+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
29 Ноябрь 2019, 18:15

Ҡотороу - үлемесле ауырыу

2019 йылдың уҙған осоронда республикала ҡотороу сиренең 13 осрағы теркәлде.Һуңғы осраҡ Баҡалы районында булған. БР фәнни-тикшеренеү ветеринария лабораторияһының Туймазы филиалы тарафынан биоматериалды вирусологик тикшереү һөҙөмтәһе 13 ноябрҙә Баҡалы районы Иҫке Ҡорос ауылында бесәйҙә ҡотороу сире булғанын күрһәткән.

Ҡотороу – тәбиғи сығанаҡлы айырыуса хәүефле йоғошло сир. Сирле йәнлек тешләгәндә уның һеләгәйе аша йоға. Ҡотороу вирусынан хайуандарҙың һәм кешенең мейеһе шешенә. Ҡотороу йоҡһа, вирус үҙәк нервы системаһының һоро матдәһендә: аммон мөгөҙ туҡымаларында, мейенең ҙур ярымшары ҡабығында, кесе мейелә һәм оҙонса мейелә – туплана. Баш мейеһе туҡымаларында күпләп тупланғандан һуң вирус һеләгәй биҙҙәре юлына сыға һәм һеләгәйҙе зарарлай. Сир сығанағы булып ҡырағай хайуандар ғына түгел (төлкөләр, бүре, енот эте, һ.б.) эйәһеҙ һәм ҡарауһыҙ эт-бесәйҙәр ҙә тора ала.
Һаҡлыҡ сараларын иҫкә төшөрәйек. Ҡоторған йәнлек абайлыҡты юғалта һәм ныҡышып тауыш сыҡҡан урынға, тораҡ пункттарға яҡын килә. Хайуандар ауырып китһә, мотлаҡ ветеринарға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Уның сирләүен күрһәтеүсе тәүге билдәләр: үҙен ғәҙәттәгесә тотмауы, тыйып тотҡоһоҙ итеп сабыуыллауы, башы менән ҡойроғо һәленеп төшөүе, яңағын һәлендереүе, телен сығарыуы, ауыҙынан күпләп шайыҡ ағыуы.
Йорт хайуанығыҙ берәй кешене тешләһә, зыян күреүсегә өй адресын әйтергә, ә йәнлекте, күҙәтеү һәм карантинлау өсөн райондың ветеринария хеҙмәтенә килтерергә тейешһегеҙ.
Ҡотороу ауырыған йәнлектең тешлүенән йәки уның һеләгәйе тиреләге йәрәхәтле урынға эләгеүҙән йоға. Бындай хәл була ҡаоһа, тиҙ үк яраны һабынлап йыуырға, стериль итеп бәйләргә һәм кисекмәҫтән табип-травматологҡа күренергә кәрәк.
Кешене тешләгән, әммә шик тыуҙырмаған йәнлекте үлтерергә ярамай. Улар 10 көн буйы ветеринар күҙәтеү аҫтында булырға тейеш. Сирләү билдәләре табылмаһа, ветеринар йәнлек сәләмәт тигән белешмә бирә.
Эт-бесәй хужаларына бер нисә ҡағиҙәне белергә кәрәк. Йәнлек йәшәгән урында теркәтелергә һәм уға ҡотороуға ҡаршы привика яһатылырға тейеш. Вакцинациянан һуң иммунитет бер йылға тиклем һаҡлана, тимәк, привиканы йыл һайын яһатырға кәрәк. Привика яһатылмаған йәнлек өсөн белешмә бирелмәй.
Быйыл район дауаханаһына эт йәки бесәйҙәрҙән төрлөсә тешләнгән 46 кеше мөрәжәғәт итте.
Үҙегеҙҙең, эргәгеҙҙәге кешеләрҙең сәләмәтлеген, ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ, йорт йәнлектәрегеҙгә ваҡытында прививка яһатығыҙ.
Радис ИЖДИҺАТОВ,
Район ветеринария станцияһының эпизоотияға ҡаршы бүлеге начальнигы.
Читайте нас: