+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
29 Ноябрь 2019, 17:15

Кадастр баһалауы камиллаша

Дәүләт Думаһы депутаттары ҡарауына “Рәсәй Федерацияһының айырым закон акттарына дәүләт кадастр баһалауын камиллаштырыуға ҡағылышлы үҙгәрештәр индереү тураһында” Федераль закон проекты индерелде.Документ Росреестр ҡатнашлығында әҙерләнгән. Башҡортостан Республикаһы буйынса Росреестр Идаралығы етәксеһе урынбаҫары Ленара ДЕГТЯРЕВА менән планлаштырылған үҙгәрештәрҙең мөһим мәлдәренә асыҡлыҡ индерәбеҙ.

- Ленара Ринат ҡыҙы, планлаштырылған үҙгәрештәрҙең асылы нимәлә?
- Документ күсмәй торған милек хужаларының мәнфәғәтен яҡлауға йүнәлтелә. Тәү сиратта, кадастр хаҡы ипле, ғәҙел билдәләнергә, хаталарға юл ҡуйылмаҫҡа тейеш. Шулай уҡ кадастр хаҡына дәғүә белдереү процедураһын ябайлаштырыу күҙаллана.
- Әммә хаталар барыбер буласаҡ. Кадастр баһаһы менән риза булмаған мөлкәт эйәләре алда торған үҙгәрештәргә бәйле нимәләрҙе белергә тейеш?
- Закон проектына ярашлы, кадастр хаҡын ҡайтанан ҡарауҙы һораған мөрәжәғәттәрҙе махсуслаштырылған бюджет учреждениелары – дәүләт баһалаусылары ҡараясаҡ. Башҡортостан биләмәһендә “Дәүләт кадастр баһалауы һәм техник инвентарлау” БР ДУП-ы шундай учреждение булып тора. Бюджет ойошмаһының кадастр хаҡын баҙар хаҡы күләмендә билдәләүе судҡа мөрәжәғәт итеү өсөн мотлаҡ буласаҡ. Судта бюджет учреждениеһы сығарған ҡарарға ғына дәғүә белдерергә мөмкин буласаҡ.
- Кадастр хаҡына дәғүә белдереп мотлаҡ судҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк тигән һүҙ түгелдер бит был?
- Юҡ, әлбиттә. Судҡа бюджет учрежждениеһы ҡарары менән риза булмаусылар ғына барасаҡ.
- Күпләп дәүләт баһалауы уҙғарыуҙың ваҡыты үҙгәрәсәкме?
- 2022 йылдан башлап дәүләт кадастр баһалауын дүрт йылға бер тапҡыр уҙғарырға планлаштырыла. Федераль әһәмиәттәге ҡалалар – Мәскәү, Санкт-Петербург өсөн уларҙың ҡарары буйынса ике йылға бер тапҡыр. Әле баһалау өс йылға бер тапҡырҙан йыш түгел һәм биш йылға бер тапҡырҙан һирәк түгел ваҡытта уҙғарыла.
- Тағы ла бер тапҡыр хаталар темаһына әйләнеп ҡайтайыҡ. Әгәр милек хужаһы үҙ объектының кадастр хаҡын билдәләгәндә ебәрелгән хатаны тапһа, был хаҡта ҡайҙа, нисек хәбәр итергә тейеш була?
- Закон проекты ҡабул ителһә, бөтә хаталар ҙа бюджет учреждениеһы тарафынан төҙәтелә. Кадастр хаҡын билдәләгәндә юл ҡуйылған хаталарҙы төҙәтеүҙе һораған ғаризалар теләгән уңайлы ысул менән: үҙең мөрәжәғәт иткәндә, почта аша, электрон почта менән, МФЦ офистары аша бирелергә мөмкин.
- Хатаны тапҡандан һуң күпме ваҡыт эсендә бындай ғаризаны бирергә?
- Ғаризаны кадастр хаҡы тураһында мәғлүмәттәр Күсмәй торған милектең Берҙәм реестрына индерелгәндән һуң биш көн һуҙымында бирергә мөмкин.
Шулай уҡ кадастр хаҡын билдәләгәндә ебәрелгән хаталарҙы төҙәтеү процедураһы ла үҙгәрер тип көтөлә. Мәҫәлән, бюджет учреждениеһы хата бар тип тапһа, күршеләге, шундай уҡ типтағы күсмәй торған милек объекттары ла тикшерелергә тейеш була һәм кәрәк тип табылһа, уларҙың да хаҡы ҡайтанан ҡарала.
- Хатаны төҙәтеүҙе һораған ғаризалар күпме ваҡытта ҡараласаҡ?
- Закон проекты бындай ғаризаны 10 көн эсендә ҡарарға тәҡдим итә. Әле был срок 30 көн тәшкил итә.
- Кадастр хаҡы һалым күләменә туранан-тура бәйле булғанлыҡтан, күптәрҙе ошондай һорау борсойҙор. Әгәр хатаны төҙәтеү һөҙөмтәһендә объекттың хаҡы кәмеһә, уны ҡасандан ҡуллана башлаясаҡтар?
- Документ проектында түбәндәге схема тәҡдим ителә: хатаны төҙәтеү һөҙөмтәһендә күсмәй торған милектең кадастр хаҡы кәмене икән, был хаҡ элекке хаталы хаҡ ҡулланылған датанан ҡулланыла башлай, кадастр хаҡы артһа инде – яңы һалым осоронан башлап.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Росреестр идаралығы тарафынан әҙерләнде.
Читайте нас: