+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
23 Ноябрь 2019, 16:35

Балалар өсөн бүләк

Йыл да матур йолаға әйләнгән сара сиктәрендә Бала көнөндә районда бала хоҡуғы буйынса республика вәкиле ярҙамсыһы Альбина Ғәзизова, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Фәүзиә Зәйнуллина, атайҙар советы рәйесе Марат Юнысов, инвалидтар ойошмаһы рәйесе Ләйсән Табулдина, “Алдынғы ата-әсәләр” берекмәһенән Василий Калачигов үҙәк район дауаханаһының балалар бүлексәһенә килде.

Бында дауаланған 30 бала һәм ата-әсәләр өсөн көтөлмәгән шатлыҡлы хәл булды был. Йәнһүрәт геройы Миньон костюмына кейенгән Рәзимә Хәкимова улар менән йыр-бейеүле уйындар, күңелле конкурстар ойошторҙо. Тамашасы һөйөүен яулап өлгөргән Динислам Яҡупов “Бала саҡ ҡаласағы” йырын бүләк итте.
Байрам һуңында барыһы ла бағыусы эшҡыуарҙар: Гөлфиә һәм Андрей Миндийәровтар, Светлана һәм Динар Шәриповтар, Нурия Юлмөхәмәтова һәм ҡатын-ҡыҙҙар һәм атайҙар советтарының матур бүләктәрен алып ҡыуанды. Балалар ауырыуҙарын да онотоп, рәхәтләнеп күңел асып, ҡунаҡтарға рәхмәт әйтеп ҡалдылар.
Читайте нас: