-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
25 Ноябрь 2019, 18:00

Ҡаҙ өмәһе

Ноябрь тамамланыуға яҡынланы. Ҡыш һалҡынын ебәреп, ер өҫтөн шыҡырайтып туңдырып, ап-аҡ ҡарҙарын һирпте. Ауыл халҡы был мәлде айырыуса көтөп ала. Тәүге ҡарҙар күренеү менән иң тәүҙә ваҡ малдарҙы, ҡош-ҡортон, ә һуңыраҡ эре мал-тыуарын һуйырын һуйып, һатырын һатып йыл буйы шәхси хужалығында түккән хеҙмәтенең һөҙөмтәһен барлай.

Элек-электән ауылдағылар йылына бер килгән өмәгә яҡын кешеләрен, күрше-тирәһен, туғандарын саҡырып күңелле итеп байрам итеп үткәргәндәр. Шәмбе көнө Еҙем-Ҡаранда Денира һәм Дамир Биктимеровтар, Оло Ибраһимда Рәүилә һәм Мансур Килмөхәмәтовтар, Мәҙинә Садиҡова һәм Хисмәт Мостафин ошо матур йоланы тотоп, өйҙәрендә күңелле Ҡаҙ өмәһе үткәрҙе.
Читайте нас: