+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
19 Апрель 2019, 13:22

Хәүефһеҙлек аҙналығы

Башҡортостан Республикаһы Гостехнадзор инспекцияһының 2019 йылдың 17 апрелендәге бойороғона ярашлы, 22 – 26 апрелдә республика биләмәһендә үҙйөрөшлө машиналар һәм уларға тағылмаларҙы файҙаланыу барышында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы булдырмау буйынса “Хәүефһеҙлек аҙналағы” тигән профилактик сара үтә.

Сара барышында муниципаль район-ҡалаларҙағы дәүләт инспекторҙары техника күпләп файҙаланыла торған урындарҙа уларҙың техник торошон тикшереүҙе ойоштора һәм тикшереү маршруттарын эшләй, шул иҫәптән БР Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу, Эске эштәр министрлыҡтары хеҙмәткәрҙәре менән берлектә. Шулай уҡ күҙәтелергә тейеш техника хужаларына сараның маҡсаты, бурыс-тары хаҡында мәғлүмәт еткерә, ауыл биләмәләре башлыҡтары менән берлектә физик шәхестәрҙәге теркәү иҫәбенә ҡуйылмаған, бығаса техник тикшереүҙәр үтмәгән үҙйөрөшлө машиналарҙы асыҡлай, ундайҙар асыҡланғанда, талаптарҙы үтәтеү сараһын күрә.


Читайте нас: