+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
15 Март 2019, 18:28

Йорт-ихаталарҙа уңайлылыҡ, тәртип өсөн яуаплылыҡ тойоп...

Марттың өсөнсө йәкшәмбеһендә торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Тормошобоҙҙо был хеҙмәттән башҡа күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Тап коммуналь хеҙмәттәрҙең өҙөклөкһөҙ эшләүе уңайлыҡтар, таҙалыҡ, тәртиптең нигеҙе булып тора. Һөнәри байрамдары уңайынан район халҡын йылылыҡ, һыу менән тәьмин итеүсе “Тепловодоснабжение” МУП-ы директоры Сергей Олегович АФАНАСЬЕВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.


-Беҙ ҡышҡы йылытыу миҙгелен уңышлы, аварияһыҙ үткәреп ебәреү өсөн бөтөн мөһим эштәрҙе яҙҙан көҙгәсә башҡарабыҙ. Ҡыштың, һауа торошоноң ниндәй булырын бер кем дә алдан билдәләй алмай. Шуға ла һәр төрлө ҡатмарлы шарттарға әҙер тороп, ҙур яуаплылыҡ менән башҡарып сығыуға ентекле әҙерләнергә тура килә. Һалҡын осорҙо өҙөклөкһөҙ һәм башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәрһеҙ йырып сығыу тәү сиратта коллективтың тырышлыҡ һөҙөмтәһе, тиергә мөмкин. Йылытыу миҙгеле әлегә тамамланманы, әммә уны уңышлы, йәғни тотороҡло режимда сығып киләбеҙ.

-Һәр кемгә билдәле булы-уынса, “Тепловодоснабжение” МУП-ы һыу үткәргес-канализация, йылылыҡ селтәрҙәрен, идарасы компания булараҡ, күп фатирлы йорттарҙы хеҙмәтләндерә. Был тәңгәлдәге мәсьәләләрҙе хәл итеүгә финанс нисек йүнәлтелә?

-Әлбиттә, күберәк эштәр башҡарырға теләк ҙур, әммә барыһы ла финансҡа барып төртөлә. Шуға ла тәү сиратта уғата мөһим булған мәсьәләләр үҙ ваҡытында һәм сифатлы хәл ителһен өсөн ресурс һәм финансты дөрөҫ бүлергә тырышабыҙ. Туҙыу сигенә етеп, тотороҡло рәүештә һыу, йылылыҡ тапшырыуҙа хәүеф тыуҙырған коммуникация һәм ҡоролмаларға айырыуса ҙур иғтибар бирелә.

2018 йылда электр участкаһы беҙҙең ҡарамаҡтан “ГИП-Электро” йәмғиәтенә күсерелде. Электр селтәрҙәре ҡуртымда булыуға ҡарамаҫтан, инвестиция программаһына ярашлы, эштәр дауам итте, Новосельская урамындағы туҙған 0,4 кВт-лы һауа линиялары реконструкцияланды. Шулай уҡ саңғы юлында (2 км арауыҡта), катокта, урау юл менән Гагарин урамы юлдары киҫелешендә яҡтыртҡыстар урынлаштырыу ҙа беҙҙең предприятие иңендә булды.

Һәр ваҡыттағыса, йылылыҡ селтәрҙәре эшмәкәрлегенә ныҡлы иғтибар бирелә. Предприятие балансында 13 ҡаҙанлыҡ булып, шуның 8-е диспетчерлаштырылып, автоматик режимда эшләй, барлыҡ мәғлүмәт беҙҙең диспетчер пунк-тына тапшырыла. 12 ҡаҙанлыҡты ремонтлау йәһәтенән халыҡты һәм социаль объекттарҙы өҙөклөкһөҙ йылылыҡ менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән саралар күҙаллана. Магистраль йылылыҡ трассаларына һәм ҡулланыусыларҙың йылылыҡ селтәрҙәренә опрессовка уҙғарылды. “ТВС” МУП-ы балансындағы йылылыҡ селтәрҙәре 9,3 км тәшкил итә.

Йылытыу миҙгеленә әҙерлек барышында 7, 8, 11-се ҡаҙанлыҡтарҙың пластинкалы йылылыҡ таратҡыстары йыуҙырылып, әҙерлек һыҙығына ҡуйылды. 13-сө ҡаҙанлыҡтағы “RSA-100” ҡаҙаны, 2-се ҡаҙанлыҡтағы ике “КСВ-1.86” ҡаҙанының береһе капиталь ремонтланды.

Предприятие ҡарамағында шулай уҡ мәғариф бүлегенең 30 газ ҡаҙанлығын һәм мәҙәниәт бүлегенең 6 ҡаҙанлығын техник хеҙмәтләндереү тора. Ҡаҙанлыҡтарҙың барыһы ла эшсе көстәрҙән башҡа эшләй. Был ҡаҙанлыҡтар йылытыу осорона “ТВС” МУП-ы көсө менән әҙерләнде. Шулай уҡ был учреждениеларҙың электр селтәрҙәрен ремонтлау бу-йынса бригада төҙөлдө. Ағымдағы йылдың 1 мартынан Табын коррекция мәктәбенең газ ҡаҙанлығын техник хеҙмәтләндереү ҙә беҙгә йөкмәтелде.

Йылылыҡ селтәрҙәрен яңыртыу, ремонтлау буйынса ла эш дауам итте. Мораҡ мәҙәниәт йортонда ҡаҙандар яңыртылды, был эшкә 70201 һум сарыф ителде. Үзбәк мәктәбе ҡаҙанлығында ҡаҙандар ремонтлауға 67381 һум аҡса тотонолдо. “Имәнкәй” ял лагерында ҡаҙанлыҡты диспетчерлаштырыу (227648 һумға) буйынса эш башҡарылып, хәҙер ул да персоналһыҙ эшләй, Антоновка мәктәбендә йылытыу селтәре насостары (27082 һум) ремонтланды. Красноусол башҡорт гимназияһының (77666 һумға) һәм 3-сө мәктәптең (28643 һумға) йылытыу системалары ремонтланды. Ҡулланыусылар заявкаһы буйынса Калмыков урамындағы 16/1-се һанлы бинаның йылытыу системаһына (32207 һумлыҡ) ремонт уҙғарылды. Ленин урамында (23-сө һанлы йорт, магазин) 76 метр арауыҡта йылылыҡ трассаһы төҙөлдө.

Һыу үткәргес-канализация хужалығына килгәндә, беҙҙең предприятие балансындағы һыу селтәрҙәренең дөйөм оҙонлоғо 48 км булһа, ә канализация селтәрҙәре 8,9 км тәшкил итә. “2017-2019 йылдарға Красноусолдағы һыу менән тәьмин итеү объекттарын реконструкциялау” инвестиция программаһына ярашлы, район үҙәгендәге Достоевский (410 метр арауыҡта, дөйөм суммаһы – 610000 һум), Крупская (556 м, 1241000 һум) урамдарында туҙған һыу үткәргестәр замансаға алыштырылды.

Быларҙан тыш, Табын ауылында (4868 һумлыҡ) һәм мәктәбендә һыу үткәргестәр ремонтланды, 53674 һум аҡса тотонолдо, Родина ауылында “Восход-СТ” ЯСЙ-е ҡошсолоҡ фермаһында 196000 һум сарыф ителеп, һыу үткәргес төҙөлдө, Красноусолда “Тирәккәй” балалар баҡсаһында канализация ремонтланды, 10454 һум аҡса тотонолдо, Йәштәр биҫтәһендә (1200 метр арауыҡта, 634805 һум) һәм 550 метр арауыҡта (310521 һумлыҡ) һыу үткәргестәр һалынды.

-Идарасы компания булараҡ, күп фатирлы йорттар менән идара итеү бурысын үтәү йәһәтенән эштәр нисек?

-Бөгөнгө көндә беҙ дөйөм майҙаны 15,334 мең кв. метр тәшкил иткән күп фатирлы 19 йортто хеҙмәтләндерәбеҙ. Күп фатирлы йорттарҙы тотоу йәһәтенән эштәрҙең минималь теҙмәһе буйынса бөтөн эштәр ҙә башҡарылды, шулай уҡ ишектәр яңыға, йылытылғанға, подъезд тәҙрәләре заманса пластикка, яҡтыртҡыстар диодлы яҡтылыҡ һәм тауыш тапшырғыслыға, йылылыҡ пункт-тары һәм йылылыҡ селтәрҙәренең өҫкө разводкалары, һыу үткәргестәр ремонтланды, ҡыйыҡтарға (Пугачев урамындағы 45-се, Лесная, 21, Курорт, Фрунзе урамы, 35/1-се йорттары) ағымдағы ремонт уҙғарылды һәм башҡа эштәр.

-Шуныһы ғәжәп, әлеге финанс йәһәттән еңел булмаған ваҡытта һеҙ планға ярашлы ремонт эштәрен дауам итәһегеҙ һәм коммуналь хужалыҡты тейешле кимәлдә тотаһығыҙ...

- Һәр бер эш артында аҡса ғына түгел, ә кешеләр тороуын да онотор-ға ярамай. Һөнәри байрамыбыҙ уңайынан 99 кешенән торған татыу, берҙәм “Тепловодоснабжение” коллективының тырыш хеҙмәтен билдәләп үтергә кәрәк. Бер кемде лә айырып билдәләү мөмкин түгел, һәр ҡайһыһын үҙ һөнәренең оҫтаһы тиергә була. Бары тик араларынан бүләкләүгә тәҡдим ителеүселәрҙе атап үтәм. Улар: Балалар шифаханаһы ҡаҙанлығы операторы Ривиль Шәмсетдинов - район Советының, торлаҡ-эксплуатация участкаһы слесары Евгений Юдин - район хакимиәтенең, авария-тергеҙеү эштәре слесары Александр Иванов - Красноусол ауыл биләмәһе хакимиәтенең, йылылыҡ селтәрҙәрен ремонтлау бригадаһы бригадиры Александр Щвецов “Тепловодоснабжение” МУП-ы хакимиәтенең Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнәсәк.

Форсаттан файҙаланып, барлыҡ коллективты, шулай уҡ коллегаларҙы, “Красноусол коммуналь хужалығы” МУП-ы, “Ғафури коммуналь хужалығы” идарасы компанияһы хеҙмәткәрҙәрен, хөрмәтле ветерандарыбыҙҙы (улар 72 кеше) һөнәри байрамыбыҙ – Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайым. Иҫәнлек-һаулыҡ, хеҙмәт уңыштары, ғаиләләрендә именлек, байрамса күтәренке кәйеф теләйем.

-Әңгәмә өсөн рәхмәт. Һеҙҙең теләктәргә беҙ ҙә ҡушылабыҙ!
Читайте нас: