+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
29 Ноябрь 2019, 17:50

Хоҡуҡ һаҡсыһы булғың килһә...

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ғафури районы бүлегендә вакансиялар бар:- полицияның патруль-пост хеҙмәте бүлексәһе полицейскийы (тулы (дөйөм) белем; һаулығы – хәрби билеттағы А, А-1, А-2 категориялы; эш хаҡы – 20-35 мең һум);- полицияның участка уполномоченныйы (урта йәки юғары юридик белем; һаулығы – хәрби билеттағы А, А-1, А-2 категориялы; эш хаҡы – 30-45 мең һум).

Дөйөм талаптар: Рәсәй Федерацияһы гражданлығы, Рәсәй армияһында хеҙмәт итеү, хөкөм ителмәгәнлек. Гарантиялар: йыл һайын бирелеүсе түләүле отпуск һәм матди ярҙам, санатор-курорт дауаланыуы, ғүмерҙе һәм һаулыҡты страховкалау, карьера үҫеше, фатирҙы ҡуртымға алған өсөн аҡсаны ҡайтарып түләү, РФ ЭЭМ-ының юғары уҡыу йорттарында бушлай белем алыу мөмкинлеге бар. Спорт разряды һәм водитель таныҡлығы булыуы хуплана.
Һорауҙар менән Красноусол ауылы, Калмыков урамы, 23-сө йортҡа 15.00-дән 17.00 сәғәткә тиклем мөрәжәғәт итергә була. Бәйләнештәге кеше – Зөбәйҙә Зыя ҡыҙы Садиҡова (тел.: 2-18-92).
Читайте нас: