+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
24 Ноябрь 2019, 11:05

Тормошобоҙ йәме – әсәләр!

Күңел йылыһы, изгелек менән һуғарылған был байрамда бөтә балалар үҙҙәренең иң ҡәҙерле кешеләрен – әсәйҙәрен ҡотлап, йөрәк түренән сыҡҡан теләктәрен еткерә. Сабыйына ғүмер биреп, бар булмышын, һөйөүен, һаулығын һәм көсөн һалып ысын кеше итеп үҫтереү – һәр әсәнең мөҡәддәс бурысы ул.

Әсә һөйөүе беҙгә көс һәм ышаныс бирә, бар ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итә. Нисә йәштә булһаҡ та, әсәйҙәрҙең йылы һүҙенә, наҙлы ҡарашына, аҡыллы кәңәштәренә һәр саҡ мохтажбыҙ. Һеҙ йәш быуынды миһырбанлы һәм мәрхәмәтле булырға, үҙ ҡылыҡтары өсөн яуаплылыҡ тойорға, Тыуған илде яратырға өйрәтәһегеҙ. Ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуҙа, ил патриоттарын тәрбиәләүҙәге ролегеҙ ҙә баһалап бөткөһөҙ.
Был байрам үҙендә сикһеҙ һөйөү, рәхимлек, түҙемлек сифаттары туплаған әсә - ҡатын-ҡыҙға дан йырлау, тәбрикләү көнө. Тормошобоҙ йәме булған ҡатын-ҡыҙҙар, өләсәйҙәр, әсәй булырға йыйынған йәш ҡатындар алдында түбәнселек менән баш эйәбеҙ. Ата-әсә наҙынан мәхрүм сабыйҙарҙы ғаиләләренә алғандарға, шулай уҡ күп балалы әсәләргә лә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Ҡәҙерле әсәйҙәр! Барығыҙҙы ла ошо матур байрам уңайынан ҡотлайым. Ғаилә бәхете, ныҡлы сәләмәтлек, балаларығыҙҙың һөйөү-ихтирамына төрөнөп йәшәүегеҙҙе теләйем.
Фәнзил СЫҢҒЫҘОВ,
Муниципаль район хакимиәте башлығы.
Читайте нас: