Асия Рамаҙан ҡыҙы менән Мирсат Сөләймән улының 12 балаһының бишенсеһе Хәлиҙә. Үҙенән өлкәндәрҙән күреп-өйрәнеп, ә бәләкәйерәктәрен ҡарашып үҫкән ул. Мәктәптә уҡыған йылдарҙа спорт менән ҡыҙыҡһына, саңғыла йөрөргә ярата. Бер саҡ Сәйетбаба ауылындағы дарыуханаға кергәндә унда эшләгән Нурия Ниғмәтуллина, Тутыя Ильясова апайҙарҙың эшенә һоҡланып ҡарап тора. Уларҙың кеше менән һәйбәт итеп һөйләшеүҙәре, матур эшләп йөрөүҙәре күңеленә ята. Ауылда шундай кешеләр булыуына һоҡланып, үҙе лә ошо һөнәрҙе һайларға ҡарар итә. Сәйетбаба урта мәктәбен 1976 йылда уңышлы тамамлағас, документтарын Бөрө фармацевтика училищеһына тапшыра. Яратҡан һөнәренә бөтә күңелен һалып уҡый ул. Үҙ алдына һөнәрен төплө белгән, һәйбәт хеҙмәткәр булыу маҡсатын да ҡуя. Ҡулына диплом алған ҡыҙ 1980 йылда үҙәк район дарыуханаһында эш башлай. Йыйнаҡлыҡ, тәртип талап иткән был һөнәр ысындан да үҙенеке икәнлегенә инана. Дарыуҙарҙың ҡулланыу ваҡыты үткәнме-юҡмы, рецепт буйынса ғына һатыламы, уларҙы ниндәй температурала һаҡларға кәрәк - быларҙы ятҡа белергә тейешһең. Хәлиҙә Мирсат ҡыҙы кешелек сифаттары менән генә түгел, ҡупшы кәүҙәһенә килешле, йыйнаҡ итеп кейенеп йөрөүе менән дә күңелде арбай. Эшенә лә ҙур яуаплылыҡ менән етди ҡарай. Шуға ла кем менән генә эшләмәһен, һәр ҡайҙа иптәштәре уны ихтирам итеп торалар. Үҙе лә бергә эшләгән ветеран коллегаларын һағынып хәтерләй.
- Беҙ, райондың бөтә дарыуханалары хеҙмәткәрҙәре, үҙ-ара татыу эшләйбеҙ, бер-беребеҙгә һәйбәт мөнәсәбәттәбеҙ. Ветерандарыбыҙ Тамара Кәлимулла ҡыҙы Шәрипова, Нина Николаевна Земцова, Гөлсөм Бәҙретдин ҡыҙы Динисламова, Нина Сергеевна Суслова, Галина Николаевна Пановаға рәхмәтлебеҙ, - ти ул.
Хәлиҙә Мирсат ҡыҙының һис тик ултырғанын күрмәҫһең. Ҡатын-ҡыҙ эшләгән бөтә эшкә лә маһир: теген, бәйләм эштәрен айырыуса күңел биреп башҡара ул. Балаларын да изгелекле, игелекле итеп тәрбиәләгән. Ҡыҙы Әлфиә менән Фәрхәд кейәүе Өфө ҡалаһында Данияр һәм Тимур ейәндәрен үҫтерәләр. Улы Ринат та баш ҡалала эшләй, Светлана исемле ҡыҙ менән дуҫлашып, әсәй янына ла бергә ҡайтып йөрөйҙәр. Нимә эшләһәләр ҙә әсәй менән кәңәшләшмәй ҡалмайҙар. Туған-ырыу менән дә аралашып, дуҫ-татыу йәшәйҙәр. Хәлиҙә Ғайсарованың тағы ла бер күңел кисерештәренә төрнәлгән сифаты – ул шиғырҙар яҙа. Уларҙы үҙе өсөн генә яҙһа ла, күңеленән урғылып сыҡҡан шиғырҙары йәшәүгә көс, дәрт, илһам бирә, таяныс, йыуаныс, серҙәш тә булып тора.
Йыл артынан йылдар, көн артынан көндәр туҡтауһыҙ елеп сыныҡтырып ҡына ҡалмай, йөҙҙәргә һүнмәҫ һөйкөмлөлөк нуры ла һирпә. Хәлиҙә Мирсат ҡыҙының да тырыш хеҙмәт аша һалынған уңыштары, ауыҙ итер емештәре күп. Киләсәктә лә ныҡлы һаулыҡта, шатлыҡ-ҡыуаныста илһамланып йәшәргә яҙһын.