+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
1 Ноябрь 2019, 11:29

Аҡ яулыҡлы пак күңелле ағинәй

29 октябрҙә борма-борма ғүмер юлдарын мосолман ҡатын-ҡыҙҙарына ғына хас оло сабырлыҡ, күндәмлек һәм уңғанлыҡ менән үткән ил инәләренең береһе - ауыр йылдарҙың тере шаһиты Зөһрә Әхмәтша ҡыҙы Ҡужина олпат юбилейын – 90 йәшен билдәләне.

Мәғрүр Мағаш тауына һыйынып ҡына, көмөштәй саф һыулы Еҙем йылғаһы буйында урынлашҡан күркәм Юлыҡ ауылында Фәйруза менән Әхмәтша Юлыҡовтар ғаиләһендә баш бала булып донъяға килә Зөһрә. Атаһы һуғышҡа киткәс, колхоз эшенән ҡайтып керә алмаған әсәһенә ярҙамлашыу, өс энеһенә күҙ-ҡолаҡ булыу уның нескә иңенә төшә. Бала сағы, үҫмерлек осоро ғәрәсәтле һуғыш йылдарына тура килеп, тиҫтерҙәре кеүек, 12 генә йәшенән тылдағы алһыҙ-ялһыҙ хеҙмәт вахтаһына баҫып, Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индергән быуын вәкиле ул.

Ауылдашы, Бөйөк Ватан һуғышының ал-ғы һыҙығында йөрөп, күкрәге тулы миҙалдар, Дан ордены тағып ҡайтҡан Кашфулла Ҡужинға тормошҡа сығып, 6 балаға ғүмер биргәндәр. Ғаилә башлығы Кашфулла Сөнәғәт улы бар ғүмерен “Мағаш” колхозында баш бухгалтер һөнәренә бағышлай. Ә Зөһрә Әхмәтша ҡыҙы сөгөлдөр үҫтерә. Эшенән бушаған арала ул теген эше менән булып, балаларына, ауылдаштарына матур-матур кейем-күлдәктәр тегеп кейҙереп һөйөндөрә.

Атай-инәйҙәре өлгөһөндә хеҙмәт тәрбиәһе алып үҫкән балалары һынатмай, һәр береһе матур ғаилә ҡороп, етеш тормошта йәшәйҙәр. Улдары Рауил - Өфөлә, Ришат - тыуған ауылы Юлыҡта, Гөлшат Еҙем-Ҡаранда төпләнгән, Рәйлә – Салауат, Роза Ишембай ҡалаһында йәшәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балаларының иң өлкәне – Рәшиҙәне юғалтыу ҡайғыһын да кисерергә тура килә әсәгә. Әммә төшөнкөлөккә бирелмәй, ҡыҙының береһенән-икенсеһе бәләкәйерәк ҡыҙ, улдарын, йәғни ейәнсәре менән ике ейәнен етемлектең әселеген татытмай тәрбиәләп үҫтереп, терәк-таяныс булып, аяҡҡа баҫтырырға үҙендә көс таба ул. Хәҙер улар үҙҙәре лә атай-әсәй, ейәнсәре өләсәй ҙә инде. Зөһрә әбей тиҫтәнән ашыу ейән-ейәнсәргә, бүлә-бүләсәргә яратҡан өләсәй булыу ғына түгел, ә тыуасарын (мәрхүмә ҡыҙының бүләре) күреү бәхетен дә кисергән. Тормош тәжрибәһе ҙур булған инәй, әсәй, өләсәй уларға төплө кәңәштәрен биреп ултыра. Һуғыштағы тетрәнеүҙәренән тормош иптәше лә иртәрәк китә яҡты донъянан.

Бөгөн Зөһрә әбей Бөйөк Ватан һуғышы яугирының тол ҡатыны булараҡ Хөкүмәт ярҙамы менән Ишембай ҡалаһында алған фатирында, уңайлы шарттарҙа барыһына шөкөр итеп ғүмер йомғағын һүтә.

Өлкән йәштә булһа ла йор һүҙле Зөһрә әбейҙең зиһене салт, аҡыл да, ҡатын-ҡыҙ нескәлеге лә, әсәйҙәрсә йылылыҡ та бөркөлә унан. Һәр көнөн изге доғаларҙан башлап, ил-көнгә именлек, балаларына иҫәнлек-һаулыҡ теләп ҡаршылай ул. Бер быуатҡа тиң ғүмер юлы үткән ил инәһе Зөһрә әбейҙең күңеле һәр ваҡыт әлегеләй нурлы, баҙыҡ, сәләмәтлеге ныҡ, балалары шатлығына төрөнөп, аҡыллы кәңәшсе, йылытыусы нур булып, бәхетле ҡартлыҡта йөҙгәсә йәшәргә насип булһын.


Читайте нас: