+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
3 Декабрь 2019, 16:55

Ғәзиз әсәйҙәргә дан йырланды

Ғүмер башланғысы, иң наҙлы, йылы ҡараш, иң яратыусы йөрәк, иң йомшаҡ ҡулдар булған әсәйҙәргә тәрән яратыу һәм ихтирамды сағылдырған байрам – Әсә көнө илебеҙҙә 1998 йылдан, ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә билдәләнә. 29 ноябрҙә район мәҙәниәт һарайында байрамға арналған тантаналы сара үтте.

Ысын мәғәнәһендә оло ихтирамға лайыҡлы байрамдарҙың береһе – Әсәйҙәр көнөнә килеүсе һәр кем фойеға үтеү менән ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡул эштәренән ойошторолған һатыу-күргәҙмәне ҡарап, әсәйҙәрҙең ҡулдары барыһын да эшләй алғанына тағы ла бер тапҡыр инанды. Бында Светлана Ғүмәрова миләүшә сәскәләре, үҙе эшләгән картиналар, кәнфиттәрҙе ҡулланып эшләгән гөлләмәләр, Роза Вахрушева сәскәләр, Зилиә Әхтәмова һоҡланғыс картиналар, Красная Полянанан Юля Белова крем, төрлө сәйҙәр, Фәниә Ғүмәрова бәйләм эштәр, Миңзилә Кәлимуллина бәйләм, шәл, Альмира Смирнова күҙҙең яуын алырлыҡ итеп эшләгән ҡурсаҡтар, Елена Шарыгина, Наилә Иҙиәтуллина картина, бәйләм ҡул эштәре, Марина Рудкевич ҡул эштәре, салаттар, Эльвира Мөлөкова туңдырылған ҡарағат, алма, Тәнзилә Вахитова буҙа, Миңзилә Заһиҙуллина сәк-сәк алып килгәйне. Уларҙың күргәҙмәләре һоҡланырлыҡ та, үрнәк алырлыҡ та.
Район ҡатын-ҡыҙҙар советы “Һалдатҡа посылка” акцияһы ойошторғайны.
Район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре Әсәләр көнөнә арнап матур сара әҙерләгән. Тамаша залында шаршау асылыу менән музыка фонында күрһәтелгән әсә һәм уны уратып бейеүсе балаларҙың хореографик композицияһы, әсәнең бөйөк, илаһи зат булыуын күрһәтеп тора ине.
Кисәне алып барыусылар Рәзилә Хәбибуллина менән Фәнзил Ғәлин тамашасыларҙы ихлас тәбрикләгәндән һуң, һүҙ район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Зөфәр ҡыҙы Байдәүләтоваға бирелде. Ул барлыҡ әсәйҙәрҙе район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙов исеменән байрам айҡанлы ҡотлап, башҡорт һәм рус телдәрендә үҙенең изге теләктәрен еткерҙе. Балалар вокаль ансамбле (етәкселәре Гөлфирә Бәширова) башҡарыуындағы “Әсәй” йыры залда ултырған барлыҡ әсәйҙәргә бүләк булып яңғыраны.
Сәхнәгә әле яңыраҡ тағы әсәй-атай булыу бәхетенә ирешкән: Табын ауылынан дүртенсе ҡыҙҙары Златаны ҡулдарына алып ҡыуанған Людмила Михайловна менән Василий Владимирович Григорьевтар, Красноусолдан өсөнсө балалары – улдары Әмир тыуып шатлыҡ кисергән Альбина Булат ҡыҙы менән Марат Раил улы Басировтар саҡырылып, был ғаиләләргә бүләктәр, йәш әсәйҙәргә сәскә гөлләмәләре бүләк ителде. Шулай уҡ үҙ ҡанаттары аҫтына 4 бала алып, һоҡланғыс итеп йәшәүсе Ғибаҙуллиндар ғаиләһе был көндө сәхнә түренә бергәләп сығып, башта ғаиләләре менән таныштырып үткәндән һуң, балалар әсәйҙәренә булған тойғоларын шиғыр юлдары аша әйтеп бирҙеләр. Оло йөрәкле Рима Рәхмәтулла ҡыҙына ла сәскәләр гөлләмәһе, Рәмил Сәйфуллин башҡарыуындағы “Әсәй” йыры бүләк булып яңғыраны.
Күп бала тәрбиәләүсе Фәнзилә Кинйәбай ҡыҙы Әхтәмова, Ирина Михайловна Кудряшова ла был байрамда үҙҙәренең балалары менән сәхнәнең сағыу биҙәге булып торҙолар. Ирина Кудряшова гитарала уйнап, ике ҡыҙы менән йыр башҡарҙы. Ә инде бәләкәй ҡыҙҙарҙың “Әсәйҙәрҙең ҡупшыҡайҙары” тип аталған дефиле күрһәтеүҙәре үҙе бер ҡыҙыҡлы тамаша булды. Кемдер әсәйҙәренең ҙур туфлийҙарын кейеп сыҡһа, кемдер матур күлдәген ке-йеп, биҙәүестәрен таҡҡан. Залдағылар уларҙы көслө алҡыштар менән оҙатты.
“Ҡояшҡайҙар” тип аталған өлөштә төрлө ауырыуҙар менән яфаланған балалар һәм уларҙың әсәйҙәре сәхнәгә саҡырылып, сабыр ҙа, түҙемле лә, сибәр ҙә әсәйҙәргә сәскәләр бүләк ителде.
“Эксклюзив” өлгөлө эстрада бейеү ансамбленең (етәкселәре Эльвира Хөснөтдинова, Ольга Кирдеева) бәләкәстәр бейеүе, Агата Аванесяндың “Әсәй”, үҙәк район дауаханаһы ветерандарының “Усолочка” вокаль ансамбле йырҙары, “Айгүзәл” халыҡ бейеү ансамбле солистары (етәкселәре Айгөл Буранова) башҡарыуындағы “Өс түмәр” башҡорт халыҡ, “Быҙыбыт” өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбленең “Шуҡ бала саҡ” бейеүе, ветерандарҙың ”Землячки” халыҡ хоры (етәкселәре Елена Рябова), Рәмил Ҡотдосов һәм Сергей Князев башҡарыуында ҡурай, саксофон моңдары, Александра Хәбибуллинаның сығыштары байрамға килгән һәр кемдең күңеленә хуш килде. Әсәйҙәр көнөнә арналған сара бик күркәм, матур үтте.
Әлфиә ВӘЛИЕВА.
Читайте нас: