Уның сиктәрендә Милли симфоник һәм Йәштәр симфоник оркестрҙары ҡатнашлығында “Симфоник төн”, фольклор төркөмдәр ҡатнашлығында “Этнотөн”, Милли кейемдәр байрамы, ҡурайсылар форумы һәм “Ҡурай-фест” фестивале, Башҡортостандың 100 йыллығына арналған концерт була. Шулай уҡ программала илебеҙҙең һәм сит илдәрҙән килгән билдәле артистарҙың сығыш яһауы көтөлә. 13 июндә фестивалдә тәүге тапҡыр яңы сара – “Беренсе бал” уҙғарыла.