Күптән түгел Өфөлә Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында йыл йомғаҡтарына арналған кәңәшмә үтте. Унда республикалағы 67 бүлексәнең эш һөҙөмтәләре ҡаралды. РГЙ-нең урындағы бүлексәһе етәксеһе Айрат Миңлебаев әйтеүенсә, йыл һуҙымында районда был йүнәлештә күп эштәр башҡарыла: урман һәм һыуһаҡлағыстарҙы таҙартыу, тәбиғәт объекттарын тергеҙеү; география һәм экология буйынса фәнни-тикшеренеү проекттарын эшләү; ағас үҫентеләре ултыртыу; туристик маршруттар буйлап сәйәхәт; төрлө акция һәм проекттарҙа ҡатнашыу һәм башҡалар. Бар яҡтан да баһалағандан һуң, район бүлексәһе 1-се дәрәжә Диплом һәм 50 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнә.
Ошо көндәрҙә геология буйынса республи-ка олимпиадаһында Балалар ижады үҙәгенең “Йәш геолог” түңәрәге тәрбиәләнеүселәре лә (етәксеһе - А.Миңлебаев) уңышлы сығыш яһаған. Бындай кимәлдәге олимпиадала тәүге тапҡыр ҡатнашыуҙарына ҡарамаҫтан, Екатерина Вороширина (Красноусолдағы 3-сө мәктәп, 5-се кл.) һәм Антон Поляков (1-се мәктәп, 5-се кл.) урындағы материалдарға нигеҙләнеп башҡарылған тикшеренеү эштәрен лайыҡлы яҡлап сыға. Е.Вороширина “Усолканың Алтын ҡаҙағы”, ә А.Поляков “Гипс” темаһына эҙләнгән. Улар 5-се, 6-сы урындарға лайыҡ була һәм “Тамашасы һөйөүе” номинацияһында бүләкләнә. Түңәрәктең тәжрибәле ағзаһы Аделина Рахманғолова бы-йыл да яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп, “Дөйөм геология” һәм “Палеонтология”нан 2-се, “Минералогия” һәм тестарҙан 3-сө урындарҙы алған.
ғиәтенең район бүлексәһен һәм йәш геологтарҙы уңыштары менән ҡотлайбыҙ, артабан да юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеүҙәрен теләйбеҙ.