ЮХХДИ хеҙмәт-кәрҙәре 8 Март алдынан ҡатын-ҡыҙҙарҙы туҡтатһа ла, уларҙы документ таптырып йөҙәтмәне, ә бары тик байрам уңайынан машина йөрөтөүсе гүзәл заттарға тере ләлә сәскәһе бүләк итеп, хәйерле юл теләп ҡалдылар.
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының Ғафури районы буйынса бүлек начальнигы Альберт Борханов, инспекторҙар Олег Ишкин, Артур Әсәҙуллин иң беренсе булып Юлиә Ғәлекәйеваны туҡтатты, һуңынан инде сәскә алыу бәхете Эльмира Ҡаҙаҡҡолова, Анна Ғәзизова, Флиза Рәхмәтуллина, Рәйсә Шәмсетдинова, Гөлшат Ҡаҙаҡҡолова, Әлиә Рәхимова һәм башҡа бик күп ҡатын-ҡыҙҙар өлөшөнә төштө. “Тимер ат”ты ауыҙлыҡлап, дилбегәне ышаныслы тотоп йөрөүсе ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың күп булыуы ла һоҡландырҙы. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре уларҙы туҡтатҡанда һәр береһенең тойғоһо ла төрлөсә булды, кемдәрҙер “ҡурҡыттығыҙ” тиһә, кемдер ҡат-ҡат рәхмәт уҡыны, сәскә алыу шатлығынан ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәрен ҡосаҡлап алыусылар ҙа булды.
Тышта әле аҡ ҡар ятҡанда кем шундай көтөлмәгән бүләккә шатланмаһын инде.
Беҙ ҙә фотохәбәрсе Наил Латипов менән һәр водитель ҡатын-ҡыҙҙың улар
эргәһенән ҡояш кеүек йылмайып ҡуҙғалып киткәнен күреп: “Һәр саҡ
һәммәгеҙгә имен юлдар ғына насип булып, йөҙҙәрегеҙҙән йылмайыу
өҙөлмәһен”, тигән теләктә үҙ юлыбыҙҙы дауам иттек.