-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
22 Март 2019, 11:08

Йыр-моңдо юлдаш итеп...

Сәхнәнән йөрәкте елкендереп, күңелде дәртләндереп илаһи моң ағыла. Ошо серле, үҙенсәлекле моңо менән күптәрҙе әсир иткән эстрада йырсыһы Үзбәк ауылы егете Фәнзил Ғәлин хаҡында һүҙем. Тәбиғәттән бирелгән һәләткә эйә йәш йырсы ижад юлына ныҡлап яңыраҡ, бынан 4 йыл элек Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлеген тамамлап, район мәҙәниәт һарайына эшкә килгәс, аяҡ баҫты.


Үзбәк ауылында йәшәүсе Минәүзә менән Фәнил Ғәлиндарҙың сәнғәткә ғашиҡ ғаиләһендә тыуған Фәнзил бәләкәй сағынан йырлай башлай. Мәктәпкә уҡырға барғас, йыр-моңға һәләтен күреп ҡалған беренсе уҡытыусыһы Флүрә Ғәзизова йырҙар өйрәтеп, тәүге тапҡыр сәхнәгә 2-се класта уҡығанда сығара. Фәнзилдең моңона ныҡлы иғтибар итә ул. Һәм Хоҙай моңло тауышлы итеп яралтҡан икән, был моңдоң һис шикһеҙ артабан яңғырарға тейешлеген, талантты үҫтерергә һәм халыҡҡа еткереү кәрәклеген аңлай. Ошо ниәт менән бәләкәй йырсыны Красно-усолда уҙғарылған яҡташыбыҙ Зәки Мәхмүтов исемендәге район йыр конкурсына әҙерләп алып килә. Бындай ҙур сәхнәгә тәүге сығыуы булһа ла, ҡаушап ҡалмай Фәнзил. Йырын еренә еткереп башҡарып, “Өмөт” номинацияһына лайыҡ була. Был конкурстың 2010 йылғыһында йәнә ҡатнашып, 3-сө урын яулай. Мәктәптә уҡыған йылдарында ауыл клубында театр түңәрәгенә йөрөп, спектаклдәрҙә ҡатнашып, тәүге образдарын да тыуҙыра. Шулай уҡ 2001 йылда район үҙәгендә уҙған фестивалдә “Әлдермештән Әлмәндәр” пьесаһында үҙенең тәүге роле менән ҡатнашҡан бәләкәй артист “Иң йәш башҡарыусы” номинацияһына лайыҡ була.

- Миңә сәнғәткә һәләт ике яҡтан да бирелгән, тип уйла-йым. Инәйем Минәүзә йырға әүәҫ, инәйем яғынан өләсәйем Мәрхәбә моңло тауышлы, олатайым Ғәни иһә гармунда уйнап йырлар булған. Ә атайымдың бер туған апаһы Эльвира Сабирйән ҡыҙы заманында оҫта бейеүҙәре менән һәр кемде һоҡландырҙы, - ти Фәнзил ғаиләһе менән таныштырып. – Шулай уҡ һәләтемде күреп үҫтереүселәр - йырға этәреүсе башланғыс класс уҡытыусым Флүрә Ғәзизова булһа, театрға тәүге юлды Илфат Ғәлин ярҙы, - ти ғорурлыҡ менән сәнғәт юлын һайлауынан ҡәнәғәт һәм рәхмәтле булып.

Фәнзил Фәнил улы 2015 йылда район мәҙәниәт һарайына эшкә килә. Һәләтле егет мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнай, йырлап-бейеп кенә йөрөмәй, ә тантаналы кисә-сараларҙы, байрам концерттарын оҫта алып барыусы ла ул. Сәнғәт һөйөүселәр Фәнзил Ғәлиндың моңло йырҙарын тыңлап, ул ҡатнашҡан спектаклдәрҙе ҡарап һоҡлана. Театр сәнғәтендә Ф.Ғәлин бихисап сағыу образдар тыуҙырҙы һәм тыуҙырасаҡ әле. Район

мәҙәниәт һарайында эшләп килгән халыҡ театрының оҫта артисы тиҙҙән сәхнәгә сығасаҡ М.Кәримдең “Ай тотолған төндә” спектаклендә Аҡъегет ролен башҡарасаҡ. Тырыш егет ситтән тороп БДПУ-ла уҡып, ошо көндәрҙә юғары белемгә (тауыш режиссеры) эйә булып, диплом алып ҡайтты. Бөгөн Фәнзилде хеҙмәттәштәре ихтирам итә. Етәкселек тә уның хаҡында ыңғай фекерҙә. Ул үҙенең тормошон тыуған коллективынан башҡа күҙ алдына килтермәй. Йырланаһы йырҙарың, башҡараһы ролдәрең алда әле, уңыштар һиңә, Фәнзил!
Читайте нас: