+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
26 Июль 2019, 11:37

Ауылыбыҙҙың аҫыл егете

Баҡсаларҙа, туғайҙарҙа еләк-емештәр өлгөргән, халыҡтың киләсәк ҡыштарҙы хәсрәтһеҙ үткәрер өсөн ал-ял белмәй эшләгән йәмле лә, тынғыһыҙ ҙа ваҡытта донъяға тыуа Асфат. Ағаһына иш, апаһына иркә булып пар ҡанатлы, моңло ғаиләлә үҫеп буй еткерә.

Баҙрап торған зәңгәр күҙле, тулҡынланып торған ҡара сәсле, һыу һөлөгө кеүек сибәр егет бәләкәйҙән сәхнәне үҙ итә. Һикһәненсе йылдар аҙағында Сәйетбаба урта мәктәбендә балалар фольклор түңәрәктәре юғары кимәлдә ине, радио-телевидениеға яҙылыу, республика кимәлендә смотр-конкурстарҙа ҡатнашыу тәбиғи хәл булды. Класташтары ыңғайына бейеп йөрөүсе Асфат ҡайһы аралалыр гармунсы булып таныла, йырларға ла маһирлығы асыҡлана. Өлкән кластарҙа уҡығанында уны инде оҫта гармунсы итеп туйҙан-туйға саҡыралар, таптагондар, киске уйындар ҙа унһыҙ үтмәй. 1992 йыл, СССР тигән бөйөк ил тарҡалып, донъя болғауыр бер заманда тамамлай ул мәктәпте. Әрме хеҙмәтен Моздок ҡалаһында үтә, күптәр беренсе чечен кампанияһын йөрәкһеү менән иҫләйҙер ҙә әле. Ул йылдарҙы иҫкә лә, телгә лә алырға яратмай Асфат Әүхәт улы, ғүмерлек йән яраһы булып хәтер төпкөлөндә ята.

Ниһайәт, ерҙәге сират күперҙәрен үтеп, тыуған ауылына ҡайтҡан егет яратҡан шөғөлөнә тотона. Быйыл Асфат Юлбарисовтың мәҙәниәт йортонда хеҙмәт юлы башланыуға 25 йыл була. Ошо ваҡыт эсендә ул бихисап спектаклдәрҙә матур образдар кәүҙәләндерҙе, башлыса төп ролдәрҙе башҡарҙы. “Асанай” халыҡ фольклор ансамбленең алыштырғыһыҙ бейеүсеһе булып танылды, шулай уҡ музыканты ла, йырсыһы ла. Был ансамбль составында Рәсәйҙең күп төбәктәрендә, сит ил сәхнәләрендә лә сығыш яһаны. Һеңлеһе Гәүһәр Байбулдина менән уңышлы тандем булып сыҡтылар, уларҙың дуэт бейеүҙәре лә, спектакль парҙары ла гармониялы, ышандырғыс, һоҡланғыс матур.

Тормошта ла партнерҙан уңды Асфат. Мәҙәниәт техникумында белем алғанда танышып - ҡауышҡан йәре - Ишембай ра-йоны һылыуы Рәүилә менән бер ҡатарҙан мәҙәниәткә хеҙмәт итәләр. Күркәм йорт һалып керҙеләр, өс балаға ғүмер биреп бергәләп үҫтерәләр. Баш балалары Арыҫлан Өфө ҡалаһында Рәми Ғарипов исемендәге гимназияла уңышлы уҡып йөрөй, атаһы кеүек сәхнәне лә үҙ итә. Бер бөртөк ҡыҙҙары Сөмбөл Сәйетбаба урта мәктәбендә тик “бишле” билдәләренә генә өлгәшә, бейеү түңәрәгендә шөғөлләнә. Кескәй Айсыуаҡҡа әле өс кенә йәш.

Асфат Юлбарисовтың көс-дәрт ташып торған мәле генә. Алда уны яңы үрҙәр көтә тип ышанам, киләсәктә солист булараҡ яңы бейеүҙәр, режиссер булараҡ яңы спектаклдәр, актер булараҡ яңы ролдәр сығарыр тип өмөтләнәм. 1996 йылда ул Сәйетбаба ауылында уҙғарыла килгән бәйгелә “Аҫыл егет” титулын яулаған ине инде, шул аҫыл булмышынан яҙмаһынсы.

Рәйлә САБИТОВА.

Читайте нас: