Эйе, әле генә кеүек 1966 йылдың 1 сентябрендә тәүге тапҡыр ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына Сәйетбаба урта мәктәбенең 1-се класына 28 бала уҡырға килеүебеҙ. Тәүге уҡытыусыбыҙ Фәйзулла Ямалетдин улы Фәйзуллин беҙҙе көләс йөҙ менән ҡаршы алыуы әле лә күҙ алдымда. Ә инде 5-се кластан беҙҙе Ғәзимә Зиннәт ҡыҙы Ғайсарова, тарих уҡытыусыһы Әҡсән Әйүп улы Шәрипов ҡаршы алды. Улар хәҙер яҡты донъяларҙа юҡ инде, гүрҙәре яҡты булһын ҡәҙерле уҡытыусыларыбыҙҙың.
Төрлөбөҙ төрлө яҡҡа таралышып бөтһәк тә, класташтарҙы эҙләп табып, “Беҙгә 60 йәш” осрашыуын ойоштороусы Сәйетбаба ауылында йәшәүсе Зәлиә Әхмәт ҡыҙы (Латипова) Фәйзуллина, Өфө ҡалаһынан Суфия Һөйөндөкова, Стәрлетамаҡтан Рәмзиә Фәйзуллинаға сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәре әйтке килә. Шулай уҡ беҙҙе – 22 кешене һыйлап, йүгереп йөрөп өҫтәл әҙерләгән ашнаҡсы ҡыҙҙар-килендәр Ләйсән Фәйзуллина, Гүзәлиә Хызырова, Гөлдәр Сәйфуллина, Рүзилә Фәттәховаға, “Ҡурай” кафеһы хужаһы Илфат Фәйзуллинға рәхмәтлебеҙ. Тағы ла Алла бирһә, 2021 йылда, мәктәпте тамамлауыбыҙға 45 йыл тулыуҙа ла бергәләп осрашырға тип таралыштыҡ. Донъялар имен, үҙебеҙ һау-сәләмәт булырға ғына яҙһын.
Гөлгөнә МУРДАШЕВА-МЫСЫРҒӘЛИНА.
Красноусол ауылы.