+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
5 Ноябрь 2019, 12:31

Иң ихтирамлы һөнәр эйәһе

Ер йөҙөндә ниндәй генә һөнәрҙе алһаң да, ул уҡытыусы һөнәре менән тығыҙ бәйләнгән. Сөнки һәр һөнәрҙең нигеҙендә уҡытыусының тырыш хеҙмәте ята. Уҡытыусы һөнәре – иң ихтирамлы, иң абруйлыларҙың береһе. Йылдар үткән һайын уҡытыусының хеҙмәт емеше тураһында тағы ла нығыраҡ уйлана башлайһың...

Йәмле июль айында үҙенең 70 йәшлек юбилейын билдәләгән Ҡарағай урта мәктәбенең хаҡлы ялдағы башланғыс клас-тар уҡытыусыһы Минифа Мөхәмәтша ҡыҙы Вахитова хаҡында ла тик маҡтау һүҙҙәре генә әйтергә мөмкин. Үҙенең бала сағын иң бәхетле саҡ, тип иҫкә ала Минифа Мөхәмәтша ҡыҙы:

- Районыбыҙҙың Баянда ауылында тыуһам да, бала сағым Ләмиән (хәҙер бөткән ауылдар – ред.) ауылында үтте. Ауылыбыҙ ҙур булмаһа ла, балалар күп ине. Ҡышын сана шыуып, яҙын ҡаҡы-ҡуҙғалаҡ йыйып, йәйен Ләмиән йылғаһында һыу инеп, еләк-емеш йыйып үҫтек. Бик матур клуб бар ине. Көндөҙ киноға барабыҙ, кисен апай-ағайҙарҙың бейеүҙәрен яратып ҡарай инек. Атайым Бөйөк Ватан һуғышында 112-се Башҡорт атлы дивизияһы составында ҡатнашып, ике тапҡыр госпиталгә эләгеп, тыуған яғына иҫән-һау әйләнеп ҡайтты. Уның һаулығы насар булыу сәбәпле, беҙ бәләкәйҙән бесән сабып, утын әҙерләп, мал ҡарап үҫтек...

Мәндем мәктәбендә 8-се класты тамамлағас, Минифа Мөхәмәтша ҡыҙы Салауат педагогия училищеһына уҡырға инә. Педагогик белемгә эйә булып, ҡулына диплом алған ҡыҙ Мәндем мәктәбенә эшкә ҡайта. Ошонда буласаҡ тормош иптәшен дә осрата. Тимербулат Сәхиулла улы Вахитов физкультура уҡытыусыһы булып эшләп йөрөгән була. Йәштәр гөрләтеп комсомол туйы үткәрә.

Вахитовтар ҡайҙа ғына эшләһәләр ҙә, өлгөлө ғаилә исеменә тап төшөрмәйҙәр. 4 балаға ғүмер бүләк итеп, оло тормош юлына сығаралар. Ҡарағай ауылына төпләнеп йәшәүҙәренә лә 40 йыл булған. Тик ғаилә башлығы ғына был бәхетле көндәргә етә алманы.

Ә тормош дауам итә. Балалары атай йортона, инәйҙәренең хәлен белергә ҡайтып торалар. Уҡыусылары ла уның йортонда көтөп алған ҡунаҡтар: хәлен белеүҙәр, рәхмәт һүҙҙәре, ҡотлауҙар.

Минифа Мөхәмәтша ҡыҙының хеҙмәте бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары менән билдәләнгән. Ул – Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы.

Минифа Вахитова тормошонан бик ҡәнәғәт. Ә иң ҙур баһа – балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең һөйөүе, уҡыусыларының оло рәхмәте. Бөгөн уҡытыусы-ветеран уларҙың уңыштарына ҡыуанып йәшәй.

Миңнира СӘҒИТОВА.
Ҡарағай ауылы.
Читайте нас: