Красноусолда йәшәүсе Айгөл менән Никита Федосеевтар һәм Елена менән Олег Түзбәковтарҙың ғаиләһендә тәүге сабыйҙары - ҡыҙҙары донъяға килеп, атай-әсәй булыу бәхетен кисергәндәр.
ЗАГС бүлеге мөдире Зәлифә Сәйфуллина бәхетле ғаиләләр һәм уларҙың бәләкәстәре менән таныштырып үтте, ихлас ҡотланы, изге теләктәрен еткерҙе. Ҡыҙҙарҙың исемдәре ниндәй мәғәнәгә эйә булыуы һәр кемде ҡыҙыҡһындырҙы. Айлин – айҙың нуры, һөйкөмлө, һылыу, ижади һәләткә эйә, унан бик яҡшы журналист сығасаҡ. Юлианнаға һәләтлелек, һәр яҡлап үҫешкәнлек, аралашыусанлыҡ кеүек сифаттар хас, улар педагог һәм тәрбиәсе кеүек һөнәр эйәһе булыу мөмкинлеге бар. Иң мөһиме, әлбиттә, сабыйҙарығыҙ иҫән-һау, һеҙҙең терәк-таянысығыҙ булып үҫһендәр һәм һеҙҙе һәр ваҡыт һөйөндөрөп кенә торһондар, тине изге теләктәрен еткереп Зәлифә Риф ҡыҙы.
Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдең йәмәғәт ярҙамсыһы Альбина Ғәзизова ла барлыҡ теләктәргә ҡушылып, тәүгә әсәй булған Айгөл менән Еленаны Әсә көнө менән тәбрикләне һәм ҡыҙҙарының тыуыу тураһындағы таныҡлыҡтарын тапшырҙы. Артабан ғаилә усағын һүндермәй һаҡлаусы ике ҡатын-ҡыҙ-әсәй йорт йылыһын һәм нурын сағылдырған майшәмде ҡабыҙҙы.
Бәхетле ғаиләләрҙең шатлығын уртаҡлашырға коллегалары ла килде. “Мастер” ЯСЙ-е, “Тирмән” икмәкханаһы (“ШЭ Фоминдар”), “Тепловодоснабжение” МУП-ы, район судынан вәкилдәр тотош коллектив исеменән ихлас ҡотлауҙарын еткерҙеләр һәм сабыйҙарға тәғәйенләнгән бүләктәрен тапшырҙылар.
Район мәҙәниәт һарайы артистары Сергей Князевтың саксофон моңдары, Александра Хәбибуллинаның йыры һәр кемгә күтәренке кәйеф бүләк итеп, байрамды биҙәне.
Бәхетле, илебеҙҙең лайыҡлы граждандары булып үҫегеҙ, бәләкәстәр!
Индира ИШКИНА.