+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
5 Март 2019, 14:33

Гөрләп торҙо Ташлытау

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан Яңғыҙҡайын урта мәктәбендә хәрби-патриотик саралар үтте. Байрамға әҙерлек алдан уҡ башланды.

Сараның тәүгеһендә 8-11-се класс уҡыусылары “Йәгеҙ әле, егеттәр!” конкурсында оҫталыҡ, таҫыллыҡта көс һынашты. Егеттәр “Йәшелдәр” һәм “Ҡыҙылдар” командаларына бүленеп, төрлө ярыштарҙа ҡатнашһа, ҡалған уҡыусылар уларға көс-дәрт биреп, еңеүгә илһамландырып торҙо.

Бәйгенән һуң барыһы ла ауыл эргәһендәге Ташлытау итәгенә “Зарница” уйынына йыйылды. Һәр уҡыусы ысынға оҡшап торған автомат, гранаталар яһаған, өҫ кейемдәренә ҡыҙыл һәм йәшел погондар эшләп теккәндәр. Егеттәр 5 метрға граната ырғытыуҙа, алдан йәшереп ҡуйылған флагты эҙләүҙә, носилка менән “яралыны” ташыуҙа ярышты һәм башҡа ҡыҙыҡлы заданиеларҙы үтәне. Мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы үткән уйында “Йәшелдәр” командаһы еңеүгә өлгәште.

“Зарница” барыһына ла оҡшаны. Ҡатнашыусылар уйынды ойоштороп уҙғарыусы
тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы Наил Ғәлекәйев һәм физкультура
уҡытыусыһы Рузил Ғәббәсовҡа рәхмәтле булып, киләһе йылда ла ҡатнашырға
теләк белдерҙеләр.
Читайте нас: