+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
6 Декабрь 2019, 16:50

Гәзитле лә, бүләкле лә булдылар

Гәзиттә хәбәр итеүебеҙсә, матбуғатҡа яҙылыу осоронда “Табын” гәзите редакцияһы төрлө дәртләндереү саралары үткәреп тора.

Октябрь-ноябрь айҙарында гәзиттең Бәйләнештә төркөмөндә уҙған “Мин “Табын”ға яҙылдым, ә һин?” флеш-мобында ҡатнашҡан 15 кеше гәзиткә яҙылып, гәзит тотоп төшкән фотоларын беҙҙең төркөмгә ебәрҙе. Араларында “Табын”дың күптәнге дуҫы - Юлыҡ ауылынан Сара Закир ҡыҙы Шафиҡова ла бар. Уның хаҡында ейәнсәре Әлфинә: “Өләсәйем 90 йәштә булһа ла, күҙҙәре насар күрһә лә, гәзитте башынан аҙағына тиклем уҡый, һәр һанын йыйып бара,” – тип яҙа. Сәйетбабанан Әхмәт Фәйзуллиндың 91 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, гәзитте әле лә яратып уҡыуы тураһында ҡыҙы Фәйруза Урманшина яҙып ебәргән. Бәйгеселәребеҙҙең береһе Ватан ауылынан Фәүзиә Ҡотлогилдина - Алтынбикә сәсәниәбеҙ “Табын”ға маҡтау шиғырын ижад итеп һөйөндөрһә, тағы ла бер сәсәниәбеҙ – Яугилденән Лилиә Миниязова “Табын”ыбыҙҙы хатта Ырымбурға алып барып, гәзиткә яҙылырға өндәгән. Шулай уҡ гәзиттең тоғро дуҫтары Имәндәш ауылынан Рәмилә Мәхмүтова, Красноусолдан Вәсилә Әбделмәнова, Рима Юлбарисова, Зөфәр Һабаев, Йәмилә Әбделмәнова, Бурлынан Әлфиә Сәлимйәнова, Сәйетбабанан Гөлшат Ҡасимова, Игенйылғанан Гөлнара Баймөхәмәтова конкурста әүҙем ҡатнашты. Игенйылға ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре гәзиткә яҙылып коллектив менән төшкән фотоларын ебәргән. Беҙ уларҙы яңы башланып торған “Коллектив менән – “Табын”ға” бәйгеһендә ҡатнашырға саҡырабыҙ. Конкурстың еңеүсеһе – Сәйетбаба ауылынан Зөбәйҙә Һөйөндөкованың фотоһы 595 “лайыҡ” йыйып, еңеүсе булды. Алдан вәғәҙәләгәнсә, уға термопот бүләк иттек.
“Табын” уҙғарған “Әсәйеңде ҡотла һәм бүләк от!” конкурсында Ерек ауылынан Гөлира Ғилманова таба отто. Уның әсәһе Әлфиә Хөсәйенованы ҡотлап яҙған матур эстәлекле шиғыры гәзиттә баҫылып сыҡты.
Бар ҡатнашыусыларға ла рәхмәтлебеҙ, яңы конкурстарҙа көтөп ҡалабыҙ.
Читайте нас: