+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
22 Февраль 2019, 11:43

Туған тел – мәҙәни мираҫыбыҙ

«Бөтә рухи мәҙәниәттең нигеҙендә туған тел ята» тигән фекер киң билдәле һәм уның менән килешмәү мөмкин түгел. Халыҡтың быуаттар буйы туплап килгән зиһен көсө, рухи ҡиммәттәре һәм аҡылы хәтергә һалынып нәҫелдән-нәҫелгә күсә һәм уны туған тел аша ғына асып була.

Халҡыбыҙ борон-борондан туған телдең тормошта тотҡан урынын юғары баһалаған һәм уның хаҡында бик күп мәҡәлдәр ижад иткән. Мәҫәлән, халыҡ мәҡәлдәрендә ул әсә теле менән бер тиң төшөнсә итеп билдәләнә: «Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ ҡәҙерле булыр», «Алтыла белгән әсә телен алтмышта ла онотмаҫ», «Иле барҙың теле бар», «Туған телен һөймәҫ – туған әсәһен белмәҫ».

Туған тел хаҡында фекер йөрөткәндә, исеме Башҡортостанда ғына түгел, бөтә төрки халыҡтар донъяһында абруйлы урындарҙың береһен алып торған күренекле тел белгесе Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың шәхесе күҙ алдына килеп баҫа.

Арҙаҡлы ғалим, күренекле тел белгесе Жәлил Кейекбаев үҙенең «Әсә теле – тәрбиә ҡоралы» исемле мәҡәләһендә туған тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә уҡытыусы әсә теленә тәрән һөйөү тәрбиәләй, ә әсә теленә һөйөү тәрбиәләү – үҙ халҡыңа мөхәббәт тәрбиәләү менән бер, тип яҙған.

Туған халҡының йәнле һөйләү телен яҡшы белеү, туған теленең матурлығын нескә тойоу һәм һөйөү Ж.Ғ. Кейекбаевта әҙәби телдең етди мәсьәләләре өҫтөндә эшләү ихтыяжын уята. Башҡорт теленең фонетик ҡоролошо, уның төрки телдәр системаһында ниндәй урында тороуы, башҡа яҡын ҡәрҙәш телдәргә уның оҡшаш яҡтары һәм айырмаһы, өндәрҙең тарихи үҫеш мәсьәләләре ҡыҙыҡһындыра Жәлил Ғиниәт улын.

Ғалимдың фәнни концепцияһы «Урал-алтай тел белеменә инеш» (1972) китабында яҡтыртыла. Ысын мәғәнәһендә полиглот булараҡ, Ж.Ғ.Кейекбаев күп телдәрҙе яҡшы белгән була. Үҙенең теорияһын иҫбатлау өсөн мәшһүр телсе урал-алтай телдәренә ҡараған 50-нән ашыу тел һәм диалект материалдары файҙалана, уларҙы математик логикаға нигеҙләп, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә был проб-лема буйынса бихисап хеҙмәттәр, монографиялар ҡалдыра. Әйтергә кәрәк, ғалимдың музейында ла уның ҡулъяҙмалары, үҙенең иҫкәрмәләре, билдәләмәләре менән ғилми хеҙмәттәренең нөсхәләре һаҡлана.

Һөҙөмтәлә, профессор Ж.Ғ.Кейекбаев урал-алтай телдәренең үҙ-ара ҡәрҙәшлеген танып, уны бик күп тел факттары менән иҫбат итә һәм урал-алтай телдәренең яҡын һәм алыҫ ҡәрҙәшлеген асыҡлай.

Төрки телдәрен өйрәнеп, урал-алтай телдәренең ҡәрҙәшлеген иҫбатлаған профессор Ж.Ғ.Кейекбаевтың исеме Тыуған илебеҙ сиктәрен аша сығып, бөтә донъяға билдәле була.

«Башҡорт телен белеү генә етмәй, уға ғашиҡ булырға кәрәк», тип йыш ҡабатларға яратҡан мәшһүр телсе Жәлил Кейекбаев. Туған телдең байлығын, моңло яңғырашын бигерәк яратҡан ғалим, телгә иғтибарлы булғанға үҙе лә халыҡ сәсәндәре кеүек ҡобайырҙар ижад иткән. Тағы ла Жәлил ағайҙың халҡы өсөн баһалап бөткөһөҙ рухи хазиналары – затлы йәдкәрҙәре, шиғырҙары, әкиәттәре, хикәйәләре, повестары, киң ҡатлам уҡыусыларға таныш булған һәм бик оҫта тел менән яҙылған «Туғандар һәм таныштар» романы, публицистик әҫәрҙәре һәм тәржемәләре ҡалды. Ә тел ғилемендә туған телебеҙҙең бәҫен, мәртәбәһен күтәреүгә индергән өлөшө иһә үлсәүҙәргә һыймаҫ нарыҡлауҙарға торошло.

Жәлил Ғиниәт улы мәғариф эшенә лә күп ваҡытын һәм көсөн бирә. Туған телде уҡытыуҙың ғилми-методик мәсьәләләре ғалимдың күп ғилми баҫмаларында сағылыш таба. Ул - урта мәктәптәр, педагогия училищелары, юғары уҡыу йорттары өсөн туған тел дәреслектәре авторы. Уның дәреслектәре уҡыу әсбаптары булып хәҙер ҙә ҡулланыла.

Ғөмүмән, атаҡлы башҡорт ғалимы, донъя тюркологияһында киң билдәле фән
әһеле һәм талантлы әҙип, педагог, филология фәндәре докторы, профессор
Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың ғилми-теоретик һәм әҙәби мираҫы башҡорт
филологияһы һәм төрки тел ғилеме тарихында айырым урын тота. Башҡорт тел
ғилеменә нигеҙ һалыусы Жәлил Кейекбаевтың исеме үҙен туған телгә хеҙмәт
итеүсе тип һанаған һәр кем өсөн ҡәҙерле һәм яҡын.
Читайте нас: