+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
3 Декабрь 2019, 16:35

Улар хәстәрлеккә мохтаж

Инвалидтар – физик мөмкинлеге сикле граждандар ярҙам һәм хәстәрлеккә бик мохтаждар. Шуға ла уларға тулы ҡанлы тормош алып барыу, үҫешеү өсөн шарттар булдырырға, ярҙам ҡулы һуҙырға кәрәк. Беҙҙең районда 2000 инвалид иҫәпләнеп, шуның 180-е – балалар.

Районыбыҙҙа инвалидтар йәмғиәте эшләп килә, күптән түгел уның рәйесе итеп Ләйсән Табулдина һайланды. Ул “Миләшкәй” балалар баҡсаһының дефектолог-логопеды, даун сирле (“ҡояш балалары” районда - 11) балалар төркөмө менән эшләй. Ләйсән Ислам ҡыҙы эшмәкәрлектәре менән таныштыра:
-Яҙмыш һынауы ауыр социаль хәлгә ҡуйған физик мөмкинлеге сикле кешеләргә беҙ һәр йәһәттән ярҙам итергә тейешбеҙ. Педагогтар мәктәпкә йөрөй алмаған инвалид балаларҙың өйҙәренә барып, махсус программа буйынса дәрестәр бирә. Мин үҙем сәләмәтлек мөмкинлеге сикле балалар менән эшләү буйынса өс айлыҡ курстарҙа белемемде камиллаштырып ҡайтҡас, ошондай балалар менән эшләй инем. Район буйынса даун синдромлы 11 бала булып, шуның 5-һе – Красноусолда. “Ҡояш бала”ның әсәһе булараҡ, улым Азаматты башҡалар араһында кәмһенеп, йәмғиәттә үҙен мөмкинлеге сикле итеп тоймаһын, юғалып ҡалмаһын өсөн һәр йәһәттән уның менән шөғөлләнә инем. Башта, билдәле, тартындыра, оялдыра ине, шулай булыуға ҡарамаҫтан, улымды кеше араһына сығарып, һау-сәләмәт балалар менән аралашһын өсөн балалар баҡсаһына йөрөттөм. Тырышлыҡ бушҡа булманы, Азамат (хәҙер 10 йәштә) һөйләшә башланы, техниканы, айырыуса компьютерҙы яҡшы белә.
Эштең һөҙөмтәһе күренгәс, даун синдромлы башҡа балаларға ла ярҙам итеү теләге “Ҡояшҡайҙар” төркөмөн ойоштороуға килтерҙе. Айырым бүлмә булмағас, башта һәр йома көндө балалар менән үҙәк район китапханаһында шөғөлләндек. Төрлө сараларҙы даун синдромлы балалар менән эшләү бу-йынса китапхана һәм ҡатын-ҡыҙҙар советы менән берлектәге проект нигеҙендә уҙғарҙыҡ. Район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙовҡа айырым бүлмә һорап мөрәжәғәт иткәйнек, ул беҙҙең үтенесебеҙҙе ыңғай хәл итте. “Еҙем” физкультура-һауыҡтырыу комплексынан бер бүлмә бүленде һәм сентябрҙә уны төрлө кәрәк-яраҡтар менән йыһазландырып, эш башланыҡ. Балаларҙың үҫеше, шөғөлләнеү өсөн бында төрлө төҫтәге шарҙарҙан торған ҡоро бассейн, йылытҡыстары менән аяҡ, арҡа массажерҙары, ҡул менән массаж яһау өҫтәле, психологик көсөргәнештән бушандырыу өсөн тынысландырғыс эслекле гөбөргәйел, батут, зарядка эшләү өсөн кескәй матрастар, төрлө конструкциялар төҙөүгә ҙур кубиктар, ҡом терапияһы ҡомо, аҡыл ҡеүәтен үҫтереүгә төрлө төҫтәге кенестетик әүәләгес ҡомдар, каос кубиктары, йылылыҡ биреүсе төрлө хәрефтәр менән бәләкәй келәмдәр бар. Улыбыҙ менән шөғөлләнеү өсөн шәхсән үҙ иҫәбебеҙгә һатып алынған ҡорамалдар (100 мең һумға иҫәпләнгән) өйҙән килтерелде. Балалар был ҡорамалдарҙың һәр ҡайһыһында шөғөлләнә, үҙем массаж буйынса белгес булараҡ, балаларҙың бармаҡтарына массаж эшләйем, шулай уҡ төрлө махсус карточкалар, ҡулланмалар, дидактик материалдар, әсбаптар ярҙамында күнекмәләр уҙғарам. Быларҙың барыһы ла баланың аҡылы, телмәре, иғтибары үҫешендә бик ҙур роль уйнай. Балаларға бассейнда күнекмәләр уҙғарыла, йөҙөргә ҙур теләк менән йөрөйҙәр. Һәр бер күнекмә баллап төрлө шифалы үләндәрҙән әҙерләнгән сәй эсеү менән тамамлана. Өҫтәл-ултырғыстар менән комплекс етәкселеге тәьмин итте. Төркөмгә балалар әсәләре менән йөрөй, электр самауыры бар, ҡулдарҙы бешермәй торған сынаяҡтарҙы эшҡыуар Р.Шәрипова бүләк итте, шифалы балды ҡыҙы беҙҙә шөғөлләнгән М.Солтанов килтерҙе.
Алдағы пландарға килгәндә, төркөмдә музыка, тоҙ, һыу менән дауалау, психологик разгрузка мөйөшө булдырыу, интерактив ҡом менән тәьмин итеү. Йәнә 3-5 йәшкә тиклемге бөтөнләй һөйләшмәгән балалар өсөн “Ладушки” төркөмө ойошторорға, дефектолог Т.Баранова менән берлектә Балалар ижады үҙәгендә инвалид балалар менән аҙнаға ике тапҡыр түңәрәктәр уҙғарырға иҫәп бар. Ә өлкән йәштәге мөмкинлектәре сикле кешеләр, инвалидтар өсөн төрлө түңәрәктәр ойоштороп, унда йәлеп итеү, улар араһында һәләттәр конкурстары уҙғарыу, белгестәр, фитнес буйынса тренерҙар ҡатнашлығында инсульт кисереүселәргә реабилитация төркөмө булдырыу кеүек уй-пландар бар.
Халыҡ-ара инвалидтар көнө, әлбиттә, байрам түгел, ә бары тик был көн һәр кемде физик мөмкинлеге сикле кешеләргә иғтибар күрһәтеп, күңелен күрергә, проб-
лемаларына йөҙ менән боролорға, уларҙың хоҡуҡтарын яҡларға саҡыра. Бөгөн, 3 декабрҙә улар өсөн район мәҙәниәт һарайында сара уҙа.
Индира ИШКИНА яҙып алды.
Читайте нас: