+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
5 Март 2019, 14:26

Хәрби антҡа тоғролар байрамы

М.Ғафури майҙанындағы Геройҙар Аллеяһы янына Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған митингыға халыҡ бик күп йыйылғайны. Кемдер яугирҙар иҫтәлегенә ҡуйылған фотостендҡа ҡарап үҙенең ҡаһарман ата-бабаһын эҙләне, эстән рәхмәт һүҙе еткерҙе.


Фәрүәт Яҡупов исемендәге хәрби хәрәкәттәр ветерандары ойошмаһы рәйесе И.Р.Закиров сығыш яһап, изге ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.

Красноусолдағы 1-се мәктәптең 9-сы класс уҡыусыһы Илназ Сәфәрғәлиев йәш быуын исеменән үҙ һүҙҙәрен әйтеп үтте.

Тантаналы сығыштарҙан һуң Геройҙар Аллеяһына венок һәм сәскәләр һалынды.

Һуңынан барыһы ла район мәҙәниәт һарайына байрам концертына йыйылды. Байрамға килеүселәр тынлы оркестр көйө аҫтында тамаша залына үтте.

Байрам концерты йыр-бейеүҙәр менән аралашып барҙы. Рухлы “Ҡыр ҡаҙҙары”, “Маршрут”, “Казактар” бейеүҙәре, йөрәккә үтеп инерлек “Мин ҡайтырмын, әсәйем”, “Афған яугирҙарына”, “Күгәрсен” йырҙары тамашасыларҙың күңеленә хуш килгәндер. Балалар баҡсаһына йөрөүсе бәләкәй генә малайҙарҙың сәхнә тултырып ихлас бейеүҙәре, уҡыусы балаларҙың йырлауы, Балалар ижады үҙәгенең “Йәш армия” төркөмөндә шөғөлләнеүсе егеттәрҙең сығышы бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Һәр сығыш героик үткәнде, төрлө хәлдәрҙе күҙ алдына баҫтырҙы. Тамашасылар һәр бер сығышты ихлас ҡул сабыуҙар менән оҙатып ҡалды.

Залдағылар район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙовтың сығышын иғтибар менән тыңланы.

- Беҙ Бөйөк Ватан һуғышы, Афғанстан, Чечня һәм башҡа ҡыҙыу нөктәләрҙәге хәрби хәрәкәттәр ветерандары менән сикһеҙ ғорурланабыҙ. Улар ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ күрһәтеп, аҙаҡҡаса хәрби анттарына тоғро ҡалдылар.Әле лә егеттәребеҙ хәрби хеҙмәттәрен намыҫ менән үтәйҙәр, илебеҙҙе ышаныслы һаҡлайҙар. Халҡыбыҙҙың бай героик үткәне бар. Был хаҡта белергә, ғорурланырға һәм йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләргә тейешбеҙ, - тине Фәнзил Фәйез улы һәм Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау грамотаһын ветеринария станцияһы ветврачы Миңлеәхәт Ғәлиуллинға, муниципаль район хакимиәтенең Маҡтау грамотаһын отставкалағы полиция майоры Камил Хәлитовҡа һәм башҡа бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Маҡтау грамоталары тапшырып үтте.

Артабан Ауырғазы һәм Ғафури райондары буйынса хәрби комиссар Файруз Ғимаҙиев сығыш яһап, районыбыҙҙың 5 Советтар Союзы Геройын һәм беҙҙең көндәрҙә Төньяҡ Кавказда ҡаһарманлыҡ күрһәткән Афған һуғышы ветераны, милиция подполковнигы Рәсәй Геройы Фәрүәт Абдулла улы Яҡуповты ғорурлыҡ менән атап үтте. “Илдең Геройҙары булырға тейеш, йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләүҙә улар һәр саҡ үрнәк булып тора”, - тип тамамланы ул үҙенең сығышын.

Муниципаль район Советы исеменән Совет депутаты Сергей Олегович Афанасьев ҡотлап, барыһына ла һаулыҡ, тыныс күк йөҙө теләне һәм отставкалағы полиция майоры Азат Хәбибуллинға, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәбдрәхим Саттар улы Садиҡовҡа, урман хужалығы ветераны Мозафар Аллаяровҡа бүләк һәм Маҡтау грамоталары тапшырҙы.

Район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре 23 февралгә бай концерт әҙерләгән.
Һәр кем был байрамдан кәйеф, рух күтәренкелеге алып, шат йөҙ менән
таралышты.
Читайте нас: