+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
16 Ноябрь 2019, 15:30

Байрам лайыҡлы билдәләнде

Уҙған йомала полиция хеҙмәткәрҙәре район мәҙәниәт һарайында тантаналы шарттарҙа үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләне.

Байрам сараһы район эске эштәр бүлегенең личный составын, пенсионерҙар һәм хеҙмәт ветерандарын, башҡа структураларҙан хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге буйынса коллегаларын, урындағы власть вәкилдәрен, шулай уҡ предприятиелар етәкселәрен үҙенә йыйҙы.
Коллегаларын район эске эштәр бүлеге начальнигы урынбаҫары – полиция начальнигы, полиция майоры Р.Р.Мөхәмәтшин ҡотланы. Үҙенең сығышында Раян Рамазан улы хеҙмәттәренең уларҙан һөнәри әҙерлек кимәлен даими күтәреп тороуҙы, сыҙамлылыҡты, яуаплылыҡты һәм һәр ҡайһы минутта ярҙамға килергә әҙер тороуҙы талап итеүен, хеҙмәткәрҙәрҙең район биләмәһендә хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеүҙә тырышлыҡ һалыуын, ир-егеттәр менән бер рәттән ауыр, әммә шул уҡ ваҡытта кешеләр өсөн кәрәкле хеҙмәтте алып барған ҡатын-ҡыҙ полиция хеҙмәткәрҙәренең үҙ өлөшөн индереүен билдәләне, шулай уҡ хеҙмәткәрҙәрҙең хеҙмәттәренең барлыҡ ауырлыҡ-ҡыйынлығын бергә күтәрешеүсе яҡындарына һәм туғандарына аңлауҙары һәм сабырлыҡтары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Ул ҙур ышаныс менән бынан ары ла личный составтың районда тәртипте һәм именлекте тәьмин итеүҙә көстәренән килгәндең барыһын да эшләйәсәктәрен белдерҙе.
Сарала бүлек хеҙмәткәрҙәренең бер төркөмө төрлө наградалар менән билдәләнде. Йәш хеҙмәткәр Алик Хәсәнов полиция лейтенанты дәрәжәһенә эйә булды. Полиция подполковнигы Жәлил Ғәйнуллин, юстиция капитаны Вадим Бохармәтов БР Эске эштәр министрлығының Рәхмәте, полиция майоры Александр Пасечник II Дәрәжә “ЭЭМ-ла яҡшы хеҙмәт өсөн” билдәһе, полиция прапорщигы Илмир Байбулдин “Полиция отличнигы” билдәһе менән бүләкләнде. Район эске эштәр бүлеге начальнигы Рәхмәтенә полицияның өлкән лейтенанты Гүзәл Рафиҡова, полицияның кесе лейтенанты Александр Князев, отставкалағы полиция прапорщигы Владимир Лубин лайыҡ булды. Тиҫтәнән ашыу отставкалағы полиция хеҙмәткәр “Рәсәй полицияһының 300 йыллығы” иҫтәлекле юбилей миҙалдары, ике тиҫтәгә яҡын полиция хеҙмәткәре ошондай уҡ түшкә таҡмалы юбилей билдәләре менән бүләкләнде.
Һөнәри байрамдары көнөндә полиция хеҙмәткәрҙәре район эске эштәр бүлегенең ветерандар ойошмаһы рәйесе, отставкалағы полиция майоры К.Ф.Хәлитовтың ҡотлауҙарын ҡабул итте. Камил Фәйзрахман улы ла үҙ сиратында бер төркөм отставкалағы полиция хеҙмәткәрҙәренә юбилей билдәләре тапшырҙы.
Полиция хеҙмәткәрҙәрен һәм эске эштәр ветерандарын район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙов исеменән иҡтисад буйынса урынбаҫар Ирина Небогатова, район Советы рәйесе З.М.Хафизов һәм депутаттар исеменән район Советы депутаты - “Тепловодоснабжение” МУП-ы начальнигы Сергей Афанасьев тәбрикләне. Ирина Анатольевна отставкалағы эске хеҙмәт подполковнигы Альберт Фәйезов менән эске эштәр бүлегенең инспектор-кинологы, полицияның өлкән лейтенанты Урал Күскилдинды район хакимиәтенең Маҡтау грамотаһы менән бүләкләне. Шулай уҡ бер нисә отставкалағы полиция хеҙмәткәре район Советының Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды.
Район прокуроры Р.Р.Раянов, Красноусол ауыл биләмәһе башлығы Д.В.Ҡунафин, Үҙәк район дауаханаһының баш табибы А.Р.Йәнешев, “Барс” һаҡ хеҙмәте начальнигы Ғ.Б.Могушков та тантана хужалары - тәртип һәм хоҡуҡ һаҡсыларына һөнәри байрамдары уңайынан ҡотлауҙарын еткерҙе. Баш табип сертификаттар, Ғ.Могушков бүләктәр тапшырҙы.
Тантаналы сарала балаларҙың өлгөлө “Быҙыбыт”, “Эксклюзив” бейеү ансамблдәренең сығыштары, Ҡадир Ишбулдин, Арина Селянина, Мгер Аванесян, Марс Хәйруллин (“Перевал” вокаль-инструменталь ансамбле оҙатыуында), отставкалағы эске хеҙмәт майоры Рәмил Сәйфуллин, ЮХХДИ-ның өлкән инспекторы Илдар Хөсәйеновтың йырҙары, Сергей Князевтың саксофон моңдары, мәҙәниәт һарайы янындағы “Еҙем” инструменталь ансамбленең көй-моңдары полиция хеҙмәткәрҙәренә байрам бүләге булып яңғыраны.
Читайте нас: