Комиссия үҙ эшен Ҡауарҙы ауылынан башланы. Рейдта Ҡауарҙы ауыл биләмәһенең эштәргә идара итеүсеһе Фидалиә Кәримова ла ҡатнашты. Бында эскелек менән мауыҡҡан, әммә был насар ғәҙәтенән арынырға теләмәгән өс бала әсәһе Г.Ю.-ның өйөндә булдыҡ. Ул комиссия ағзалары менән тәүгеһенән осрашмай. Иҫке генә ике яҡлы өйҙә өс улы (икәүһе мәктәптә уҡый, береһе балалар баҡсаһына йөрөй) менән үҙе, тыумыштан сирле энекәше, ирҙән айырылып ҡайтҡан апаһы һәм тормош иптәше үлгәс йәшәргә индергән ир менән ете кеше йәшәйҙәр. Ире үҙе иҫән саҡта яңы йорт күтәреп, башын ябып ҡуйған, әммә төҙөлөшөн тамамлай алмаған. Ә ҡатындың өйҙө эшләтәһе, балаларына өлгө булып, матур тәрбиә орлоҡтары сәсәһе урынға “йәшел йылан”ға өҫтөнлөк биреүе үтә лә аяныслы. Балаларға бәхетле бала саҡтарын уҙғарыу, дәрес әҙерләү, тәмле итеп ашау, рәхәтләнеп, таҙа, йомшаҡ урын-түшәктә йоҡлау өсөн шарттар үтә лә самалы. Бала тапҡас, баға ла бел, тигәндәй, сабыйҙарын күркәм тормошта йәшәтер урынға уларҙы аямай, шешәгә алыштырып, балаларының күҙ йәшен түктергән был хәсрәт әсәнең ҡылығын бер ни менән дә аңлатып булмай. Әсәгә быға тиклем эскелектән дауаланыу шарты ҡуйылһа ла, уны үтәүҙе хуп күрмәгән. Был юлы иһә комиссияға ҡатын наркология диспансерына барып, алама ғәҙәтенән дауаланып ҡайтҡансы өс балаһын да Табын ауылындағы балалар приютына алып китеп урынлаштырыуҙан башҡа сара ҡалманы. Бәлки, аңына килеп, сабыйҙары хаҡына аҙымын айыҡ тормошҡа йүнәлтер.
Артабан комиссия Сәйетбаба ауыл биләмәһенә юлланды. Биләмәләге Ҡолҡан (Әлдәшле) ауылында йәшәүсе имен булмаған ғаиләләр иҫәбендә торған (биләмә буйынса 15 ғаилә иҫәптә торһа, 4-һе бәлиғ булмағандар эше буйынса комиссияла) Г.Ғ.-ның өйөндә булды. Ҡыҙ менән улдың әсәһе балалары барлығын “онотоп” хәмер менән мауыҡҡаны өсөн иҫәпкә ҡуйылған. Үҙенең өйө Сәйетбабала булыуға ҡарамаҫтан, был ауылда көн күреүен мал-тыуар аҫрауға уңайлы булыуына һылтанды. Тормош иптәше менән айырылышҡан, әле 28 йәшлек ир менән бергә йәшәй, 16 йәшлек ҡыҙы Табында коррекция мәктәп-интернатында тәрбиәләнә, улы Сәйетбаба мәктәбенә автобус менән йөрөп уҡый. Быға тиклем осрата алмаған комиссия ағзалары был юлы уны өйөндә тап иттеләр, малай ҙа өйҙә. Әсә булған кеше ваҡыты-ваҡыты менән “ысҡынып” эсеп йөрөгән мәлдә улы ҡарауһыҙ ҡала һәм бала Сәйетбабала өләсәһендә (ҡатындың әсәһе) йәшәргә мәжбүр икәнлеге билдәле булды. Йортта йылы, таҙа, аҙыҡ-түлек бар. Әммә сәсен-башын туҙҙырып, йәмһеҙ ҡиәфәткә инеп эсеп йөрөгән әсәй балаларына яҡшы өлгө түгел, “әсә” тигән исемде йөрөтөргә лә хаҡы юҡ кеүек ундай бәғерһеҙҙәрҙең.
Был ғаиләләр артабан да урындағы йәмәғәтселектең күҙ уңында буласаҡ.
Берәүҙәр бала табып та, уны тейешенсә тәрбиәләмәй, наҙ, күңел йылыһын бирмәй, уларҙы “йәшел йылан”ға алыштырып, ауыр тормош һынауҙары алдына ҡуйһа, арабыҙҙа етем балаларҙы үҙ ҡанаты аҫтына алып, хәстәрләүселәр ҙә юҡ түгел. Рейдта ҡатнашыусылар Табын ауылында йәшәүсе үҙҙәренең дүрт балаһы янына ата-әсәһе булып та етем ҡалған береһенән-береһе бәләкәй биш баланы тәрбиәгә алған оло йөрәкле Ш.-ларҙың ғаиләһендә лә булып, уларҙың хәлен белешеп сыҡты. Балаларҙың ата-әсәһе айырылышҡан, әсәйҙәре – төрмәлә, атайҙары икенсе ауылда йәшәй. Атайҙары балаларҙың өлкәнерәк икәүһен үҙ ҡарамағына алырға уйлай.
Ауыл биләмәләрендәге ауылдарҙа иҫәптә торған имен булмаған, социаль яҡтан хәүефле һаналған ғаиләләрҙең көнитмеше менән танышыу һәр кемдең күңелендә ауыр тәьҫораттар ҡалдыра. Урындарҙа тамыр йәйгән эскелеккә ҡаршы аяуһыҙ көрәш алып барғанда хәмер менән мауыҡҡан, ауыр хәлдә көн күргән ғаиләләр, тейешле тәрбиә, уңайлы шарттар күрмәгән балалар, социаль яҡлауға мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙыуҙы үҙ маҡсаты итеп алған комиссия ағзаларының эше ҙур әһәмиәткә эйә. Рейдтарҙың ыңғай һөҙөмтәләре оҙаҡ көттөрмәҫ, тип өмөтләнергә генә ҡала.
И.ӘЛИБАЕВА.