Көндөҙгө формала уҡыуға ҡабул ителгән граждандарға РФ эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре өсөн тәғәйенләнгән бөтә льготалар ҙа ҡағыла.
Курсанттарға ай һайын эске эштәр органдары хеҙмәткәре эш хаҡы түләнә. 14 календарь көнлөк ҡышҡы каникуляр ялы һәм 30 календарь көнлөк йәйге каникуляр ялы бирелә. Йылына бер тапҡыр төп (каникуляр) ялды уҙғарыу урынына барыу һәм кире ҡайтыу хаҡы түләнә (Рәсәй биләмәһе эсендә).
Бөтә курсант ир-егеттәргә дөйөм ятаҡтан урын бирелә.
Полиция хеҙмәткәренең ғүмере һәм һаулығы Рәсәй Федерацияһы ҡануниәте менән билдәләнгән шарттарҙа һәм тәртиптә мотлаҡ дәүләт страховкалауында страховкалана.
Институтты тамамлаусыларҙың барыһына ла алған йүнәлеше һәм специализацияһы буйынса эшкә урынлашыу гарантиялана.
Институтҡа көндөҙгө формала уҡыуға 25 йәшкә тиклемге, Рәсәй Федерацияһының дәүләт телен белгән, квалификация талаптарына тап килгән, шәхси һәм эшмәкәрлек сифаттары, физик әҙерлеге һәм һаулыҡ торошо буйынса эске эштәр органдары хеҙмәткәре бурыстарын үтәй алырлыҡ, ҡабул итеү һәм өҫтәмә ҡабул итеү һынауҙарын, конкурс һайлауын уңышлы үткән Рәсәй граждандары ҡабул ителә.
Уҡырға ингәндә кандидаттарҙың индивидуаль ҡаҙаныштары: мәктәпте отличие менән тамамлауы, спорт разряды йәки званиеһы (спорт мастерлығына кандидаттан түбән булмаған), ГТО-ның көмөш йәки алтын билдәһе булыуы иҫәпкә алына.
Документтарҙы Рәсәй ЭЭМ-ының Ғафури районы буйынса бүлегенең кадрҙар бүлексәһенә көн һайын 15.00-дән 17.00 сәғәткәсә килтерергә мөмкин. Белешмәләр өсөн телефон: 2-18-92 (Зөбәйҙә Зыя ҡыҙы Садиҡова).