+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
17 Апрель 2019, 19:45

Ғүмерегеҙ ҡәҙер-хөрмәттә үтһен

Красноусолда йәшәүсе Фатанат Хәлил ҡыҙы Латипова (Ғарипова) ошо көндәрҙә 90 йәшен билдәләй. Ошо уңайҙан Рәсәй Федерацияһы Президенты В.В.Путиндың Ҡотлауын алып ҙур ҡыуаныс кисерҙе. 10 апрель көндө район ветерандар советы рәйесе Эльвира Әнүәр ҡыҙы Мөлөкова юбилярға ил Президенты Ҡотлауын һәм бүләктәр тапшырҙы. Бындай Ҡотлауҙар 90, 95, 100 йәштәге Бөйөк Ватан һуғышы һәм тыл ветерандарына 2012 йылдан тапшырыла килә. Ниһайәт, бындай бәхет Фатанат Хәлил ҡыҙын да урап үтмәне.

Оло Үтәш ауылында тыуып үҫә Фатанат. Артабанғы бар ғүмере яҙмышын Ҡауарҙы ауылының Фәрит атлы егете менән бәйләп, ошонда төпләнеп, донъя көтөп, балалар үҫтереп үтә, ә бөгөн ғаиләләге иң бәләкәсе - ҡыҙы Айгөлдөң тормош иптәше мәрхүм булып, улдары менән япа-яңғыҙ ҡалғас, уларға терәк-таяныс булыу өсөн ауылдан Красноусолға күсеп килеп, барыһына шөкөр итеп, рәхмәтле, ҡәнәғәт булып йәшәй.

Аслыҡ-яланғаслыҡ, ауыр һуғыш йылдарында йәштәштәре ни күрһә, шуны күрергә-кисерергә тура килә, етемлектә, ҡыйынлыҡта уҙған сабаталы әсе бала саҡ йылдары. Оло Үтәш ауылының хәлле йәшәгән Райхана менән Хәлил Ғариповтар ғаиләһенә оло ҡайғы килә. Урындағы власть береһенән-береһе бәләкәйерәк 5 балаһын да йәлләмәй, өйҙәрен, бар мал-мөлкәтен тартып ала, ғаилә башлығын кулак мөһөрө тағып, репрессиялайҙар. Ошо китеүенән атайҙары ҡайтмай, вәхшиҙәрсә атыуға дусар ителә. Әсәйҙәре итәк тулы балалары менән бер нәмәһеҙ яңғыҙы тороп ҡала, өҫтәүенә, баш төртөр урындары ла булмай.

- Атайымдың үлем хәбәрен ишеткәс, инәйем беҙҙе алып Ҡаранйылға ауылында йәшәгән ата-йым яғынан туғандарға барып һыйына. Бында бер аҙ йәшәгәс, Шәүкәт ағайым Ҡауарҙыға балалар уҡытырға килеп, инәйем менән бергә беҙҙең барыбыҙҙы ла бында күсереп алып килә. Артабан ғаиләбеҙ Өфөгә күсә. Ә Назафат апайым менән миңә яҙмыш ҡушыуы буйынса Ҡауарҙыла тормошҡа сығып, төпләнеп ҡалырға насип булды. Ошолай итеп, тыуған ерҙән торған ер яҡын, тигәндәй, беҙ Ҡауарҙы ауылы кешеләре булып киттек, - тип үткәндәренә әйләнеп ҡайтып, хәтер йомғағын һүтте Фатанат Хәлил ҡыҙы.

Ауыр, юҡлыҡ заманында уҡырға насип булмай Фатанат әбейгә. Тылдағы хеҙмәте менән Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға ҙур өлөш индергән, артабан да колхоздағы эштәр уртаһында ҡайнаған. Бар ғүмерен сөгөлдөрсө һөнәренә бағышлап, хаҡлы ялға сыға. Әммә пенсияға туҡтаһа ла, өйҙә тик кенә ятыуҙы хуп күрмәй, колхоз ашханаһында эшселәрҙе, сәсеү, уңыш йыйыу мәлендә баҫыу батырҙарын тәмле аштары менән һыйлай. “Әсәлек даны”, “Хеҙмәт ветераны” миҙалдарына лайыҡ була ул.

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Фәрит Абдрахман улы менән ғаилә ҡороп, 6 балаға (3 ҡыҙ, 3 ул) ғүмер, лайыҡлы тәрбиә бирәләр. Балаларының барыһы ла тыуған районында төпләнгән: ғаиләлә иң өлкәне - ҡыҙы Гөлшат Имәндәш мәктәбендә уҡытыусы булып эшләп, хаҡлы ялда, ике улдың әсәһе, ғаиләһе менән бында йәшәй. Табында ғүмер итеүсе ҡыҙы Флүзә лә апаһы кеүек педагогик хеҙмәт ветераны, тормош иптәше менән ҡыҙ, ул тәрбиәләп үҫтереп, бер ейәнсәрҙең өләсәһе. Улдарының барыһы ла: Марат, Фуат, Айрат тыуған Ҡауарҙы ауылында төпләнеп йәшәй, тәүгеһе бер ҡыҙға, икенсеһе – бер ул, ике ҡыҙға, бер ейәнгә, өсөнсөһө өс ҡыҙға, бер ейәнсәргә атай-олатай. Уландар “Шишмә” фермер хужалығына берләшеп, бер төптән эшләйҙәр. Айгөл ҡыҙының өс улы бар. Һөнәре буйынса хореограф булған Айгөл Буранова нисә быуын баланы сәхнәгә сығармаған да, уларға ниндәй генә бейеүҙәр һалмаған.

Бөгөн Фатанат әбей ҡәҙерләп үҫтергән һәр бер балаһының тырышып, матур донъя көтөүенә һөйөнөп, 14 ейән-ейәнсәрҙең, 2 бүлә-бүләсәрҙең яратҡан өләсәһе, ҡарт өләсәһе булыу бәхетен кисереп ғүмер итә. Ысынлап та, матур тәрбиә, изгелек орлоҡтарының татлы емештәрен татыр мәле әле уның. Бары тик ғаилә башлығының ғына был бәхетте күрә алмауы үкенесле, һуғыш яралары уны бик иртә, бынан дүрт тиҫтә йыл элек яҡындарынан ғүмерлеккә айыра.

Олпат йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Фатанат әбейҙең аң-зиһене теүәл, яҡындарына бик ауырлыҡ һалмай, үҙ-үҙен тәрбиәләп ғүмер итә, ҡайтҡан-киткәндәрен ҡаршы алып, изге фатихаларын биреп оҙатып ҡала. Ул диндар кеше, алты намаҙын ҡалдырмай, Айгөл ҡыҙы менән бергә намаҙ уҡый, ураҙа тота.

Быуатҡа яҡын тормош юлы үткән, күп тарихи ваҡиғаларҙың, шанлы йылдарҙың шаһиты булған ил инәһе – аҡ, изге күңелле ағинәй Фатанат Хәлил ҡыҙына теләк бер: юбилейығыҙ – 90-сы ғүмер яҙығыҙ мөбәрәк булһын, Хоҙай биргән ғүмерегеҙҙе иҫәнлектә-һаулыҡта, балалар игелеге күреп, ҡәҙер-хөрмәттә, шатлыҡ-һөйөнөстәргә төрөнөп йәшәгеҙ.


Читайте нас: