“СИБУР Холдинг” ойошмаһы идаралығы рәйесе фекеренсә, зыян ҙур булмаған, әммә нисек кенә булмаһын компания тулы кимәлдә компенсация эшләйәсәк. Әлеге көндә һыуҙы бысратыусы матдәләрҙе йылғаға ташлау туҡтатылған. Республика Тәбиғәттән файҙаланыу һәм Экология министрлығында был хәлдең эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн ай ярым самаһы ваҡыт кәрәк буласаҡ тип белдерәләр.