+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
31 Май 2019, 13:29

Парлы ғүмер

Йылдар менән мәрйен теҙә-теҙәТигеҙ ғүмер теләй кешеләр.Берен-бере хөрмәт иткәндәреГәүһәр туйҙар байрам итәләр.Һуңғы йылдарҙа Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһендә 80-90 йәштәге өлкәндәрҙе, унан да олораҡтарҙы һәм 50, 60, 65 йыл татыу ғүмер итеүсе парлы ғаиләләрҙе юбилейҙары менән ҡотлау матур йолаға әйләнде.

Таштамаҡ ауылында Флүр һәм Фәриҙә Әбделмәновтарҙың ғаилә ҡороп йәшәүҙәренә 60 йыл – гәүһәр туйҙары булды. Ғаилә башлығы 85 йәше менән барһа ла, теремек, һау-сәләмәт. Ҡош-ҡорт, ваҡ мал һәм 4 баш йылҡы малы аҫрай. Йәшләй эшләп, сынығып үҫкән Флүр Ибәт улының донъяһы, кәртә-ҡураһы бөтөн. Ул ғүмере буйына механизатор, комбайнсы булып эшләне, иген сәсте, һуҡты. Тырыш хеҙмәте өсөн Маҡтау грамоталары, ҡиммәтле бүләктәр, миҙалдар менән бүләкләнә, хаҡлы ялға сыҡҡансы руль артында була, һуңынан еңелерәк эштәрҙә эшләй.

1959 йылда күрше Ҡыҙыл-Яр ауылы һылыуы Фәриҙә Мәғәфүр ҡыҙы менән танышып, ғаилә ҡоралар. Татыу ғүмер кисереп, бер-бер артлы 4 малай, 3 ҡыҙға ғүмер бирәләр. Фәриҙә апай хаҡлы ялға сыҡҡансы һауынсы булып эшләй.

- Иген йыйыу осоронда яланда таңғы ысыҡ төшкәнсе эшләй инек. Мин фермаға эшкә китәм, Флүр бер нисә сәғәткә өйгә ҡайта торғайны. Балаларҙы шулай алмаш-тилмәш ҡарап үҫтерҙек. Ул ваҡытта балалар баҡсаһы юҡ. Малайҙар беҙҙең юлдан киттеләр, механизатор һөнәрен үҙләштерҙеләр, фермала малдар ҙа ҡаранылар, тип хәтерләй ул йылдарҙы Фәриҙә Мәғәфүр ҡыҙы. Уларҙың ике улы Рафаэль менән Ришат ата-әсәһе янында йәнәшәлә генә йорт һалып ғаиләләре менән йәшәйҙәр. Илшат улдары ғаиләһе менән район үҙәгенә күскән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Илдус улдары йәшләй вафат булған. Ҡыҙҙары Гөлсинә – Салауатта, Миңлегөл – Өфөлә, Зилә – Мәләүездә ғаиләләре менән матур итеп донъя көтәләр. Ауылдағы улдары көндә инеп хәл белеп, ярҙамлашып тора. Килендәре Земфира менән Фәйруза бигерәк уңған, ҡәйнәһенең өй эштәрен ялт итеп эшләп тә ҡуялар.

Флүр Ибәт улы менән Фәриҙә Мәғәфүр ҡыҙы балаларының шатлығын һәм ярҙамын күреп, уларға терәк-таяныс булып йәшәйҙәр. 17 ейән-ейәнсәргә, 4 бүлә-бүләсәргә бәхетле олатай һәм өләсәй улар.

Юбилярҙарҙы ҡотларға Еҙем-Ҡаран ауыл хакимиәте башлығы Нурсилә Мөхәмәтулла ҡыҙы Хәсәнова, ветерандар советы рәйесе Мәрйәм Кейекбаева, ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Сәриә Мәхмүтова һәм Еҙем-Ҡаран ауыл мәҙәниәт йорто артистары өйҙәренә килделәр. Ишек алдында тантаналы музыка аҫтында Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре алып барыусы Рәүилә Килмөхәмәтова үҙ сиратында юбилярҙарҙы ҡотлап, һүҙҙе Нурсилә Хәсәноваға бирҙе.

- Һеҙ ысын мәғәнәһендә йәштәргә өлгө булырлыҡ ғаилә. Оҙаҡ йылдар буйына бер-берегеҙгә тоғро, түҙем, сабыр булып, тормош ауырлыҡтарын бергәләп күтәреп, 7 баланы үҫтереп, оло тормош юлына сығарыу - ул үҙе ҙур ҡаһарманлыҡ. Һеҙгә иҫәнлек-һаулыҡ теләйем, балаларығыҙға терәк булып, оҙаҡ йылдар парлап йәшәргә яҙһын, - тип бүләк һәм сәскә гөлләмәһе тапшырҙы.

Шулай уҡ М.Кейекбаева, С.Мәхмүтова ла ҡотлау һүҙҙәре еткереп, бәхетле ҡартлыҡ, яҡындарының күңел йылыһын тойоп, мул, тыныс тормошта йәшәүҙәрен теләне. Әлфиә Ғәббәс ҡыҙы юбилярҙарҙы ҡотлап үҙе ижад иткән “Парлы ғүмер”, “Ҡартлыҡ” шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.

Мәҙәниәт йорто артистары Гүзәл һәм Денислам Шафиҡовтар, Динира Биктимерова, Рима Шаһиева, Мәрйәм Кейекбаева дәртле, моңло йырҙар бүләк итте. Музыкаль яҡтан үҙ эшенең оҫтаһы Илдар Әбделмәнов биҙәне.

Юбилярҙарҙы өйҙәренә килеп ҙурлап ҡотлағандары өсөн хужалар исеменән ҡыҙы Зилә рәхмәт белдерҙе. Оло ихтирамға лайыҡ гәүһәр туйығыҙ ҡотло булһын, иҫәнлектә-һаулыҡта оҙаҡ йәшәгеҙ, Алла бирһә тимер туйығыҙҙы ла үткәрергә яҙһын.

Әлфиә ИСҠУЖИНА,

хеҙмәт ветераны.

Еҙем-Ҡаран ауылы.


Читайте нас: