Эйе, һуғыштан һуңғы ауыр йылдар. Бар халыҡ ураҡ өҫтөндә. Хөсниямал апай ҙа дүртенсе балаһын көтһә лә, кешенән ҡалмай эшкә сыға. Фронттан яраланып, контузия алып ҡайтҡан иренән көтөп ятып булмай бит инде. Бер аҙ эшләгәс, йәш әсә көслө ауыртыу тоя һәм соҡор-саҡырҙар аша тураға көскә өйөнә ҡайтып етә. Яҡты донъяға ауаз һалған малай ете айлыҡ ҡына булып тыуһа ла, теремек, тыныс була. Әсә икенсе көнөнә үк ураҡҡа сыға, эш араһында балаһын ҡайтып имеҙә лә, ҡабаттан баҫыуға йүгерә. Иген башағын ҡулында ыуалап таҙарта ла, балаға туҡлыҡлы булыр, тип сәйнәп йөрөй. Иген тәме, башаҡ еҫе ҡап-ҡара бөҙрә сәсле малайҙың ҡанына һеңеп, баҫыу ҡырҙары һәр саҡ уны үҙенә тартып тора. Шуға ла уйында ауыл хужалығы белгесе булыу теләге генә була.
Камил Әсфәнди әров иң тәүҙә Игенселәр ауылында башланғыс класты, 1966 йылда Үтәк урта мәктәбен уңышлы тамамлай. Бер йыл уҡытыусы булып эшләп тә ала. 1968 йылдың көҙөндә совет армияһы сафына баҫа, ике йылдан артыҡ һалдат һурпаһы эсеп, тыуған яғын һағынып ҡайта. Белем алыу теләге менән колхоздан йүнәлтмә алып, Аксен ауыл хужалығы техникумына уҡырға керә. Уны уңышлы тамамлап ҡайтҡас, оҙаҡ ҡына ауылда бригадир булып эшләй. 1983 йылда ситтән тороп Ауыл хужалығы институтында уҡып диплом ала. Һуңынан тырыш егет КПСС-тың район комитетында ойоштороу бүлегендә инструктор, ике йыл һуҙымында “Егән” колхозында партком секретары, тағы ла бер нисә йыл район партия комиссияһы рәйесе булып эшләй. Ә инде 1986 йылдың декабренән район дәүләт орлоҡсолоҡ инспекцияһына начальник итеп ебәрәләр. Бында ла бар көсөн, тырышлығын һалып эшләй ул. Аҙаҡтан район Советында ойоштороу бүлеге белгесе, ойоштороу бүлеге начальнигы булып хеҙмәт көсө түгә. Уның һәр кешегә тигеҙ күреп, ябайлыҡ, хәстәрлек менән ҡарауы ла үҙенә ҡарата хөрмәт тыуҙыра. Эшләү дәүерендә бүләкләнгән Маҡтау ҡағыҙҙары, грамоталарҙың иҫәбе-һаны юҡ.
Камил Шәрифулла улы тормош иптәшенән дә уңған. Улар ҡулға-ҡул тотоношоп бына 42 йыл башҡаларға үрнәк булырлыҡ юлдан баралар. Туғай ауылында тыуып үҫкән Рәзимә Миҙхәт ҡыҙы ла 24 йылдан артыҡ орлоҡсолоҡ инспекцияһында, 5 йыл ауыл хужалығы ойошмаһында эшләгән. Был ғаиләлә өс бала буй еткереп, хәҙер һәр береһе үҙаллы тормош көтәләр. Оло ҡыҙҙары Айгөл Ҡазанда йәшәй. Ейәндәре Тимурға 20 йәш хәҙер. Улдары Айрат Стәрлетамаҡ ҡалаһында, килендәре Дилбәр менән өс бала тәрбиәләйҙәр. Төпсөк Алһыу Алексей кейәүҙәре менән бер бала үҫтерәләр.
Камил Шәрифулла улы хаҡлы ялға сыҡҡас тыуған ауылында өй һалып, әле шунда матур итеп йәшәп яталар. Уларҙан кеше лә өҙөлмәй. Бына хәҙер биш йыл инде староста вазифаһын да башҡара. Һәр саҡ кеше өсөн тырышҡан старостаның йәше-ҡарты араһында абруйы ҙур. Ниндәй эште башлаһа ла, еренә еткереп, халыҡ менән аңлашып, бергәләп эшләп ҡуялар. Төрлө һорауҙар менән килгән халыҡҡа ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша. Эскелеккә ҡаршы йыйылыштар, яңылыш юлға баҫҡандар менән әңгәмә үткәрә. Халыҡ уның һүҙенә ҡолаҡ һалып, аңлап, тәртипле тормош алып барырға тырышып торалар. Игенселәр ауылына йәм биреп ултырған обелиск та уның тырышлығы менән эшләнгән.
Өйҙә лә ҡул ҡаушырып ултырмай улар, баҡсала еләк-емеш, матур гөлдәр үҫтереп, балаларына ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарашып, ярҙам итеп йәшәп яталар. Өйҙәре лә ҡала шарттарынан ҡалышмай, бөтә уңайлыҡтар булдырылған.
Ҡолас ташлап бесән сабып, тыуған ерҙән көс-дәрт алып, ошо ергә рәхмәтле булып йәшәүгә етәме ни?! Бөгөн күкрәк киреп, мин ошо ерҙең ысын хужаһы, тип тә әйтә ала ул. Киләсәктә лә һаулыҡ-ҡыуаныста, ғаиләгеҙ, туғандарығыҙ менән был тормоштан ҡәнәғәт булып йәшәргә яҙһын.