Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса 3-сө һанлы район-ара инспекцияһының Ғафури территориаль бүлендек хеҙмәт урынында (ТОРМ) иҫәп һәм һалым түләүселәр менән эшләү бүлегендә ике белгес эшләй. Зәлиә Рәмиз ҡыҙы Сәйфуллина менән Марина Валерьевна Щербакова (һүрәттә) физик шәхестәргә һалым һалыу буйынса барлыҡ ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирә, һалымдарҙы түләү ҡағыҙҙарын (уведомление) Рәсәй почтаһы аша ала алмағандарға мотлаҡ уларҙан килеп алырға кәрәк.
2019 йылдың 2 декабрендә физик шәхестәрҙең 2018 йылға мөлкәт һалымдарын түләү ваҡыты уҙа. Әлеге мәлдә район-ара бүлексәгә һалым түләүселәр үҙҙәренең һалым түләүҙәрен асыҡларға килә, льготаға ғаризалар яҙа, элекке йылдарға һалым түләүҙәрендә бурыстары булғандар уларҙы түләүгә квитанция-лар ала, үҙҙәрен һалым түләүсе физик шәхестәр өсөн Шәхси кабинетҡа теркәлеү өсөн ғаризалар менән мөрәжәғәт итә.