йәмәғәт ойошмалары хаҡында һөйләгәндә ҡатын-ҡыҙҙар советтары эшен дә билдәләп үтке килә

Шулай уҡ ТОС-тар (территориаль-йәмәғәт үҙидараһы) кеүек йәмәғәт берекмәләре лә халыҡтың урындағы үҙидарала ҡатнашыуының мөһим формаһына әйләнеп кенә ҡалмай, төрлө федераль программаларҙа ҡатнашып, көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүгә финанс саралары йәлеп итә. Районда “Юлыҡ” ТОС-ы – быға ыңғай миҫал. Башҡа ауыл биләмәләрендә лә бындай берекмәләр ойошторорға саҡырам.

Бөгөн һанлы телевидениеға күсеү мөһим мәсьәлә булып тора. Уға күскәндә районда 913 әҙ килемле ғаилә һәм пенсияһына федераль өҫтәмә алыусы 1829 пенсионер матди ярҙам аласаҡ.

Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенә эш эҙләп 991 кеше мөрәжәғәт иткән, 427 граждан эшһеҙ тигән статус алған. 77 эшһеҙ кеше һөнәргә уҡытырға ебәрелгән, 20 инвалид эшкә урынлаштырылған. 14-тән 18 йәшкә тиклемге 157 үҫмер уҡыуҙан буш ваҡытҡа эшкә урынлашҡан. Теркәлгән эшһеҙлек кимәле иҡтисади әүҙем халыҡ иҫәбенә ҡарата 1,13 проценттан 2018 йылда 1,02 процентҡаса кәмегән.

Район ЗАГС бүлеге тарафынан 2018 йылда 164 никах теркәлгән, 99 пар никахын өҙгән, 341 бала тыуған.

“Табын” һәм “Звезда” район гәзиттәре урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлеген киң яҡтырта, йәмәғәтселек фекерен булдырыу, ижтимағи-сәйәси тормоштағы, иҡтисади өлкәләге үҙгәрештәрҙе аңлатыу буйынса журналистарыбыҙ маҡсатҡа ярашлы эш алып бара.

Хөрмәтле коллегалар!

Бөгөн беҙҙең алда торған төп бурыс – кешеләрҙең тормош сифатын яҡшыртыу. Ышанам, барлыҡ проблемаларҙы ла хәл итә алабыҙ.

Беҙҙең өсөн республика һәм урындағы кимәлдәге стратегик планлаштырыу документтарын бойомға ашырыу, шулай уҡ Рәсәй Президентының “май” Указындағы 12 милли проектты үтәү өҫтөнлөклө булырға тейеш. Бында беҙҙең алда берлектәге ҙур эштәр тора.

Һүҙемдең аҙағында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың беҙҙең районды ҡурсалаусы депутаттарына, район Советы депутаттарына, йәмәғәт ойошмаларына урындағы әһәмиәтле мәсьәләләрҙе хәл итеүҙәге ярҙамдары өсөн ҙур рәхмәт әйткем килә.

Федераль хеҙмәттәр, прокуратура органдары, полиция бүлеге һәм райондың тотош активына тығыҙ хеҙмәттәшлек өсөн ҙур рәхмәт!

Районыбыҙ киләсәгенә битараф булмағандары, әүҙем тормош позицияһы һәм ярҙамдары өсөн барлыҡ ғафуриҙарға ысын күңелдән рәхмәт!

Барығыҙға ла һаулыҡ, именлек, алдыбыҙҙа торған бурыстарҙы үтәүҙә уңыштар теләйем!

Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!


Читайте нас: