“һыу” билдәһе монохром электрофотография юлы менән ике ҡағыҙҙың береһенә эс яҡтан мисәтләп төшөрөп имитацияланған; “сумыусы” һаҡлағыс еп монохром тонер өҫтөнә фольгалау юлы менән имитацияланған; Микроперфорация аҡсаның ал яғына осло әйбер менән тишкесләп имитацияланған; Алғы һәм артҡы яғындағы һүрәттәр ағымлы ысул менән баҫылған. Был төр ялған аҡсаларҙы ысындарынан айырыусы төп билдәләр:
Ялған аҡсаларҙағы “һыу” билдәһе һүрәте ҡыйышыраҡ. Яҡтыға ҡуйып ҡарағанда һаҡлағыс еп имитацияһында полимер ерлектең сиге күренмәй. “5000 ЦБР” тигән яҙыуҙың тик тура һәм баштүбән рәүештәгеләре генә төшөрөлгән. Рәсәй Банкы эмблемаһы төҫтәре тура ҡуйып һәм ҡырынайтып ҡарағанда ысын аҡсалағы ошондай уҡ элемент төҫөнән айырыла. Ҙурайтып ҡарағанда ялған аҡсала элемент нескә параллель өҙөк һыҙыҡтарҙан торғаны күренә. Алғы һәм артҡы яҡтарҙағы һүрәттәр яҡтыға ҡуйып ҡарағанда бер-береһенә тап килмәй. Ысын аҡсаларҙа ал яҡта аҫҡы уң яҡ мөйөштә, аҡсаны ҡырынайтып, төрлө яҡтан төшкән яҡты аҫтына ҡуйып ҡарағанда РР (Российский рубль) тигән яҙыу уҡыла. Был кипп-эффект ялған аҡсала юҡ. Ысын аҡсаларҙа, ультрафиолет яҡтыртҡыс аҫтында ҡарағанда, ал яҡта тар ғына купон һыҙатына баҫылған серия номеры ҡыҙыл булып баҙлай. Ультрафиолет нур аҫтында ҡыҙыл һәм асыҡ йәшел һаҡлағыс епсәләр ҡыҙыл һәм һарғылт-йәшел төҫ менән баҙлай (люменесцет баҙлау). Ялған аҡсаларҙа микроепсәләр ҡыҙыл булып баҙламай, йәиһә бөтөнләй баҙламай. Ысын аҡсаларҙың уң яғындағы “5000” һанының микроперфорацияһы кескәй генә диаметрлы тишектәрҙән тора һәм яҡтыға ҡуйып ҡарағанда ғына күренә. Ялған аҡсаларҙа иһә перфорация шул урынды осло әйбер менән тишкеләп яһала һәм тишелгән урын арт яҡлап ҡытыршы булып тора, ә ысын аҡсала ул шыма була.
Әгәр аҡса ошо һанап үтелгән билдәләрҙең береһе йәки бер нисәһе буйынса ялған һымаҡ тойолһа,
Шундуҡ полиция хеҙмәткәрен саҡыртыу сараһын күрергә (телефондан, тревога төймәһен файҙаланырға тырышып); Ялған аҡса менән иҫәпләшкән кешенең төҫ-ҡиәфәтен, машинаһын, ҡайһы яҡҡа киткәнен иҫләп ҡалырға тырышырға; Шәхси һаҡ предприятиеһы булһа, был кешене тотоу яйын ҡарарға; Аҡсаның серияһын, номерын, алынған көнөн, сәғәтен яҙып алып, 5000 һумлыҡ аҡсаларҙың иҫәп журналын алып барырға кәрәк. Район эске эштәр бүлеге начальнигы, полиция подполковнигы.