- Кандидаттар күрһәтелгәндән һуң тағы ла ниндәй процедураны үтергә тейеш?
- Кандидаттар күрһәтелгәндән һуң үҙ кандидатураларын яҡлап муниципаль берәмектәрҙең вәкиллекле органдары депутаттарының 454 ҡултамғаһын йыйырға тейеш. Был - Башлыҡ һайлауҙарын тәғәйенләү тураһында ҡарар ҡабул итеү көнөнә муниципаль берәмектәрҙең уставында ҡаралған һандағы депутаттарҙың дөйөм һанының 5 проценты. Депутаттар ҡултамғалары иҫәбендә кәмендә 48 муниципаль район һәм ҡала округтарының вәкиллекле органдарының 56 депутатының ҡултамғаһы булырға тейеш.
- Кандидатты яҡлау нисек тормошҡа ашырыла?
- Кандидатты яҡлау муниципаль берәмектең вәкиллекле органы депутаты тарафынан кандидатты яҡлап ҡултамғалар йыйыу ҡағыҙында (артабан – яҡлау ҡағыҙы) ҡултамға ҡуйыу көнөн һәм сәғәтен күрһәтеп, ҡул ҡуйылыуы менән тормошҡа ашырыла. Ҡултамғаның дөрөҫлөгө нотариуста раҫланырға тейеш.
Муниципаль берәмектең вәкиллекле органы депутаты сәйәси партиялар тарафынан күрһәтелгән бер генә кандитатты яҡлай ала. Әгәр ҙә ҡултамғаларҙы тикшергәндә депутаттың берәүҙән күберәк кандидатты яҡлауы асыҡланһа, ваҡыты буйынса алдараҡ ҡуйылған ҡултамға иҫәпкә алына. Ҡултамғаны кире алып булмай.
- Ҡултамға ҡуйыу иреклеме?
- Ҡултамғалар йыйыу процесында муниципаль берәмектәрҙең вәкиллекле органдары депутаттарын ҡул ҡуйырға мәжбүр итеү һәм уларҙы һәр төрлө бүләкләү тыйыла.
Яҡлау ҡағыҙындағы ҡултамғаларҙың дөрөҫлөгө Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидаттар тапшырған документтарҙы һәм ҡултамғалы хуплау ҡағыҙҙарын ҡабул итеү һәм тикшереү буйынса БР Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаларынан төҙөлгән Эшсе төркөм тарафынан тикшерелә.
- Ҡул ҡуйыу ҡағыҙҙарын ҡасанға тиклем тапшырыу шарт?
- Ҡул ҡуйыу ҡағыҙҙары, кандидаттарҙы теркәү өсөн кәрәкле башҡа документтар менән бергә Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһына 2019 йылдың 1 июленән башлап 11 июлдән дә һуңға ҡалмайынса урындағы ваҡыт менән 18 сәғәткәсә тәҡдим ителә.
БР Үҙәк һайлау комиссияһы документтарҙы, шул иҫәптән кандидатты яҡлау ҡағыҙҙарындағы ҡултамғаларҙың дөрөҫлөгөн 10 көн эсендә, әммә 2019 йылдың 20 июленән дә һуңға ҡалмай тикшерергә бурыслы.
- Кандидаттарҙы хуплау ҡағыҙҙарына ҡул ҡуйыусылар исемлеге баҫылып сығасаҡмы?
- БР Үҙәк һайлау комиссияһы кандидатты хуплау ҡағыҙҙарына ҡултамғаларын ҡуйыусыларҙың исемлеген ул тәҡдим ителгәндән һуң өс көн эсендә, әммә 2019 йылдың 13 июленән дә ҡалмай, төбәк дәүләт ваҡытлы матбуғат баҫмаһында баҫтырасаҡ йәки БР Үҙәк Һайлау комиссияһының сайтына урынлаштырасаҡ.