-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
22 Март 2019, 16:45

Ярты быуат бер ни түгел, бергә типһә йөрәктәр!

Халыҡта бәхетленең ҡунағы бер көндә тигән әйтем бар. Ә бына Красноусолда йәшәүсе Рәхимовтар өс тапҡыр бәхетле. Сөнки бер үк көндө улар үҙҙәренең 70 йәшлек юбилейҙарын һәм алтын туйҙарын билдәләйәсәктәр.

Миңзилә Мәһәҙи ҡыҙы менән Дәмин Айытбай улы икеһе лә Толпар ауылында тыуып үҫәләр. Бер үк йылда беренсе класҡа килеп, 8-се класҡа тиклем бергә уҡыйҙар.

- Класта өйөрлө малайҙар ине. Ҡыҙҙарҙан Тәнзилә Ишкина менән икәү генә булдыҡ. Дәмин беҙҙән артҡы партала ултыра ине. Перо менән арҡаға төртөп, кейемебеҙҙе ҡараға буяп бөтә торғайны, - тип мәктәп йылдарын иҫкә ала бөгөн Минзилә апай.

Һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Дәмин Салауат ҡалаһындағы һөнәрселек училищеһына уҡырға инеп, балта оҫтаһы һөнәрен үҙләштерә. Ҡулына диплом алған йәш белгес йүнәлтмә буйынса Сибай ҡалаһына эшкә ебәрелә. Бында инде эш аралаш уҡып, водитель таныҡлығы ла алырға өлгөрә.

Миңзилә иһә уҡыуын Сәйетбаба урта мәктәбендә дауам итеп, ҡулына өлгөргәнлек аттестаты ала. Паспорт юлларға тип бер түгел ике тапҡыр район үҙәге Красноусолға килеп тә юлы уңмаған Миңзилә ул йылды бер ҡайҙа ла уҡырға китә алмай, ауылда ҡалырға мәжбүр була һәм лесхоздың Толпарҙағы питомнигында эш башлай.

Атаһы вафат булғас, Сибай ҡалаһында эшләп йөрөгән Дәмин дә ауылға ҡайтырға мәжбүр була. Был ваҡытҡа инде бәләкәйҙән балта эшенә маһир булған егет байтаҡ тәжрибә туплаған ысын оҫта кимәленә күтәрелгән була һәм уны шундуҡ элекке МСО-ның (хужалыҡ-ара төҙөлөш ойошмаһы) Толпар участкаһына эшкә алалар.

- Тыуғас уҡ беҙҙең маңлайға “былар бергә булырға тейеш” тип яҙылғандыр, моғайын. Миңзиләнең паспорт ала алмайынса ауылда ҡалыуы, минең, киреһенсә, Сибайҙан ауылға кире ҡайтыуым да осраҡлыҡ ҡына булғандыр инде, - ти Дәмин ағай ул йылдарҙы күҙ алдынан үткәреп. - 1969 йылда туй үткәреп бер ғаилә булып йәшәп алып та киттек. Оҙаҡламай Миңлебай улыбыҙ, торараҡ ҡыҙыбыҙ Зөлфиә тыуҙы. Шунан инде балаларҙың киләсәген уйлап, юлһыҙ, утһыҙ Толпарҙан Красноусолға күсеү хаҡында уйлана ғына башлағайныҡ МСО-ның ул саҡтағы етәксеһе төп базаға эшкә саҡырҙы. Фатир ҙа биргәс, 1977 йылда бында күсеп килдек.

Красноусолда Дәмин ағай МСО-ның оҫталыҡ цехында эшен дауам итһә, Миңзилә апай 20 йылдан ашыу Хужалыҡ- ара лесхозда эшләй. Ғаилә тағы ла ишәйеп, Әлфиә менән Әлфир донъяға килә. 90-сы йылдар урталары, илдә төрлө үҙгәртеп ҡороуҙарға бәйле ҡасан ғына гөрләп эшләп торған күп ойошмалар, преприятиелар тарҡала башлағансы эшләй Рәхимовтар. МСО ла бер нисә тармаҡҡа бүленеп, улары бер-бер артлы эшмәкәрлеген туҡтата башлағас, Дәмин Айытбай улы ағас эшкәртеү станогы һатып алып, үҙ эше менән шөғөлләнә башлай: заказ буйынса ишектәр, тәҙрә яҡтары, рамдар, йорт йыһаздары эшләй. Был шөғөлөн әле лә дауам итә ул. Миңзилә апай иһә башкөллө йорт мәшәҡәттәренә сума: күпләп мал-тыуар тоталар, баҡса үҫтерәләр. Балалар үҫеп етеүгә инде иркен йорт һалып инәләр, хужалыҡтарын тағы ла ишәйтәләр.

Бөгөн инде балаларының барыһы ла һөнәр алып, үҙ ғаиләләрен, донъяларын ҡороп үҙҙәре атай-әсәй булғандар. 9 ейән-ейәнсәре бар Минзилә апай менән Дәмин ағайҙың, барыһы бергә йыйылһа, йорт тирәһе балалар тауышынан геү килеп тора.

- Баланың балаһы бигерәк тә татлы, яҡын була тигәндәре дөрөҫ икән. Иң яҡшыһын, иң тәмлеһен уларға ғына бирге килә,- ти улар. - Саҡ ҡына килмәй торһалар һағынып, тиҙерәк саҡыра башлайбыҙ.

Шул сабыйҙар менән үҙебеҙҙең йәшлеккә ҡайтҡандай булабыҙ, тиһәләр ҙә, Миңзилә апай менән Дәмин ағайға һис кенә лә 70 йәш тип әйтерлек түгел, йәш сырайлылар, тиктормаҫтар. Бының сере нимәлә, тип һорайым уларҙан.

- Тик тормауҙа, - тип көлә Дәмин ағай. - Ҡартайырға ваҡыт юҡ бит. Урам тулы мал. Былтыр, ярай, һарыҡтарҙы бөтөрҙөк әле. Улары ғына ла тиҫтәнән ашыу ине. Һыйырҙы ла берәүҙе генә ҡалдырҙыҡ. Әле бына һеҙ килерҙән алда ғына быҙаулап бирҙе һыйырыбыҙ. Ҡорт, бал ҡорто йәшәртә беҙҙе. Иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем тәбиғәт ҡосағында, Толпар яғында йөрөйбөҙ бит. Таң менән сығып китәбеҙ ҙә, ҡорттар умартаға ҡайтҡас ҡына өйгә юлланабыҙ. Унан һуң, магазин ризығын ашамайбыҙ, түлке үҙебеҙҙекен.

- Көн дә гимнастика эшләйбеҙ тип тә маҡтанып ал, - тип һүҙгә ҡушыла Миңзилә апай. - Турник ҡуйып алды ла, көн дә шунда күтәрелеп, “аҫылынып” тора. Уға ҡарап мин дә “аҫылынып-аҫылынып” алам. Ысынлап та, шунан һуң тән еңеләйеп, беләк һыҙлауы, бил ауыртыуы бөтөп тора.

Силәгенә күрә - ҡапкасы, тип ололар бик дөрөҫ әйткән икән, тим, уларға ҡарап. Тағы ла “үҙ тапандың үҙеңә яҡшы” тигән әйтем дә бар. Был инде ғаилә ҡорғанда уҡ буласаҡ һыңарыңды ситтән түгел, яҡын-тирәңдән эҙләргә кәрәк тигәнгә ишаралыр. Бына бит, яҙмыш ҡушҡас, Дәмин ағай ҙа ишен әллә ҡайҙағы Сибайҙа түгел, үҙ ауылында тапҡан.

Уларға балалары, ейән- ейәнсәрҙәре шатлығында тағы ла оҙаҡ йылдар йәшәргә насип булһын.


Читайте нас: