-4 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
4 Июль 2019, 12:58

Росреестр өй туйланы

7 февралдә район үҙәгендә Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы район бүлегенең яңы офисы асылды. Ул хәҙер Красноусол ауылы, Коммунистик урамы, 18 адресы буйынса, Ҡаҙнасылыҡ бинаһының 2-се ҡатында урынлаша.


Тантаналы шарттарҙа яңы офистың алһыу таҫмаһын киҫкәндән һуң, П.В.Клец граждандарҙы ҡабул итте. Етәксе Идаралыҡтың эшмәкәрлегенә ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирҙе һәм кадастр инженерҙары менән “түңәрәк өҫтәл” артында әңгәмә үткәрҙе.

Росреестрҙың Ғафури районы буйынса бүлек етәксеһе Рөстәм Ғәлинур улы
Ғәлин әйтеүенсә, бында үҙ эшенә яуаплы ҡараған берҙәм коллектив эшләй.
Заманса йыһазландырылған яңы офиста улар өсөн бар уңайлыҡтар ҙа
булдырылған. Белгестәргә халыҡҡа дәүләт хеҙмәте күрһәтеү өлкәһендә
артабан да арымай-талмай эшләүҙәрен теләргә генә ҡала.
Читайте нас: