Тамаша “Миләшкәй” балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән “Шалҡан” әкиәте менән башланды. Балалар һәм ата-әсәләр мөғжизәле әкиәт иленә сәйәхәткә сыҡты. Педагогтар уларға әкиәт геройҙары, сағыу костюмдар, дәртле көйҙәр оҙатыуында күңелле конкурстар ойоштороп ысын мәғәнәһендә оло байрам бүләк иттеләр. Сара барышында балалар ҙа, өлкәндәр ҙә рәхәтләнеп күңел асты, уйнаны, йырланы, бейене, Көҙһылыу ҡушҡандарҙы үтәп изгелек бар ауырлыҡтарҙы ла еңергә, ә дуҫлыҡ һәм берҙәмлек мөғжизә тыуҙырырға мөмкин икәнлегенә инандылар.