-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
22 Март 2019, 11:58

“Тыуған илем – Башҡортостан”

12 мартта район мәҙәниәт һарайында Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арнап “Тыуған илем – Башҡортостан” исеме аҫтында тасуири шиғыр һөйләүселәр ра-йон конкурсы үтте. Үҙәк район китапханаһы әҙерләп уҙғарған сарала Красноусол мәктәптәре һәм районыбыҙҙың төрлө ауылдарынан дүрт тиҫтәгә яҡын шиғри һүҙ оҫталары ҡатнашты. Шиғриәт кисәһе Тыуған илгә һөйөү, йәнтөйәк һәм яҡташтарға ҡарата ғорурлыҡ тойғоһо, туған телгә, тәбиғәткә, еребеҙгә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү маҡсатында уҙғарылды.

Алдан һүрәттәр конкурсы ла иғлан ителеп, дүрт тиҫтәнән ашыу мәктәп уҡыусыһы был тойғоно һүрәттәре аша әйтеп биргән. Байрамса биҙәлгән сәхнә түрендә йәш рәссамдарҙың иң матур, иң уңышлы эштәре урын алғайны.

Шиғриәт бәйгеһендә ҡатнашыусыларҙың сығыштарын ра-йон мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре Зәйтүнә Зәйнешева, Эльвира Насирова һәм башҡаларҙан торған жюри ағзалары өс йәш төркөмөндә баһаланы. Конкурсанттарҙың күптәре халыҡ шағиры М.Кәрим ижадына мөрәжәғәт итеп, башҡорт халҡының милли кейемендә, ҡайһылары яҙҙырылған ҡурай моңдары, үҙ тыуған яғының матурлығы сағылдырылған видеороликтар оҙатыуында сығыш яһаны. 7-10 йәшлектәр араһында Красноусол башҡорт гимназия-интернаты, 1-се, 3-сө, Имәндәш, Бурлы, Игенйылға, Ҡауарҙы, Табын, Антоновка, Родина, Йөҙимән, Толпар, Яңғыҙҡайын мәктәптәренән 13 уҡыусы тасуири итеп шиғырҙар уҡыны. Әммә бәйге булғас, бәйге инде, жюри улар араһынан 3-һен генә һайлап алды. Рус телендә М.Кәримдең “Ҡайын япрағы тураһында” шиғырын үҙенсәлекле итеп уҡып ишеттергән Красноусолдағы 1-се урта мәктәп уҡыусыһы Аня Горинаға 1-се урын бирелде. Ҡауарҙынан Гөлшат Бәширова – 2-се, Толпарҙан Гөлфинә Фәтҡотдинова 3-сө урынға лайыҡ булды.

11-15 йәшлектәр араһындағы бәйге Үтәк, Еҙем-Ҡаран, Үзбәк, Йөҙимән, Имәндәш, Яңғыҙҡайын, Игенйылға, Ҡауарҙы, Сәйетбаба, Родина, Красноусол башҡорт гимназия-интернаты, 2-се мәктәп уҡыусылары араһында барҙы. Һәм Й.Ильясованың “Башҡортостан” шиғырын башҡортса матур итеп һөйләгән Яңғыҙҡайын мәктәбенән Айгизә Кәримова 1-се урын яуланы. Красноусолдағы 2-се мәктәптән Айҙар Шәриповҡа – 2-се (яҡташыбыҙ Г.Молодцовтың “Башҡортостан” шиғырын һөйләне), Родина ауылынан ауылдаш шағирәһе Ф.Ҡотлогилдинаның “Башҡорт иле” шиғырын уҡыған Эльвина Йәрмөхәмәтоваға 3-сө урын бирелде.

16 йәштән өлкәнерәктәр араһында Красноусол, Ҡаранйылға, Бурлы, Толпар, Үзбәк, Имәндәш, Мораҡ, Аҡкүл ауылдарынан 10 бәйгесе ҡатнашып, А.Игебаевтың “Милләт менән милләт һайрашҡанда” шиғырын уҡыусы Бурлы ауылынан Әлфиә Сәлимйәнова – 1-се, Толпарҙан Миңзилә Сөләймәнова (Н.Нәжмиҙең “Башҡортостаным” шиғыры) – 2-се, Мораҡтан Екатерина Тимофеева (үҙе ижад иткән “Минең тыуған ерем” шиғыры) 3-сө урын яуланы.

Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы Илнар Вәлиев “Өмөт”, Ҡауарҙынан, ауылдашы Миңлегөл Тайсинаның (Нәзирова) ижадын һайлаған Надежда Родионова “Үҙенсәлекле башҡарыусы” (шиғырҙарҙы ике телдә һөйләне), Игенйылғанан Әлфинә Ҡотлозаманова “Артислыҡ һәләте”, Красноусолдан Флүзә Баязитова “Һәйбәт образ” номинацияларында билдәләнде. Еңеүселәр сәхнә түренә саҡырылып, иҫтәлекле бүләктәр һәм Дипломдар тапшырылды.

Ошонда уҡ һүрәттәр конкурсы еңеүселәре лә үҙҙәренә тәғәйен бүләктәрен алып, ҙур ҡыуаныс кисерҙе. 1-4-се кластар араһында Красноусол башҡорт гимназия-интернатының йәш рәссамдары иң матур, бай йөкмәткеле һүрәттәр төшөргән. Һәм призлы урындарҙы ла тап улар яуланы: Азалия Бохармәтова -1-се, Мәҙинә Мортазина – 2-се (икеһе лә 3-сө кластан), Самира Әбделмәнова (2-се кл.) 3-сөлә. Шулай уҡ Красноусолдағы 1-се мәктәптән Полина Баязитованың (3-сө кл.) эше лә 2-се урын менән баһаланды. Игенйылғанан Әлфинә Ҡотлозаманова “Эшкә ижади ҡараш” номинацияһында бүләкләнде.

5-11-се кластар араһында КБГИ-ның 6-сы класс уҡыусыһы Зарина Рәхимова 1-се урынға лайыҡ булды, Гөлназ Юлбарисова менән Еҙем-Ҡаран мәктәбенең 11-се класы рәссамы Динислам Йомағоловҡа 2-се урын бирелде, Бурлынан Илнур Күскилдин (6-сы кл.) – 3-сө урында. Алмаз Сәфәрғәлиев (1-се мәктәп, 5-се кл.) “Үҙенсәлекле эш”, Айзирәк Фәттәхова (Сәйетбаба мәктәбе) “Ижади ҡараш өсөн” номинацияларына эйә булды.

Шиғриәт кисәһен китапхана хеҙмәткәрҙәре Вәсилә Әбделмәнова менән Елена Сәмиғуллина алып барҙы һәм байрам күмәкләшеп фотоға төшөү менән тамамланды.
Читайте нас: