+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
6 Сентябрь 2019, 11:51

Йылдарҙың алтынына аяҡ баҫҡанда

Ерек ауылында тыуып-үҫеп, Себер тарафтарында йәшәп һәм эшләп, ғаиләһе менән Красноусолға ҡайтып төпләнгән Зөбәржәт Шәрәфетдинова ошо көндәрҙә алтын юбилейын билдәләй.

Сания менән Һәҙиәт Зәйнетдиновтарҙың алты балалы ғаиләһендә иң бәләкәсе булып донъяға килеп, ике апаһы, өс ағаһына иркәләнеп кенә, йомшаҡ, изге күңелле булып буй еткерә Зөбәржәт. Тыуған ауылы башланғыс мәктәбенә уҡырға төшөп (класта алты малай араһында ҡыҙҙарҙан яңғыҙы ғына була), артабан Бурлы мәктәбендә белем ала. 8-се класты тамамлағас, 4 йәшендә генә атайһыҙ ҡалған ҡыҙҙың яҙмышында ғаиләләрендә иң өлкәне, атай урынына ҡалған Камил ағаһы хәл иткес роль уйнай. Бәләкәйҙән һеңлеһенең шәфҡәт туташы булырға хыял йөрөткәнен белгән ағай уның документтарын Өфөләге 1-се һанлы медицина училищеһының акушерҙар әҙерләү бүлексәһенә алып килә. Шулай итеп, ҡыҙҙың бала саҡ хыялы тормошҡа аша. Ә буласаҡ һөнәр һайлауына ауылдағы медпунктҡа барғанда унда эшләүсе медик апайҙарының ҡар төҫөндәге халатына, шундай уҡ ап-аҡ бинттар, дарыу еҫтәре, тыңлап ҡарай торған әйберҙәренә һәм башҡа ҡорамалдарға ҡыҙыҡһынып ҡарауы этәргес бирә лә инде.

Студент йылдары артта ҡала, уҡыуын тамамлап, ҡулына диплом алған ҡыҙҙы тыуған районының Байымбәт фельдшер-акушерлыҡ пунктына эшкә ебәрәләр. Бында тәүге хеҙмәт сынығыуы алып, бер аҙ тәжрибә туплаған йәш белгесте Красноусолға, үҙәк район дауаханаһының инфекция бүлексәһенә күсерәләр. Әммә оҙаҡ эшләргә насип булмай уға бында, Йөҙимән ауылы егете Әлфир менән яҙмышын бәйләй. Һәм алыҫ Себер тарафтарында, Муравленко ҡалаһында эшләп йөрөгән егет кәләшен үҙе менән алып китә. Бында иһә Зөбәржәт яратып һайлаған һөнәре буйынса ҡалалағы бала табыу бүлегендә акушерка булып эш башлай.Үҙенең хеҙмәтенән донъяға кешелектең тыуыуына ярҙам итә алыуынан ҙур ҡәнәғәтлек тойғоһо кисереп, кемдеңдер яҙмышы хәл ителеүен яҡшы аңлаған шәфҡәт туташы ҡабул иткән ҡарарҙарҙың мөһимлеген, яуаплылыҡ тойоп, төплө уйлап эш итә. Шуға ла үҙен изге – акушерка – кешелекте донъяға килтереүсе һөнәренә бағышлауына үкенмәй, унан кинәнес табып, булмышына тоғро ҡала. Зөбәржәт Шәрәфетдинова Муравленкола меңәрләгән сабыйға ғүмер бүләк итеп, үҙ эшен төплө белгән, халыҡ араһында оло ихтирам-хөрмәт ҡаҙанған шәхестәрҙең береһенә әйләнә.

Шулай ҙа тыуған яҡ үҙенә нығыраҡ тарта һәм әленән-әле үҙенә саҡырып тора. Ҙур, иркен йорттарын һалып бөткәс, 2015 йылда Шәрәфетдиновтар ғаиләһе Красноусолға ҡайтып төпләнә. 26 йыл ғүмерен акушерка һөнәренә бағышлап, медицина өлкәһендә күп йыллыҡ хеҙмәте буйынса хаҡлы ялдағы Зөбәржәт Һәҙиәт ҡыҙы Балалар шифаханаһында дерматология бүлексәһендә шәфҡәт туташы булып хеҙмәт юлын дауам итә. Тормош юлдашы Әлфир Миңнулла улы ла нефть өлкәһендә оператор булып эшләп, стажы буйынса йәш пенсионер. Ике балаға ғүмер биргәндәр. Улдары Роберт Төмән дәүләт нефть институтын тамамлаған, Себер тарафтарында вахта ысулы менән инженер булып эшләй. Ҡатыны Екатерина, улы Дамир менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында төпләнгән. Ҡыҙҙары Альбина буласаҡ табибә. Әсәһе юлын дауам итеп, ғүмерлек һөнәре итеп медицинаны һайлаған. Башҡорт дәүләт медицина университетының ординатураһын киләһе йылға табип-гинеколог булып тамамлай.

Йылдарының алтынын Зөбәржәт Һәҙиәт ҡыҙы яратып һайлаған һөнәренән, тормошонан ҙур ҡәнәғәтлек менән ҡаршылай. Юбилейығыҙ мөбәрәк, донъяғыҙ түңәрәк булһын!


Читайте нас: