+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
12 Март 2019, 13:12

Эштәре ыңғай баһаланды

Һәр йылдағыса, быйыл да Рәсәй Федераль Суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының Ғафури район бүлеге 2018 йыл йомғаҡтарына арнап коллегия ултырышы үткәрҙе. Уның эшендә мировой судья Р.Р.Әхмәров, район эске эштәр бүлеге начальнигы урынбаҫары Ж.Ә.Ғәйнуллин, УФСИН-дың өлкән инспекторы И.Ж.Сөләймәнов, ра-йон Суд приставтары бүлеге хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.Район Суд приставтары бүлеге начальнигы Юлай Мәүлимбирҙе улы Нәзиров башта үҙҙәрендә кәңәшмә үткәреү мөмкинлеге биргән район полицияһы етәкселегенә, шулай уҡ ҡатнашыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен һәм артабан да эшлекле хеҙмәттәшлек өҙөлмәҫ тигән теләген белдерҙе. Артабан бүлектең 2018 йылғы эшмәкәрлегенә байҡау яһалды. Коллектив йылды уңышлы тамамлаған.

-Район Суд приставтары бүлеге коллективының иңенә уғата ҙур йөкләмәләр һалыныуға, көсөргәнешле шарттарҙа эшләүҙәренә ҡарамаҫтан, үҙҙәренә еткерелгән бурыстарҙы лайыҡлы башҡарып сыҡтылар, - тине былтыр әҙ составта (7 белгес урынына 3-әү эшләгән) эшләүҙәрен билдәләп Ю.Нәзиров. - Бүлек хеҙмәткәрҙәре тарафынан бурыслыларҙың хоҡуғын сикләү, РФ Енәйәт Кодексының 157-се статьяһының яңы конструкцияһы, РФ КоАП-ының алимент түләүсе граждандар менән эшләү бүлегендәге үҙгәрештәр менән бәйле эштең яңы вәкәләттәре һәм принциптары уңышлы үҙләштерелде.

2018 йылда башҡарыуҙа 19157 башҡарыу производствоһы (790 млн 701 мең һум суммала) булып, шуның 8548-е (235 692 227,17 һум) тамамланды. Отчет осоронда 12906-нан ашыу (297 847 426,41 (298 млн) һум) башҡарыу производствоһы ҡуҙғатылды. Әлеге мәлгә (2019 йыл) был күрһәткестәр 7 млн һум суммаға 750 башҡарыу производствоһы тәшкил итә.

Һәр суд приставы-башҡарыусыға 250 башҡарыу производствоһы тура килде, ай һайын уға 180 эш килеп, электән ҡалғандарын да иҫәпләп, 150-не тамамларға өлгөрҙө.

Бурыстарҙы түләттереүгә килгәндә, былтыр яғыулыҡ-энергетика комплексы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ойошмалары файҙаһына башҡарыуға 300 башҡарыу документтары (суммаһы – 3 млн 258 мең һум) килде. Элеккеләре менән бергә 175 башҡарыу производствоһы теүәлләнеп, суммаһы 1 млн 798 мең һумлыҡ булды. Был йүнәлеш буйынса беҙҙең күрһәткестәребеҙ республика буйынса яҡшылар иҫәбендә. Эш хаҡы буйынса бурыстарҙы түләттереү йәһәтенән 176 702 һум суммаға 5 башҡарыу производствоһы асылып, шуның 2-һе (157 000 һум) тамамланды. Һалым һәм йыйымдар буйынса ла планды 100 процентҡа үтәнек.

Суд приставтары хеҙмәтендә бәлиғ булмаған балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлап, алимент бурыстарын түләттереү буйынса башҡарыуҙарға айырыуса иғтибар бирелә. 2018 йылдың 1 ғинуарына электән ҡалған башҡарыу производстволары 268 булып, йыл башынан 31 декабргә тиклем йәнә 148 башҡарыу производствоһы асылып, 187-һе тамамланды. Алимент түләүҙәре буйынса бүлектең депозит иҫәбенә 8 млн 500 мең һум аҡса инде. Суд приставы-башҡарыусы рапорты буйынса РФ Енәйәт Кодексының 157-се статьяһы 1-се бүлегенә ярашлы, алимент түләүҙән ҡасып йөрөгән 16 кешегә енәйәт эше асылды, РФ КоАП-ының 5.35.1 статьяһы 1-се бүлегенә ярашлы, 48 административ протокол төҙөлдө, 56 бурыслының дөйөм 1 млн 134 мең һум суммала мөлкәте тартып алынды, бурыслыны хоҡуҡтарынан сикләү буйынса 186 ҡарар (48-е - алименттар буйынса), шулай уҡ бурыслының Рәсәй биләмәһенән сығыуын сикләү буйынса 2500 (445-е алименттар буйынса) ҡарар сығарылды.

Кредиттарҙы түләттереү бу-йынса былтыр 2053 башҡарыу документы ҡабул ителеп, 303 384 мең һум суммаға 2828 башҡарыу производствоһы булып, шуның 57 млн суммаға 725-е тамамланды. Былтыр 197 башҡарыу производствоһы буйынса 27 млн 836 мең һумлыҡ мөлкәт тартып алынды. Уның һөҙөмтәһендә фискаль түләүҙәр (һалымдар, штрафтар, страховка иғәнәләре, дәүләт пошлинаһы һәм башҡалар) буйынса 7 млн 300 мең һумлыҡ бурыстар түләттерелде.

Тағы ла шуны билдәләп үтергә кәрәк, матбуғатта һәм хеҙмәт коллективтарында осрашыуҙар ваҡытында аңлатыуҙарға ҡарамаҫтан, яҡташтарыбыҙ законһыҙ рәүештә үҙ ваҡытында түләнмәгән бурыстарҙы ҡайтартыу эшмәкәрлеге алып барыусылар, йәғни коллекторҙарҙан үҙ мәнфәғәттәрен яҡлау хоҡуҡтарын әүҙем файҙаланмайҙар. 2017 йылдан алып идаралыҡта ошондай законһыҙ эш иткән юридик шәхестәр эшмәкәрлеге дәүләт реестрын һәм контроль алып барыу буйынса бүлек эшләй. Бүлек белгестәре коллектор ойошмалары эшен контролдә тота һәм граждандарҙың үҙ ваҡытында түләнмәгән бурыстарҙы ҡайтарыу эшмәкәрлеген ғәмәлгә ашырыуҙа хоҡуҡтары һәм законлы мәнфәғәте боҙолоуы хаҡындағы мөрәжәғәттәрҙе ҡарай. Коллекторҙар яғынан төп закон боҙоуҙар булып артығынан күп шылтыратыуҙар, СМС-тар, бурыслы граждандарға, шулай уҡ уларҙың бурысы булмаған яҡындарына, таныштарына, хатта коллегаларына тауыш хәбәрҙәре ебәреүҙәр, шулай уҡ психологик йәһәттән баҫым, ҡурҡытыуҙар һәм башҡалар тора. Граждандар ошондай закон боҙоуҙар менән бәйле хәлгә тарығандар икән, Суд приставтары район бүлегенә, шулай уҡ БР буйынса Суд приставтары идаралығына ошо адрес бу-йынса мөрәжәғәт итергә мөмкин: Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 95.

Суд приставтары бүлеге тарафынан 2018 йылда дөйөм 52 808 151,94 һум түләттереп алынды, шуның 2 041 130,43 һумы федераль бюджетҡа башҡарыу йыйымдары тәшкил итте, - тине Юлай Мәүлимбирҙе улы. Һәм Суд приставтары хеҙмәтенең бер функцияһы булып торған суд эшмәкәрлегендә тейешле тәртипте тәьмин итеүсе төркөм һәм тәүтикшереү эшмәкәрлеге менән дә таныштырып үтте. Шулай уҡ 2019 йылға бурыстарҙы ла барланы.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусы вәкилдәр Суд приставтары бүлеге хеҙмәткәрҙәре эшмәкәрлегенә үҙ баһаһын, шулай уҡ кәңәштәрен бирҙе, теләктәрен еткерҙе. Бүлек етәксеһе Юлай Нәзиров Суд приставтары хеҙмәте эшмәкәрлеген матбуғат биттәрендә яҡтыртыуҙа ҙур өлөш индергән “Звезда” һәм “Табын” район гәзиттәренең бүлек мөдирҙәре Тәлиға Наил ҡыҙы Фәйзуллина менән Индира Айҙар ҡыҙы Ишкинаны Рәсәй Федераль Суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы бу-йынса идаралығының (етәксеһе - И.Ә.Мәхмүтов) Рәхмәт хаттары менән бүләкләгәндән һуң, йыйылыш үҙ эшен йомғаҡланы.
Читайте нас: