-1947 йылда ауылдағы мәктәптең 1-се класына уҡырға барҙым. Уҡырға төшкәс, апайым менән бергә ураҡ урырға әсәйемә ярҙамға йөрөнөм. Йәйге каникул осоронда иптәш ҡыҙҙарым менән колхозға эшкә сығабыҙ. Бишенсе класты тамамлағас, атай: “Салғы менән бесән саба белеүең үҙең өсөн кәрәк булыр”, тип бесән сабырға өйрәтте. Уның һүҙҙәре хаҡ булды, тормош көткәндә бесән саба белеүҙең кәрәге тейҙе.
Ете йыллыҡ мәктәпте 1954 йылда уңышлы тамамлағас, ауылда эшкә ҡалырға тура килә ҡыҙға.
-Урып-йыйыу осоронда ырҙын табағында иген таҙартабыҙ. Көлтәләр бәйләр өсөн бау әҙерләү ҙә беҙҙең өҫтә. Иптәш ҡыҙҙарым Фәғилә Ғиззәтуллина, Фәниҙә Йәғәфәрова, Рәмилә Хәлилова менән эшләүҙәре бик күңелле ине. Ул ваҡыттағы Ҡормантау бригадаһы бригадиры Мәғәфүр ағай Шәрипов беҙҙең эштән ҡәнәғәт булып: “Эх, ҡыҙҙарым, мин сельпо рәйесе булһам, тырыш хеҙмәтегеҙ өсөн һәммәгеҙгә лә шәл бүләк итер инем” тигән һүҙҙәре әлегеләй хәтеремдә, – ти Хәтирә апай.
Армия сафынан запасҡа ҡайтҡан күрше Байымбәт ауылы егете Талха Сәфәрғолов менән бер аҙ дуҫлашып йөрөгәс, 1961 йылдың 1 ғинуарында сәстәрен-сәскә бәйләйҙәр улар. Бер йылдан һуң мөхәббәт емештәре булып Расих исемле улдары тыуа. Йылдар үтә тора, ғаилә ишәйеп, бәхетле йортта алты малай, ике ҡыҙ үҫә.
-Балалар беҙ эштә саҡта һәр саҡ ҡараулы булды. Тормош иптәшемдең әсәһе, Сәмиға ҡәйнәм, балаларҙы тәрбиәләүгә күп көс һалды. 27 йыл бергә йәшәү дәүерендә ҡәйнәмдән бер генә лә ауыр һүҙ ишетмәнем. Уға ҡарата булған ҡәҙер-хөрмәтемә ул да бик ҡәнәғәт булды.
- Ғүмер буйы шофер булып эшләгән Талханың эштән ҡайтыуын балалар һағынып көтөп алалар ине. Күп ваҡыт улар йоҡонан торғансы эшкә сығып китә, ә эштән ҡайтыуына балалар йоҡлаған була. Һәр саҡ юлда йөрөгәс, тура килгәндә төрлө уйынсыҡтар, кейем-һалым алып ҡайтып балаларҙы шатландыра торғайны. Колхоз эшенән тыш, төнгөлөккә ауылдаштары ауырып китһә, дауаханаға машина менән алып барырға ла уға мөрәжәғәт итәләр ине.
Бик күп Маҡтау грамоталары, бүләктәре Талханың ғүмерлек һөнәрен яратып башҡарыуы, уңғанлығы тураһында һөйләй. Хәстәрлекле атай булараҡ, балаларының уҡыуы менән ныҡ ҡыҙыҡһына, юғары белем алырға ярҙам итә. Тура һүҙле, дөрөҫлөктө яратҡан Талха мәктәптә күп йылдар ата-әсәләр комитеты ағзаһы була. 2011 йылда Талха менән Хәтирәнең балалары матур итеп ата-әсәләренең алтын туйҙарын уҙғарҙылар. Балаларының үҙҙәренә ҡарата ихтирамын тойоп бик шатланды улар. Заманында “Ленинизм” колхозының алдынғы шоферы булған Талханың вафатына ла ете йыл ваҡыт уҙҙы. Бала ҡайғыһы ла кисерергә тура килә Хәтирә апайға. Матур ғына донъя көтөп йөрөгән ерҙән Илдус менән Илшат улдары ҡаты сирҙән был яҡты донъяны ташлап китәләр. Күтәрә алмаҫлыҡ ауыр ҡайғыларҙы бауырына баҫып, үҙендә артабан йәшәргә көс таба Хәтирә апай. Шөкөр, балалары атай йортон ташламай, аҙна һайын ҡайтып әсәләренең хәлен белеп, ярҙам итеп торалар.
-Балалар йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәне. Барыһына ла туйҙар яһап, матур тормош юлына сығарырға тырыштыҡ. Ун бер ейән, дүрт ейәнсәр, өс бүлә-бүләсәрем бар. Мин бик бәхетле өләсәй тип,- өҫтәп ҡуйҙы Хәтирә апай. Изге күңелле апай бик күп сүрәләрҙе яттан белә, дини мәжлестәрҙә Ҡөрьән аяттары уҡый. Бөхтәлекте яратҡан Хәтирә апайҙың һәр саҡ матур итеп йыйыштырылған йорто, мул һыйлы өҫтәле, ихатаһы тулы ҡош-ҡорто, баҡсаһында ишелеп уңған йәшелсә, емеш-еләге, йорт алдын йәмләгән сәскәләре, тәҙрә төбөндәге күҙҙең яуын алырҙай гөлдәре уңған хужабикә икәнен иҫбатлай. Тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәгән, ошо көндәрҙә үҙенең 80 йәшлек ғүмер байрамын ҡаршылаған Хәтирә апайға ныҡлы сәләмәтлек, бәхетле ҡартлыҡ теләйһе ҡала.