+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
3 Декабрь 2019, 23:00

Ихлас йылмайыу

Был донъға кеше йәшәргә тыуған икән, тормош төрлөсә һынауҙарын да бирә. Кешеләр ҙә төҫ-ҡиәфәт буйынса ғына түгел, һаулыҡ яғынан да айырыла. Шул йәһәттән бөтөнләй йөрөй алмаған балаларға ошо көндә булһа ла ниндәйҙер иғтибар бүлеп, уларҙы тәрбиәләүселәргә лә йылы ҡараштарыбыҙҙы йүнәлтәйек тигән маҡсат менән район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова ра-йон хакимиәте исеменән райондағы йөрөй алмаған 11 балаға кескәй бүләк һәм күстәнәс тапшырҙы.

Ибраһим ауылында йәшәүсе Рима менән Ришат Садиҡовтарҙың ҡыҙы Ирина янына беҙгә лә бергә барырға насип булды. Ағаһы саф һауа һуларға уны тышҡа алып сыҡҡан ине. Гүзәл Зөфәр ҡыҙы ҡулынан бүләк алғас, Ирина ихлас йылмайып ебәрҙе. Эйе, йылы мөнәсәбәткә бер кем битараф була алмай, тойғолар үҙенән-үҙе бәреп сыға.
- Һәр бер бала менән осрашыу иҫтәлекле, бергәләп селфи төшәбеҙ. Шулай бер осрашыуҙа бер бала беҙ килеп инеү менән миңә “Ниңә беҙҙең урамда яҡтылыҡ юҡ?”, тигән һорау бирҙе. Был баланың үтенесен башҡа етәкселәргә еткереп, тиҙерәк үтәргә тырыштыҡ. Уларға, ата-әсәләренә, яҡындарына сабырлыҡ, һаулыҡ, көтөлмәгән ҡыуаныстарҙың күп булыуын теләйем, - тине Гүзәл Зөфәр ҡыҙы.
Садиҡовтарҙың оло улдары һәм ҡыҙы үҫеп, әлеге көндә эшләп йөрөйҙәр, Иринаға әле 6 йәш. Иркен, күркәм йортта Зина өләсәләре һәм Флүр олаталары менән йәшәйҙәр. Улар күпләп мал тота, ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Был көндө йорт хужалары һуғым һуйырға ла әҙерләнеп йөрөйҙәр ине. Бындай тырыш ғаиләлә барыһы ла һәйбәт булыуын, Аллаһы Тәғәлә ярҙамынан ташламауын теләп ҡалабыҙ.
Ә.РАМАЗАНОВА.
Читайте нас: