Улар республикала федераль почта бәйләнешен үҫтереү һәм камиллаштырыу өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Мөһим йүнәлештәрҙең береһе – Башҡортостандың һәр тораҡ пунктында почта хеҙмәттәре менән файҙалана алыу мөмкинлеге булдырыу буйынса төбәктең ҡала төҙөлөшө нормативтарына үҙгәрештәр индереләсәк. Килешеүгә ярашлы, “Рәсәй Почтаһы” һәм республика дәүләт власы органдары ҡатнашлығында эшсе төркөм төҙөү ҡарала.