+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
6 Декабрь 2019, 11:30

Халыҡ сәләмәтлеге һағында

Ноябрь аҙағында Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова эш сәфәре менән Башҡортостанға килде. Сәфәре барышында министр республиканың һаулыҡ һаҡлау учреждениелары эшмәкәрлеге менән танышты, туғыҙ районға күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм дүрт “Ашығыс ярҙам” автомобиле асҡыстарын тапшырҙы. Уларҙың барыһы ла "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектының "Беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү" тѳбәк программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында алынған. Тантаналы сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм БР һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин ҡатнашты.

"Рәсәй Президенты Владимир Путиндың тәҡдиме буйынса ҡабул ителгән милли проектты ғәмәлгә ашырыуҙың тәүге йылында уҡ медицинала ыңғай үҙгәрештәрҙе тойҙоҡ, - тине республика етәксеһе. - Быйыл берҙәм тырышлыҡ һәм милли проекттар ярҙамында 2500-ҙән ашыу кешенең ғүмере ҡотҡарылды, был бер ҙур ауылға тиң. Республикабыҙға күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункттары - ҙур бүләк" – тине ул.
Әлеге күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты автомобилен Бѳрѳ, Кушнаренко, Илеш, Туймазы, Благовещен, Әлшәй, Мәсәғүт үҙәк район һәм Ѳфѳнѳң 21-се дауаханаһы менән бер рәттән Красноусол үҙәк район дауаханаһы ла алды. “Ашығыс ярҙам” машиналары иһә Октябрьский, Салауат ҡалаларына, Ишембай, Бәләбәй райондарына юлланды.
-Беҙҙең район ошондай мобиль техникаға ныҡлы мохтажлыҡ кисерҙе һәм 2018 йылда район хакимиәте тарафынан һатып алып бирелгән “Газель-Некст” автомобилен үҙ көсөбөҙ менән генә мобиль ФАП итеп йыһазландырып, медицина учреждениеһы булмағанлыҡтан, халҡы медицина хеҙмәте ала алмаған ауылдарҙы хеҙмәтләндерҙек. Хәҙер, ниһайәт, үҙебеҙҙең барлыҡ талаптарға ярашлы йыһазландырылған, заманса мобиль комплексыбыҙ бар, - тине мобиль ФАП-лы булыу шатлығы менән уртаҡлашып, райондың баш табибы Алик Йәнешев.
Күсмә ФАП медицина учреждениеларынан алыҫта урынлашҡан йәки бөтөнләй медпункты булмаған ауылдарҙа йәшәүселәрҙең медицина хеҙмәтләндереүен яҡшыртыу, сирҙәрҙе иртә осорҙа асыҡлау бурысын үтәйәсәк. “ПАЗ” автобусы базаһындағы күсмә комплекс электрокартиограф, портатив кардиомаркер экспресс-анализатор, мониторлы дефибриллятор, гинекологик кресло һәм башҡа ҡорамалдар менән йыһазландырылған, һыуытҡыс, һыу йылытҡыслы ҡул йыуғысы ла бар. Күсмә ФАП-тың эске өлөшө өс бүлектән тора – медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн бүлмә, ҡабул итеү һәм процедура кабинеттары. Бындай күсмә комплекстар кеше һаны 100-гә тиклем булған бәләкәй ауылдар өсөн тәғәйенләнгән.Ундай ауылдар беҙҙең районда - 39.
Кисә, йәғни 5 декабрҙә Үҙәк район дауаханаһының профилактика кабинеты медиктары: фельдшер Дилбәр Винер ҡыҙы Ғәйнуллина һәм шәфҡәт туташы Асия Әсҡәт ҡыҙы Рафиҡова күсмә мобиль ФАП-ты иң тәүгеләрҙән булып Бельский ауыл биләмәһенең Краснодубровка һәм Цапаловка ауылдары халҡының сәләмәтлек торошон тикшереп, “һынап” ҡараны. Медицина хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренә мөрәжәғәт итеүсе оло йәштәге ауыл кешеләренең ҡан, күҙ баҫымын үлсәне, ЭКГ аппаратында кардиограмма үткәрҙе, дөйөм һәм биохимик анализ алды, тикшереүҙәр нигеҙендә дауаланыу тәғәйенләне. Уларға Игенйылға ауылы фельдшеры Рәмзиә Вәлиулла ҡыҙы Сәләхова ярҙамлашты.
Мобиль ФАП артабан районыбыҙҙың башҡа бәләкәй ауылдары халҡын да хеҙмәтләндерәсәк.
Индира ИШКИНА.
Читайте нас: