-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
15 Март 2019, 17:11

Тырыш кеше эшен таба

- Ҡулың эш белһә, тамағың туҡ, өҫтөң бөтөн булыр, - тигән һүҙҙәр бик дөрөҫ әйтелгән кеүек. Тик тырышлыҡ менән ҡулың белгән шөғөлдө эшкә егергә генә кәрәк. Эш юҡ, аҡса әҙ, тип зарланып ултырырға ла ваҡыт ҡалмай.

Благовар районының Языково ауылы егете Айрат Раил улы Байков та сит-ят ерҙә аптырап ҡалмаған. Үҙенең шәхси эшен дә асҡан, бына тигән кәләшен дә тапҡан, ғаилә лә ҡорған, балалар ҙа үҫтерә.

Айрат Раил улының оҫтаханаһы “Марат” сауҙа үҙәгендә урынлашҡан. Бәләкәй генә бүлмәлә үҙенең эш кәрәк-яраҡтары һәм йүнәтелгән аяҡ кейемдәре теҙеп ултыртылған, эшләй торғандары ла тау кеүек өйөлөп ята. Иҫке яңыны һаҡлай, тигәндәй, ҡайһы саҡта ҡиммәткә алып та, өр-яңы аяҡ кейемең бер-ике кейеүгә ҡубып сыға. Сығарып ташларға йәл, кейеп тә булмай. Тап шул саҡта аяҡ кейемдәре йүнәтеүсе оҫта кәрәк була ла инде.

- Кәрәкле эш тип уйлайым. Үҙ алдыма өйрәндем тиһәң дә була. Мәктәптә уҡығанда класташ егет Көнкүреш йортонда аяҡ кейемдәре ремонтлау цехында ярҙам итеп йөрөй ине, уның менән бергә барып, ҡарап тора торғайным. Шул да ниндәйҙер ҡыҙыҡһыныу тыуҙырғандыр. Ремонт өсөн кәрәк әйберҙәрҙе Интернеттан, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан барып алам. Эш өсөн хаҡты ла “иҫ китерлек” ҡуймайым. Ҡайһы саҡта иҫке аяҡ кейемдәрен йүнәтергә килтерәләр ҙә, алырға килгәндә үҙҙәре танымай торалар хатта, - тип ҡыҙыҡ итеп һөйләй үҙ эшен Айрат.

Айрат Раил улы тормош иптәше Зәлиә Миниәхмәт ҡыҙы менән матур донъя көтәләр. Илмира ҡыҙҙары Мәскәү ҡалаһында уҡып йөрөһә, бәләкәс Айлинаға 9 йәш, Красноусол башҡорт гимназия-интернатында белем ала. Хәҙер инде районда оҫтаны танып бөткәндәр. Эшен еренә еткереп башҡарғас, үҙ клиенттары ла күбәйгән. Аҡмаһа ла, тама, тигәндәй, ғаилә бюджетына ла килеме ярап ҡала. Заказдар күбәйеп киткәндә өйөнә лә алып ҡайтып эшләй, тик йыбанма ғына. Эшләгән һайын ҡулдар ҙа оҫтара, етеҙләнә. Күңел биреп эшләр үҙ эшең булғас, йәнең дә тыныс бит.
Читайте нас: