Рәшит Ғәзизулла улы байтаҡ йылдар тыуған ауылында зоотехник була, артабан Стәрлетамаҡ ҡалаһына күсә, унда күн эшкәртеү комбинатында эшләй. Стәрлетамаҡтағы әҙәби мөхиткә ылығыуында яҡташыбыҙ, шағир, драматург Кәбир Аҡбашевтың роле ҙур була, өлкән ҡәләмдәшенә ул бөгөн дә рәхмәтле.
Р.Заһиҙуллин “Тик тә тик”, “Беҙ үҫкәс”, “Өләсәйемә булышам”, “Әкәмәтле телефон”, “Ҡояш көлгән һайын” тигән шиғырҙар һәм “Өләсәйең өйрәтмәнеме әллә?” тип исемләнгән хикәйәләр йыйынтығы авторы.
Шағирҙы райондаштары исеменән юбилейы менән ҡотлайбыҙ һәм һүҙҙе уның үҙенә бирәбеҙ.
Мин Ғафури районы Татар Саскүле ауылында 1939 йылдың 3 сентябрендә донъяға килгәнмен.
Атайым Ғәзизулла һәм әсәйем Фатима “Ҡыҙыл Саскүл” исемле колхоз ағзалары булған. Ауылда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Совет Армияһына саҡырылғансы ауылда хат ташыусы булып эшләнем.
1958 йылда һалдат хеҙмәтенә саҡырылып, 1962 йылға ҡәҙәр хеҙмәт иттем. Хеҙмәтемде тултырып ҡайтҡас, комсомол путевкаһы менән килеп Стәрлетамаҡта бер йыл эшләгәс, атай-әсәйем ҡартайған булыу сәбәпле, тыуған ауылыма ҡайтырға тура килде.
Тыуған яҡҡа ҡайтҡас, Аҡкүл автомашиналар ремонтлау заводында слесарь, унан һуң “Уфимтрансстрой” тресында хоппер-дозатор, механик-составитель эшен башҡарҙым.
Ҡулыма ҡәләм алған саҡты хәтерләмәйем дә, кескәй саҡтан уҡ ҡәләм менән дуҫлашып киттем. Йәғни гәзиттәргә хәбәрҙәр яҙғыланым, шиғырҙар яҙып ғазапландым. Стәрлетамаҡта тупланған ижади түңәрәктәрҙә ҡатнаштым.
Шиғырҙар яҙып яфаланып йөрөүем бушҡа китмәгән. 1981 йылда Башҡортостан китап нәшриәтендә “Тик тә тик” исемле (балалар өсөн) тәүге китабым донъя күрҙе. Бына шунан һуң ундан артыҡ китабым баҫылды. Матбуғатта күренгән китаптарҙы әйткәндә, улар 18-гә етте.
Инде йәшем 80-гә етеп килгәндә ҡәләмемде ҡулымдан төшөргәнем юҡ. Хоҙай ҡушһа, артабан да ташламам тигән өмөт менән йәшәйем. Яҙғандарымдың беренсе башлап районыбыҙ гәзиттәрендә баҫылыуын иҫтә тотоп, уларға хөрмәтем күңел түрендә йәшәй.
Һуйған да ҡаплаған, тиҙәр,
Уйлап торһаң, һәр ҡала ла –
Астан тилмерткән дәүер...
Һин тыуғансы, бер таш тыуһа,