+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
20 Август 2019, 12:50

“Һөт иле - 2019”

Быйыл Өфөлә «Һөт иле-2019» фестивале 24 августа була. Фестивалдең девизы: «Һөт эс – позитив бул»!

Уҙған йылда фестивалгә 50 меңдән ашыу кеше килгән. Сарала бай йөкмәткеле, эшлекле программа ҡаралған. Фестиваль барышында, былтырғы кеүек үк, «Эшлекле иртәнге аш» ойошторола.

Быйыл «Һөт иле»ндә тәүге тапҡыр Киров өлкәһе, Удмурт Республикаһы һәм Башҡортостан биләмәләре аша үткән VIII «Һөткә - юл!» автоуҙышында ҡатнашыусылар килә. Уның составында - эре инвесторҙар булыуы көтөлә. Уларға республика биләмәһендә эшләү мөмкинлеген күрһәтәсәктәр. Инвесторҙарҙы Стәрлетамаҡ һәм Бәләбәй һөт комбинаттары, шулай уҡ мегафермалар менән таныштырыу күҙаллана.


Читайте нас: